+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәңгелек сер
31 Октябрь 2021, 10:10

Ай ҡыҙы (1900-сы йылдарҙа булған хәл)

Әсәһе урмандан ныҡ өшөп ҡайтып, оҙаҡ та тормай гүр эйәһе була Мөхәммәттең. Ул үлгәндә малайға ике йәш тирәһе булғандыр. Тиҙҙән атаһы үгәй әсәй алып ҡайта. Шулай йәшәп ятҡанда йортҡа тағы ла бәлә килә

Ай ҡыҙы (1900-сы йылдарҙа булған хәл)
Ай ҡыҙы (1900-сы йылдарҙа булған хәл)

– Мөхәммәт, улым, нишләп улай ултыраһың әле. Мәрфуға ҡайҙа?- Көтөү ыңғайынан тороп, нигеҙ буйында бойоғоп ултырған дүрт йәштәр тирәһендәге малайға күрше апай иғтибар итә.

…Әсәһе урмандан ныҡ өшөп ҡайтып, оҙаҡ та тормай гүр эйәһе була Мөхәммәттең. Ул үлгәндә малайға ике йәш тирәһе булғандыр. Тиҙҙән атаһы үгәй әсәй алып ҡайта. Шулай йәшәп ятҡанда йортҡа тағы ла бәлә килә. Ике-өс баш булһа ла ҡорто бар ине атаһының. Яҙ көнө баҙға һыу сығып, шул умарталарҙы сығарғансы һыуыҡ тейҙерә. Ул да оҙаҡҡа бармай – был донъяла берҙән-бер ғәзиз улын япа-яңыҙы ҡалдырып донъя менән бәхилләшә. Мөхәммәттең кескәй йөрәге ата-әсәһенең үлеменә ышанмағандыр, ҡабул итмәгәндер ул мәлдә.

– Мәрфуға апайҙы күрше ауылдан бер бабай алып ҡайтып китте… – Күрше апайға яуап биргәндә Мөхәммәттең күҙенә йәштәр эркелде.

Шул көндө үк малайҙы күрше ауылда йәшәгән ике туған Ғәзиз ағаһы үҙ йортона аҫырауға алып ҡайтты. Еңгәһе лә ҡыр типмәне. Үҙ балаһылай ҡабул итте. Ғәзиз ағайҙың әсәһе лә улар менән бергә йәшәй. Бала тауышы мәңге ишетелмәгән был йортта, Мөхәммәт бик тә танһыҡ ине. Бигерәк тә Мәликә өләсәй бер тотам артынан ҡалдырманы малайҙы. Күршегә йомошҡа ингәндә лә балитәгенә йәбештереп эйәртеп кенә йөрөттө. Үҙе уҡымышлы булды өләсәй. Хатта төштәр ҙә юрай белә ине. Уның серле әкиәттәрен тыңлап таң аттырырға ла риза малай. Бигерәк тә Ай ҡыҙы Зөһрә әкиәтен көн дә тыңларға әҙер. Нәҙекәй билле, сәстәрен икенән сулпылар менән үргән, һылыу Ай ҡыҙын урамда осратыр кеүек. Өләсәһенең итәгенә йәбешеп китеп барғанда, ҡаршыға көйәнтәле ҡыҙ осраһа “Ай ҡыҙы ошо түгелме икән”, тип, әйләнеп-әйләнеп ҡарар булды. Өләсәһенең “Улым, йәһәтерәк атла” – тигән һүҙе генә әкиәттән ысынбарлыҡҡа ҡайтара бәләкәсте.

Мөхәммәт егет ҡорона ла инде. Ай ҡыҙы Зөһрә бер минутҡа ла онотолманы. Уны барыбер осратыр кеүек тойолдо егеткә.

Бирәм тигән ҡолона, сығарып ҡуйыр юлына. Көндәгесә, Ғәзиз ағаһы атын һыу буйына һуғарып килергә ҡушты. Ярға етәрәк сылтыр-сылтыр тәңкә сыңлауы ишетелде. “Туҡта әле, Ай ҡыҙы Зөһрә эңерҙә ергә төшәме икән әллә. Һыу алырға... Бәлки, Айҙа, ул йәшәгән ерҙә һыу юҡтыр?” – Ун алты йәше тулып, егет ҡорона ингән Мөхәммәт, балаларса уйына уңайһыҙланып ҡуйҙы. Ярға яҡынайғанда, ҡыҙ, сайылған керҙәрен күнәктәренә тултырып, йәһәтләп ҡайтыу яғына ыңғайланы.

Ике күнәген көйәнтәһенә таҡҡан ҡыҙҙы күргән егет ҡойолдо ла төштө. Өҙөлөрҙәй нәҙекәй бил, сәстәре икенән сулпылар менән матур итеп үрелгән, ә һылыулығы һуң! Был бит Зөрһәнең үҙе, Ай ҡыҙы!..

– Зөһрә!.. – тип шыбырҙаны егет.

Ҡыҙ, исемемде ҡайҙан белә икән тигәндәй, егеткә аптыраулы ҡараш ташлап, ҡайтыу яғына аҙымдарын шәбәйтте.

Атын һуғарҙымы-юҡмы, ниҙәр эшләгәндер, кемде осратҡандыр, нимә тураһында һөйләшкәндер ул кисен бер ни ҙә хәтерләмәй егет. Әйтерһең, матур төш күргән.

Икенсе көндө лә һыу буйына килде егет. Ләкин ҡыҙ күренмәне. Балыҡ тота барам тигән һылтау менән яр буҙарын да ҡыҙырып ҡараны. Ай ҡыҙын тап итеп булмай ҙа ҡуя.

Ниһайәт осратты ҡыҙҙы. Күнәктәрен тултырып һыу алған арала, егет бар ҡыйыулығын туплап, Ай ҡыҙына һүҙ ҡушырға баҙнат итте.

Оялсан ғына булһа ла, ҡыҙ ҙа уға һүҙ ҡушты. Исеме, ысынлап та, Зөһрә булып сыҡты.

Һирәк-мирәк осрашҡанда, бер-ике ауыҙ һүҙ ҡатып китеү – бар аралашыуҙары шул булды. Көпә-көндөҙ егет менән осрашып-һөйләшеп тороу – ата-әсә тарафынан тыйылған, кеше күреп ҡалһа ояты ни тора! Егет ҡыҙға йәшерен һөйөүен белдереп хаттар яҙа башланы. Ә егеттең хаттарына яуапты, ҡыҙ, әхирәте аша тапшырҙы. Бер көндө егет Зөһрәгә ҡара алтын ялатылған ҡуш беләҙек бүләк итте. Берҙән ҡыуанһа, икенсенән ҡайҙа йәшертергә инде был бүләкте, тип ҡайғырҙы ҡыҙ. Һарай башындағы ҡабыҡ аҫтына йәшертеп ҡуйҙы. Әсәһе күрһә орошор, “егеттәрҙән бүләк алып йөрөйһөңмө әле? – тиер. Зөһрә лә, яуап итеп, матурлап сигеп ҡулъяулыҡ бүләк итте, уныһын да әхирәте аша ғына тапшырҙы.

Көҙ етһә клубта баш ҡала әртистәре концерт килтереп ҡуя. Бар ауыл клубҡа ағыла. Зөһрәнең дә йыр-бейеү күргеһе килә. Ләкин, әсәйҙән концертҡа барырға рөхсәт юҡ. “Хәҙер, сыбыҡ алам да, үҙем концерт күрһәтәм”, – тип ҡаты ғына өндәште.

Тиҫтер ҡыҙҙары кеүек, Зөһрә киске уйындарға сығып йөрөмәне.

...Алты айлыҡ ҡына булып ҡарында ҡалған бит Зөһрә атаһынан. Беренсе Ватан һуғышынан яраланып ҡайтып, мантый алмай үлеп китә. Атаһы үлеп өс ай үткәс Зөһрә тыуа. Әсәһе, ире үлеү ҡайғыһынанмы, ауырыуға һабышып, түшәккә ятып китә. “Дүрт күлдәк сереттем” – тип хәтерләй әсәһе аҙаҡтан. Зөһрәне, тыуғас та, һигеҙ генә йәшлек апаһы Гөлзифа ҡараған. Сепрәккә икмәк сәйнәп һалып, шуны имеҙгән апаһы. Үҙе бала ғына, көсө лә етмәгәндер, сабыйҙы сырылдатып төшөрөп ебәргән саҡтары ла булған. Әсәһенә, бер туған Гөлзифа апаһына иркәләнеп кенә үҫкән Зөһрә.

…Хәҙер Гөлзифа апаһы биш йыл инде кейәүҙә. Үҙе әсәй булған, өс йәшлек малайы бар. Аҙмы-күпме донъя күргән.

– Әсәй, һеңлемде бер үк ауылға кейәүгә бирә күрмә, ауылда һүҙ күп була. – Шулай тип әйтһә лә, үҙе әсәһенән, Зөһрәнән йәшертен һеңлеһенә лайыҡ булырҙай егет эҙләй башлай.

Таныш-белештәр аша, ете һыу аръяғы, туғыҙ тау төшмәле яҡтан таба һеңлеһенә кейәү булырҙай кешене. “Һыу һөлөгөләй Дәүләтбайыма ауылдан кәләш әйттермәйем, күҙ күрмәгән, ҡолаҡ ишетмәгән яҡтан алып ҡайтам”, – тип, ҡаты торған батшабикә тигән даны сыҡҡан был егеттең дә әсәһе Шәрифә апай.

Гөлзифа апаһы ойошторған был ваҡиға, Зөһрә менән Дәүләтбайҙың никахы менән тамамлана. Әсәһе менән апаһының әйткән һәр һүҙен бала саҡтан тыңлаусан кисереп өйрәнгән Зөһрә, яҙмышым ошолор, тип риза була. Никах мәлендә мулланың “ризамы?” тигән һорауына ла, шаршау артынан Зөһрә урынына апаһы ҡысҡырып ултыра.

Сәфәр айында ҡыҙ бирмәйҙәр, ҡыҙ оҙатмайҙар, тип, әсәһе ай бөткәнсе ҡыҙын оҙаттырмай.

“Ҡыҙымды йыраҡҡа, юлы ла булмаған аслыҡ яҡҡа оҙатабыҙ”, – тип әсә көн-төн илай. Әсәһенә ҡушылып – Зөһрә.

Мөхәммәт был ваҡиғаны ишетеп, йәнен ҡайҙа ҡуйырға, ни эшләргә белмәй, үрһәләнә. Ниһайәт, йән һөйгәнен алып ҡасырға, йыраҡ-йыраҡҡа, алыҫтарға алып китергә ҡарар итә. Был ниәтен Зөһрәнең апаһына әйтергә баҙнатлай. Әсәһенең, һеңлеһенең көнө-төнө илауына өҙгөләнгән Гөлзифа, Мөхәммәттең “бергә ауылдан сығып китергә” тигән хәбәрен Зөһрәгә еткерә. “Үҙем дә ярҙам итермен һеҙгә”, – тип ҡыҫтырып ебәрә.

Ҡыҙ, апаһының һүҙҙәренә, шаҡ ҡата:

– Берәү менән йәрәшеп ҡал да, икенсе менән ауылдан ҡасып сығып кит! Был ни тигән эш була? – Ун алтыһы тулыр-тулмаҫ ҡыҙ баланың әйткән аҡыллы һүҙҙәренән, Хоҙай биргән яҙмышты сабырлыҡ менән күндәм ҡабул итергә кәрәк тигән ишараны аңлап ҡала апаһы ла.

 

Мөхәммәт олатайҙың һөйләгәндәренән.

фото: https://pixabay.com/

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: