-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәңгелек сер
2 Ноябрь 2021, 10:05

Донъя бер алдып, бер артып күрһәтә шул

Һүҙ әйтә башлаһа оялышынан ҡыҙарып-бүртенеп бөтә ине Рөстәм. Бәхетһеҙлегенәндер, бер синыфта уҡыған, тәккәбер, әсе телле Гөлназға ғашиҡ булды ул. Алтынсы синыфтан бирле күҙе төшөп йөрөгәнен бар мәктәп белде. Егет үҙе лә яуапһыҙ мөхәббәттән ғазап сикте.

Донъя бер алдып, бер артып күрһәтә шул
Донъя бер алдып, бер артып күрһәтә шул

Һүҙ әйтә башлаһа оялышынан ҡыҙарып-бүртенеп бөтә ине Рөстәм. Бәхетһеҙлегенәндер, бер синыфта уҡыған, тәккәбер, әсе телле Гөлназға ғашиҡ булды ул. Алтынсы синыфтан бирле күҙе төшөп йөрөгәнен бар мәктәп белде. Егет үҙе лә яуапһыҙ мөхәббәттән ғазап сикте. Тик йөрәккә ҡушып булмай шул! Һаман да ситтән генә булһа ла яратып йөрөй бирҙе Гөлназды. Яратҡан шөғөлө булғас, байрамдарҙа ағасты һырлап эшләп, төрлө ҡумталар, картиналар бүләк итте ҡыҙға. Нәзәкәтле эшенә ҡарап, синыфташтары ғына түгел, хатта уҡытыусылар ҙа һоҡланыуын йәшермәне. Тик Гөлназ ғына был бүләктәргә битараф ине. “Бер нәмә лә булмағанда ярап тора инде”, – тип, ауыҙын ҡыйшайтып, көлөмһөрәй ҙә, бүләкте сумкаһына атып бәрә.

Ә бер ҡышта Гөлназ, һалҡын тейҙереп ҡаты сирләп китте. Рөстәм ҡыҙға нисек ярҙам итергә тип янды һәм уйлап тапты. Ҙур ағас ҡумтаға тартмалар эшләне, эсенә һәр төрлө шифалы үләндәр тултырҙы. Тартмаларға үләндәрҙең файҙаһы тураһында ҡулдан яҙылған ҡағыҙ ҡыҫтырып сыҡты. Был тиклем дә шәп фекер килгән бит башына. Егет ихласлап эшләгән эшенә ҡарап бер аҙ һоҡланып торҙо ла Гөлназдарға ашыҡты. Гөлназ егетте күрмәмешкә һалышып ҡалды. Ҡыҙҙың әсәһе сәйгә әйҙүкләһә лә егет, ҡумтаны тупһанан ғына тапшырып, ҡайтып китте.

Сығарылыш кисәһендә синыфташтар менән тағы ла бер күренешкә аптырашҡайныҡ. Рөстәм күҙҙең яуын алып торған гөлләмәне Гөлназға тотторҙо. Донъяһын онотоп бейеп йөрөгән ҡыҙ, гөлләмә эсендәге мөхәббәтле шиғри юлдар яҙылған открытканы алып, мыҫҡыллы йылмайып, ҡысҡырып уҡып ебәрҙе. Шунда Рөстәмдең уңайһыҙланыуы!.. Оялышынан ҡыҙарып, бер нәмә лә әйтә алмаған егетте синыфташтары уратып алды, төрлөсә йыуатырға маташты. Күптәребеҙ өсөн кисәнең йәме ошоноң менән тамамланды.

Гөлназдың мин-минлегенә, үҙен бик һауалы тотоуына тәбиғәттән бирелгән сибәрлеге сәбәпсе булғандыр. Биҙәнмәһә лә матур, биҙәнһә тағы ла һоҡланғысыраҡ ине шул. Белеп тә маһайғандыр. Бейеүсе булырға хыялланды ҡыҙ. “Баш ҡалаға барам, юғары уҡыу йортона инәм. Һеҙҙең янға концерттар менән бейергә генә ҡайтам. Тамашама килерһегеҙ”, – тип кенә ебәрә ине. Сығарылыш кисәһендә лә шул турала ғына булды һүҙе. Ә баҫалҡы Рөстәмдең ҡайҙа барыуы тураһында белмәнек тә. Һөйләшеп ултыра торған егет түгел ине шул, барыһы ла эсендә булды уның. Гөлназдың сәхнәлә үҙ урынын табыуына беребеҙҙең дә шиге юҡ ине. Әммә тормош бер алдын, бер артырып күрһәтә икән. Ҡалаға китһә лә, уҡырға инә алманы. Унда, тормош ҡайнап торған ерҙә, сибәрлек, саялыҡ, ярайһы ғына бейей белеүең аҙ икән. Аҡыл һәм баш та кәрәк шул – уҡырға инә алманы. Сибәркәйебеҙ икенсе йылды ла имтихандарҙа уңышһыҙлыҡҡа дусар булды. Шунан тәгәрәне ҡыҙ аҫҡа табан. Төнгө клубтарҙа күңел асып, эсеп, үҙенән оло егеттәр менән сыуала башлаған тигән хәбәр урыҡ-һурыҡ ишетелеп ҡала ине.

Ошо йылдар эсендә синыфташтар, төрлө яҡҡа таралып, һәр кем үҙе һайлаған яҙмыш менән йәшәй башланы. Ҡыҙҙарҙың күбеһе кейәүгә сыҡты, егеттәр ғаилә ҡорҙо. Күбеһенең балалары булғанлыҡтан, осрашып, күрешергә ваҡыт таба алманыҡ. Ниһайәт, ун йылдан һуң ғына был форсат тәтене. Барлыҡ сығымды теге оялсан Рөстәмебеҙ үҙ теләге менән бер үҙе күтәрҙе. Мәскәү университетын тамамлап, баш ҡалаға теш табибы булып ҡайтҡан икән ул. Өйләнгән. Ике ҡыҙы бар. “Тештәрегеҙ һыҙлаһа, дауаланырға үҙемә килегеҙ,” – тип телефонын да бирҙе синыфташтарына.

Осрашыуға Гөлназ да килгән. Һаман да кейәүгә сыҡмаған. Магазинда, һөт бүлегендә һатыусы булып эшләй икән. Сибәрлеге лә элекке кеүек баҙыҡ түгел, күҙҙәренән нур ҙа бөркөлмәй. Их, бәхете ус төбөндә булған бит теге саҡта. Рөстәмде кире ҡаҡмаһа, бөгөн беҙҙең арала иң бәхетле ҡатын булып ултырыр ине лә бит! Рөстәм шул тиклем өҙөлөп яратты бит Гөлназды!

Рөстәмдең уңыштарына синыфташтар барыһы ла ҡыуанышты ул көндө. Тормошта үҙ урынын тапҡан. Йомартлығы ла бар, күңеле лә таҙа. Гөлназ, бәлки, үкенәлер ҙә хәҙер. Ләкин һуң инде, тормошта һәр кем үҙе һайлаған юл менән бара.

 

ЛӘЙСӘН. Баҡалы районы.

(Исемдәр үҙгәртеп алынды)

фото: https://pixabay.com/

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: