+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәңгелек сер
12 Февраль 2022, 15:05

Төтөн (Булған хәл)

– Һеңлем, ниңәлер күңелем бөгөн тыныс түгел. Ҡурҡыныс төш күрҙем, әллә шуға инде. Тешем төшкән икән тим. Өләсәй гел әйтә ине “Төштә теш төшһә –  үлемгә,” – тип.    

Төтөн  (Булған хәл)
Төтөн (Булған хәл)

    – Һеңлем, ниңәлер күңелем бөгөн тыныс түгел. Ҡурҡыныс төш күрҙем, әллә шуға инде. Тешем төшкән икән тим. Өләсәй гел әйтә ине “Төштә теш төшһә –  үлемгә,” – тип.  

     Апайымдың һүҙҙәре күңелемде шомландырҙысы... 

     Ҡыҙыл эңер төшкәндә тышта йөрәк өҙгөс тауыш ишетелде. Ҡапҡа алдына йүгереп сығып ҡот осҡос күренешкә тап булдыҡ. Ергә сүгәләгән апайымдың ҡулдарында бесәйебеҙҙең йәнһеҙ кәүҙәһе ине.  

     Күҙҙәренән атылып сыҡҡан әсе йәштәр апайымдың бешкән алмалай янған битен тағы ла нығыраҡ яндырып аҡты ла аҡты. Ғүмерендә осратҡан иң яҡын дуҫтарының береһе менән айырылыуы ҡыйын булғандыр, тыныслана ла, илауынан туҡтала ла алмай, хәле бөтөп ергә ултырҙы. Ошо мәлдә ҡурҡышымдан йөрәгем күкрәктән атылып сығырҙай булды. Апайым эргәһенә йүгереп килеп еткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Ул башын аҫҡа эйеп үҙенең нәҙек йомшаҡ тауышы менән сеңләп, нимәлер һөйләй ине. 

      Апайымды йәлләп, мин  уның эргәһенә яҡыныраҡ ултырҙым. Сөбөрләп аҡҡан йәштәремде һөртә-һөртә уның башынан һыйпаным да һөйләгәненә ҡолаҡ һалдым. 

     –  Миңә ул саҡта ике йәш булғандыр. Әсәйем менән өләсәйемә ҡунаҡҡа барғайныҡ. Бәләкәс, шаян һәм ҡыҙыҡһыныусан булғанға карауат аҫтында ултырған йәшникте, көсөм етмәһә лә, һөйрәтеп сығарҙым. Эсендә ятҡан йомшаҡ йомро йомғаҡтарҙы күргәс, ауыҙым ҡолағыма етте. Әллә яҡтыға сығарғанғамы, ҡурҡыпмы, йомғаҡтар бер-береһенең өҫтөнә баҫа-баҫа бер мөйөшкә һырына башланылар. Тик берәүһе генә үҙенең сөм ҡара төймәләй күҙҙәрен ялтыратып миңә ҡарай ине. Берәй ерен ауырттырмаймы, тип ипләп кенә бесәй балаһын ҡулыма алдым. “Ҡайһылай матур бесәй... Һиңә мин беләһеңме ниндәй исем ҡушам?.. Өләсәйемдең мунса мөрйәһенән ҡап-ҡара төтөн сыға ла күккә күтәрелә. Һинең төҫөң нәҡ шул төтөн кеүек, шуға ла мин һиңә Төтөн тигән исем бирәм. Таныш булайыҡ. Минең исемем Дилә. Йомғаҡ иркәләп кенә “Мыяу”тип ҡолаҡты сыңлатты”.  Шатлығымды  йәшерә алмай Төтөндө өҫкә күтәреп өйрөлдөм, –  апайымдың тауышы ҡалтырап китте. 

    –  Шул көндө Төтөндөң күҙҙәре яҡты йондоҙҙай емелдәне, –  тип һүҙен дауам итте ул. Әллә уға биргән ҡушамат оҡшаны, әллә мине осратҡанға ҡыуандымы ул? Ул көндө был донъяла минән дә бәхетле кеше булмағандыр, –  тине лә, күҙ йәштәре аша ул бер миңә, бер дуҫының үле кәүҙәһенә ҡараны.  

    – Өләсәйемә, яңы дуҫымды күрергә, көн дә уйнарға йөрөр булып киттем. Ауылдың бер осонан икенсе осона бәләкәй генә аҙымдарым менән барып ҡайтым. Бер көндө бесәйемде өйгә алдым да ҡайттым. Атайым бесәйҙәрҙе өнәп етмәгәс, дуҫым әҙерәк шөрләңкерәй. Шулай ҙа дуҫымдың һәр ваҡыт яны мда ғына булыуын теләнем. Өләсәйемдең тышҡа сығыуын көтөп кенә торҙом да, йәһәт кенә кейенеп, Төтөндө куртка эсенә йәшереп, өйҙән сығып шылдым. Бер нисә көн йомғаҡты тумбочка эсендә йәшереп тоторға тура килде. Әммә әсәйемдәр дуҫымды табып уны кире өләсәйгә алып барҙылар. Бигерәк бәләкәс тә ине шул, әсә һөтөнән дә айырылмағайны. Тик минең үҙ һүҙлелегем барыбер йомғаҡты кире ҡайтартты. Төтөн менән беҙ бергә бер өйҙә йәшәй башланыҡ. Ул минең эргәмдә йомарланып йоҡлар булды, артымдан эйәреп кенә йөрөнө, бергәләп уйнаныҡ, йүгерештек. Икәүләп ҡояшта ҡыҙындыҡ.   

    Дилә апайым артабан туҡтап ҡалды. Ә мин уның һөйләгәндәрен тыңлап уйҙарға баттым...Төтөн менән Дилә апайым ана ниндәй ысын дуҫтар булған. Кеше һәм бесәй араһындағы мөхәббәт, дуҫлыҡ, тоғролоҡ хистәре һоҡландырҙы мине. Ун ете йыллыҡ ысын дуҫлыҡ! Был тойғоларҙы әле аңлап та етмәгәндер ул саҡта ике йәшлек ҡыҙ. Әммә ун туғыҙ йәшенәсә  йәндәй күргән дуҫына –һөйөклө бесәйенә булған хистәре  мәңгелек ут булып ҡыҙҙың йөрәгендә янасаҡ. 

 

Ләйсән ОМОРҘАҠОВА,

Белорет районы Инйәр мәктәбе уҡыусыһы

Автор:Ләйсән ОМОРҘАҠОВА
Читайте нас: