+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәңгелек сер
11 Декабрь 2021, 06:25

Футболда ғашиҡ булдым

Шулай фотоһүрәттәрен көн дә асып ҡарай торғас, бер ай үтеп тә киткән, йәйге каникул башланды. Үҙемдең ғашиҡ булғанымды аңланым. Уға бағышлап шиғырҙар яҙҙым, яндым-көйҙөм, әммә был хистәремде бер кемгә лә һөйләргә ҡыйманым. 

Футболда ғашиҡ булдым
Футболда ғашиҡ булдым

Футболда ғашиҡ булдым

 

Беҙҙең мәктәптә бөтә районға билдәле булған “Урал” футбол командаһы бар. Йыш ҡына күрше ауылдарҙан, йә бөтөн райондан командалар килеп, ҙур ярыштар үткәрәләр ине. Сөнки беҙҙең мәктәп эргәһендә спорт яланы ҙур, тап футбол уйнау өсөн бик тә килешле урын.

Шулай бер ваҡыт, яҙ көнө булды ул, футбол ярышын беҙҙең ауылда үткәрергә булдылар. Мин үҙем ул спорт төрөн  ул тиклем үк аңлап та етмәнем, ғөмүмән, минең күңелгә ятҡан нәмә түгел ине. Ә бына минең синыфташ ҡыҙҙар – сағыу көйәрмәндәр, улар шартына килтереп кейенеп, әҙерләнеп, таҫмалар тотоп, бергә ҡысҡырып әйтелә торған шиғырҙарҙы ятлап, йыл да әҙерләнә.

Ярыш көнө лә килеп етте. Мин уның тураһында уйламайым да. Әхирәтем, таң менән миңә шылтыратып, барырға әйҙәне. Оҙаҡ уйлағандан һуң, иптәш ҡыҙымды үпкәләтмәйем тип, барырға булдым.

Алдан уҡ көйәрмәндәр эскәмйәһенә килеп ултырҙыҡ. Ә кешенең күплеге! Һабантуймы ни! Музыка яңғырай, спортсылар әҙерләнә, көйәрмәндәр ҡысҡырыша.

Уйын башланды. Беҙҙең ауыл егеттәре менән күрше ауыл командаһы көс һынаша. 22 уйынсы араһынан ниңәлер 8-се һанлы футболсы күҙгә салынды. Ул капитан ине. Нисектер, башҡаларҙан яҡшы уйнауы, кәүҙәһе, үҙен тотошо менән айырылып торған кеүек тойолдо. Мин ярыш аҙағына хәтлем, күҙемде лә ала алмай, тик уға ғына ҡарап ултырҙым. Ул да миңә күҙ һирпкән кеүек ине. ,Эх, тағы ла уйнаһалар ине, тип көттөм.

Уйын бөттө. Таралыша башланылар. Минең, баяғы капитан эргәһенә барып, исемен һорашҡым килде, ләкин ҡыйманым, оялдым.

Ваҡыт үтә торҙо, әммә теге таныш булмаған футболсы егет уйымдан сыҡманы. Иртән торһам да, кис ятһам уйымда тик ул ғына. Бер көн, түҙемлегем бөтөп, әхирәтемдән теге 8-се һанлы егеттең исем-шәрифен һорашырға булдым. Ул белә, сөнки өләсәһе шул ауылда йәшәй. Исемен әйткәс, тиҙ генә “Бәйләнештә” селтәрендә эҙләп таптым да, фотоларын асып ҡарай башланым. Үҙем тәү башлап дуҫлыҡ тәҡдим итмәйем, әлеге лә баяғы баҙнатһыҙлығым хыялыма аяҡ сала. Баҡтиһәң, ул спортсы ғына түгел, уҡыу алдынғыһы ла икән.

Шулай фотоһүрәттәрен көн дә асып ҡарай торғас, бер ай үтеп тә киткән, йәйге каникул башланды. Үҙемдең ғашиҡ булғанымды аңланым. Уға бағышлап шиғырҙар яҙҙым, яндым-көйҙөм, әммә был хистәремде бер кемгә лә һөйләргә ҡыйманым. Хәйер, әхирәтем минең мөхәббәт утында яныуымды һиҙә ине, мин күрмәгәндә шиғырҙарымды ла уҡыған булған.

Йәмле йәй. Минең тыуған көнгә тиклем һанаулы көндәр ҡалды. Быйыл мин 9-сы синыфты тамамлап, ТДИ-ларымды тапшырғас, иптәш ҡыҙҙарымды, таныш дуҫтарымды табынға йыйырға булдым.

Ниһайәт, көткән байрамым да килеп етте. Эргәмдә – дуҫтарым, туғандарым, тәмле-татлы аҙыҡтарҙан өҫтәл һығылып тора, күңелле музыка башты әйләндерә.

Ҡапыл, көтмәгәндә, ҙур гөлләмә тотоп, ихлас йылмайып, теге 8-се һанлы егет килеп инмәһенме! Мин ултыра төшә яҙҙым, шатлығымдың сиге юҡ ине. Өнөммө был, әллә төшөммө, тип торам. Ә егет, ипләп кенә минең яныма килде лә, сәскәләрҙе һуҙып:

– Саҡырғаның өсөн ҙур рәхмәт! – тине.

 Ул көндә минән дә бәхетле кеше булмағандыр. Аҙаҡ ҡына асыҡланды: баяғы иң яҡын әхирәтем, мин булмағанда “Бәйләнештә”ге сәхифәмә инеп, минең исемемдән уны тыуған көнөмә саҡырған һәм оҡшатып йөрөүем тураһында ла яҙған. Уға мин бер ҙә үпкәләмәнем, киреһенсә, тик рәхмәт уҡыным. Дуҫы өсөн янып-көйгән, тик яҡшылыҡ теләгән шундай ысын әхирәттәр, дуҫтар күберәк булһа ине.

Ә 8-се һанлы футболсы егет менән беҙ бәхетле. Исемен яҙып торманым инде, сер булһын, йәме?

Нургөл.

Футболда ғашиҡ булдым
Футболда ғашиҡ булдым
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: