+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәңгелек сер
18 Декабрь 2021, 15:05

Тағы ла бер мөхәббәт тарихы

Фирүзә бөгөн дәрестән саҡ ҡына ал­даныраҡ сыҡты. Ир­тәнән бир­ле кәйефе иләҫ-миләҫ булып торасы... Тыш­та еңелсә буран­лап, ябалаҡлап йомшаҡ ҡар яу­а. Юл буйына бала сағын­да яратып уҡыған шиғырын ҡабат­лап ҡайт­ты: “Урам­да буран, Мин өйҙә торам. Тәҙрә аша Тик а­уыҙ йырам”…

Тағы ла бер мөхәббәт тарихы
Тағы ла бер мөхәббәт тарихы

Фирүзә бөгөн дәрестән саҡ ҡына ал­даныраҡ сыҡты. Ир­тәнән бир­ле кәйефе иләҫ-миләҫ булып торасы... Тыш­та еңелсә буран­лап, ябалаҡлап йомшаҡ ҡар яу­а. Юл буйына бала сағын­да яратып уҡыған шиғырын ҡабат­лап ҡайт­ты:

“Урам­да буран,

Мин өйҙә торам.

Тәҙрә аша

Тик а­уыҙ йырам”…

Әхирәте үҙенә ҡунаҡҡа саҡырһа ла, бы­йылғы Яңы йыл­ды яңғыҙы, бүл­мәһен­дә ҡаршыларға ҡарар ит­те ҡыҙ. Ире, ике балаһы булған әхирәтенә яңғыҙ көйө барғыһы кил­мәне. Яңы йыл сәғәте һуғыр ал­дынан ваҡ-төйәк эш­тәрен бөтөрөп алырға бул­ды.

…Мөйөш­тә генә моңайып ул­тырған, уйынсыҡ йомшаҡ айы­уы шул саҡ күҙенә салынып ҡал­ды. Эхх, был айыу бала саҡ мөхәббәтенең бүләге бит… Әле лә бик ҡәҙер­ләп һаҡлай уны… “Яңы йыл ал­дынан күңелһеҙ темаларға төшөп кит­тем, шикел­ле, атайым әйтмеш­ләй, кеше үҙенең кәйефен үҙе бул­дырырға тейеш”, –  тиһә лә, уйҙары барыбер ҡыҙҙы алыҫтағы яҡын бала саҡ иленә алып кит­те…

Фирүзәне мәктәп­кә бер йыл ал­дан бирҙе ата-әсәһе. Ысынын­да иһә, күршеләге әхирәте мәктәп­кә уҡырға төш­кәс, дәфтәр-ҡәләмен тот­то ла уның ар­тынан эйәрҙе лә барҙы. Буйы бәләкәй булғас, уҡытыусы алғы пар­таға Искән­дәр исемле малай менән ул­тыр­тып ҡуйҙы. Аяҡтары, ул­тырғыстан иҙән­гә тей­мәй, һәленеп торһа ла, уҡы­уы күңел­ле ине ҡыҙға. Уҡытыусының һәр бер һүҙен йот­лоғоп тыңлап, һеңдереп ул­тырҙы. Тел, әҙәбиәт дәрестәрен бигерәк тә ярат­ты. Күршеһен­дә ул­тырған малай ҙа бик зирәк, айырыуса математика фәне еңел бирелә ине уға. Дәрестәрен эш­ләшергә лә ярҙам итә.

Ваҡыт үтә торҙо. 8-се синыф та ар­т­та ҡал­ды. Фирүзә менән Искән­дәр һаман да бергә. Уҡытыусылар уларҙы айырырға, нисектер, ҡы­й­маны. Бик татыу инеләр шул. Олораҡ синыфҡа ет­кәс, иптәш­тәренең “кейәү менән кәләш” тип шаяр­ты­уына ла иҫтәре бик китмәне. Мәктәпте тамамлау ал­дын­да торған­да ғына, икеһен дә бер юлы аңлашыл­маған тойғо биләп ал­ды: борсолоумы ул, әл­лә тулҡын­ланыумы­? Фирүзә сәскә кеүек балҡыны. Искән­дәр ҙә, буйға тар­тылып, мыҡтылан­ды. Быларҙың араһын­да мөхәббәт уты ҡабыны­уына бер кем дә шиклән­мәне. Уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа, барыһы ла уларҙы уйҙарын­да өй­лән­дерә лә баш­ланы. Хат­та уҡытыусылар: “Туйға беҙҙе лә саҡырырға онотмағыҙ”, – тип шяр­т­ты.

Фирүзәгә 16 йәш тул­ды. Ул көн­дө бүләктәр, сәскәләр күп бул­ды. Шулар араһын­да иң ҡәҙер­леһе – һөйгәненең бүләге ине. Нәҡ әлеге, ҡулын­да тотоп торған йомшаҡ айыу – Искән­дәренең беренсе бүләге. Уйынсыҡтар менән уй­нар ваҡыты күптән үтеп китһә лә, муйыл­дай ҡап-ҡара күҙле, мәрәкә генә танаулы айыу – бүл­мәһенең йәме ине! Эсе бошоп кит­кән­дә уға серҙәрен һөй­ләне, арыған­да ҡуйынына алып, иҙрәп, йоҡоға тал­ды.

Юғары уҡыу йор­тоноң филология факультетына уҡырға ин­гән­дә һөйгәнен ар­мияға ал­дылар. Көнөнә нисә хат яҙһа, шул тиклем үк яу­ап ал­ды һал­датынан. Хат­тар көн дә килеп торҙо. Уларҙы бик ҡәҙер­ләп ҡумтаға йыя барҙы, хат­та кил­гән береһенә һан ҡуйып барҙы.

Көтмәгән­дә Искән­дәр ялға ҡайтып төш­тө. Осршыуҙың ун көнө ун минут­тай ғына ла бул­маны йәш­тәргә. Ни өсөн шулай икән­? Өҙөлөп көт­кән­дә ваҡыт бигерәк яй бара, ә тулҡын­лан­дырғыс мәл­дәр күҙ асып йомғансы бик тиҙ генә үтә лә китә. Арала тағы ла һағыш­лы көтөүҙәр, хат­тар, осрашыу көн­дәрен һанауҙар…

Күңелһеҙләнеп йөрөгән ҡыҙҙы әхирәте үҙенә ҡунаҡҡа саҡырҙы бер көн. Йәш­тәр менән аралашып, бер аҙ һағы­шы баҫылған­дай булыр. Барҙы. Килеп инеү менән ҡыҙға үт­кер һәм аҡыл­лы ҡараш­лы Таһир исемле егет иғтибар ит­те. Һүҙ юҡ, егет сибәр, сәсе бөхтә итеп алынған. Күңелсәк егет барыһының да иғтибар үҙәген­дә.

Ошо көн­дән бш­лап Таһир Фирүзәнең ар­тынан бер тотам да ҡал­май баш­ланы. “Минең ар­мияла хеҙмәт ит­кән егетем бар”, – тип әйтеп ҡараһа ла, ҡыҙҙың күңелен яулап алырына шиге бул­маған егет­тең сигенергә иҫәбе юҡ ине. Был тиклем иғтибарҙан хат­та ҡыҙҙың әсәһе менән өләсәһе лә егет­те үҙ ит­те. Атаһы ғына үҙ һүҙен әйтергә ашыҡманы. Егет ар­тынан күпме сабыулап йөрөһә лә, ҡыҙҙың күңеле барыбер бикле ине.

Әлбит­тә, был хәл­де “дуҫтар”, ҡупшылап-ҡабар­тып Искән­дәргә алып барып ет­кергән. Ышанған кешең хыянат итеп, өмөтөңдө аҡламаһа, ҡайһылай а­уыр икән­леген башынан кисергән кеше генә аңлайҙыр. Ар­миянан ҡайтыр ваҡыты ет­кән егет, миңә хәҙер ҡайҙа ла барыбер тип, конт­ракт буйынса хеҙмәт ит­кән ерен­дә ҡалырға ҡарар итә. Ошон­да уларҙың ғүмер юл­дары айырыл­ды…

Фирүзә телефон шыл­тыра­уына уянып кит­те. Айы­уын ҡосаҡлап йоҡлап кит­кән икән. Бүл­мә эсе ҡараңғы. Ут­ты ҡабыҙып, ваҡыт­ты ҡараны – сәғәт туғыҙ. Ә телефон һаман да шыл­тырай. Кем шул тиклем ныҡыша?

– Эйе, тыңлайым һеҙҙе!?

– Һаумыһығыҙ? Ҡыш Бабай саҡырғай­нығыҙмы­? Хәҙер килеп етәм!..– Көр та­уыш шул ерҙә өҙөл­дө.

 “Кем бул­ды был­? Бай­рам бит, номерҙы бутаған­дарҙыр… Улай тиһәң, та­уы­шы таныш та кеүек?”... Башын­да ошон­дайыраҡ уйҙар бутал­ды Фирүзәнең. Шул саҡ ишектә ҡыңғырау ишетел­де. Бер кем­де лә көтмәйҙә баһа. Былай һуңға ҡалып кем йөрөй­? Ишекте асып ебәрһә, ысын­лап та, Ҡыш бабай үҙе тора!

– Яңы йыл ҡот­ло булһын!.. – Та­уы­шы… Ә күҙҙәре… Нин­дәй яғымлы… Таныш та­уыш бит был… Тулҡын­ланыуҙан уйҙары буталып, онотолоп кит­те ҡыҙ… Нимәлер булырын һиҙен­гән­дәй, йөрәге күкрәгенән атылып сығырҙай булып тибә баш­ланы. Кисереш­тәрен әйтеп аңлатыр­лыҡ та түгел! Был бит Искән­дәр! Бөтөн­ләй иҫен юйыуҙан ҡурҡҡан ҡыҙ һөйгәненә атыл­ды! Юҡ, ҡәҙер­леһен башҡаса бер ҡайҙа ла янынан ебәр­мәйәсәк! Йыл­дарға һуҙылған, һағынып көт­кән осрашыуҙың ҡәҙер­ле минут­тарын оҙағыраҡҡа һуҙырға теләгән­дәй, йәш­тәр ишек төбөн­дә ошо килеш тора бирҙе. Иң мөғжизәле ошо осрашыуҙы – Яңы йыл кисен бик оҙаҡ зарығып көт­тө бит улар!

 

ФИРҮЗӘ, Мәләүез районы

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: