+25 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәңгелек сер
13 Февраль 2022, 15:30

БАСКЕТБОЛ ТАНЫШТЫРҘЫ

Мин туптар тотоп автобусҡа сығып барам, бер тубым төшөп тәгәрәне лә китте. Инде барып алайым тигәндә, бер 10-сы синыф егете тубымды алды ла ҡуйҙы. Тупты бирмәй шаярып торҙо, миңә байтаҡ һорауҙар бирҙе (“Ҡайҙан килдең? Исемең нисек?” Һәм башҡалар, барыһын да иҫләп бөтмәйем). Шулай тора биргәс, тупты тотторҙо ла: “Һин миңә оҡшаның, баянан бирле күҙәтәм,” – тигәс, мин аптырауға ҡалып, тупты алдым да тиҙ генә ҡабаланып атлап киттем.

БАСКЕТБОЛ ТАНЫШТЫРҘЫ
БАСКЕТБОЛ ТАНЫШТЫРҘЫ

8-се синыф. Ноябрь айы. Беҙ, ҡыҙҙар һәм егеттәр төштән һуң мәктәпкә барҙыҡ, баскетбол ярышына әҙерләнә инек. Физкультура уҡытыусыһы: “Ошо состав менән иртәгә районға ярышҡа барабыҙ. Ә хәҙер ҡайтып ял итегеҙ. Иртән сәғәт 8-се яртыға мәктәпкә йыйылышабыҙ, беҙҙе автобус 8-ҙә тейәп алып китә,” –  тине лә, беҙ өйҙәргә таралыштыҡ.

Ҡайта һалып, ярышҡа кейемдәрҙе әҙерләнем, мин был ярышты ныҡ көтөп алдым, сөнки беренсе йыл ғына ҡатнаша инем.

Шулай түҙемһеҙлек менән таңды аттырҙым, ашығып-ашығып мәктәпкә йүгерҙем. Автобус ул мәлдә мәктәп алдында беҙҙе көтөп кенә ултыра ине, бөтәһе лә ултырыша башлағандар, ә мин мәктәпкә тиҙ генә аяҡ кейемемде алырға ашыҡтым. Сыҡһам, миңә һәм бер егеткә урын юҡ, уҡытыусыбыҙ: “Ярай, һеҙ быйылға бармай тороғоҙ,” –  тигәс, улар ҡуҙғалып киттеләр ҙә барҙылар.

Минең күҙгә йәш тулды, илап ҡайтып киттем. Ҡайтһам, әсәйем менән атайым район үҙәгенә китергә йөрөйҙәр, минең илап ҡайтып ингәнемде күргәс, аптырап ҡалдылар. Әсәйем : “Нимә булды, ярышҡа бармайһығыҙмы ни?” –   тип һорағас, илай-илай: “Урын булманы миңә,” –  тип тағы ла нығыраҡ илап ебәрҙем. Әсәйем быны ишеткәс, атайым менән нимәлер һөйләштеләр ҙә: “Киттек беҙҙең менән, беҙ һине алып барабыҙ, илама, ныҡ улай уйнағың килгәс, әйҙә,” –  тинеләр.

Районға шулай барып еттек, мин ашыға-ашыға спортзалға йүгерҙем. Унда беҙҙең команда уйнап йөрөй, бер ҡыҙыбыҙ аяғын ауырттырып ултыра ине, кешеләре етмәй. Мине уҡытыусыбыҙ күреп ҡыуанды, тиҙ генә уйынға ҡушылдым. Шулай итеп, 2-се урын алып ҡайтырға йыйынабыҙ.

Мин туптар тотоп автобусҡа сығып барам, бер тубым төшөп тәгәрәне лә китте. Инде барып алайым тигәндә, бер 10-сы синыф егете тубымды алды ла ҡуйҙы. Тупты бирмәй шаярып торҙо, миңә байтаҡ һорауҙар бирҙе (“Ҡайҙан килдең? Исемең нисек?” Һәм башҡалар, барыһын да иҫләп бөтмәйем). Шулай тора биргәс, тупты тотторҙо ла: “Һин миңә оҡшаның, баянан бирле күҙәтәм,” – тигәс, мин аптырауға ҡалып, тупты алдым да тиҙ генә ҡабаланып атлап киттем. Ул егет артымдан: “Исемеңде әйтмәһәң дә мин һине табам,” – тип ҡысҡырып ҡалды.

Беҙ кискә саҡ ауылға ҡайтып еттек, алыҫ ара түгел, әммә ярыш оҙаҡ барҙы.

Икенсе көнө иртәнсәк мәктәпкә барып, ҡыҙҙар менән тәнәфес мәлендә серләшеп ултырҙыҡ. Мин теге серле егетте һөйләнем, миңә был хәл бик ныҡ ят та һәм шул уҡ ваҡытта сәйер ҙә тойолдо. Мин ул ваҡиғаны онота алманым.

Шулай итеп, мәктәпте тамамлап, ҡалаға уҡыу йортона инеп, ярты йыл уҡығандан һуң, Яңы йыл каникулына ҡайттым. Синыфташтар, дуҫтар менән күрешергә кискелек урамға сыҡтым. Клубҡа барырға булдыҡ, унда бер дуҫ егет йүгереп килеп : “Ауылға ят йәш егеттәр килгән, бер оҙон һары сәсле, күҙлек кейгән бер ҡыҙҙы эҙләйбеҙ, әммә исемен белмәйбеҙ, тинеләр. Улар һине эҙләйҙәр, беҙҙең арала һин генә күҙлек кейәһең,” – тине миңә ҡарап. (Мин әле лә күҙлек кейәм, сәсем генә оҙон түгел).  

Ҡапыл ҡурҡып ҡалдым. Әммә шулай ҙа ҡыҙыҡ ине кемдәр икәне. Синыфташ ҡыҙыҡай менән ситтән генә булһа ла теге кешеләрҙе ҡарарға киттек. Барһам... теге серле егет тормаһынмы!.. Бар ҡыйыулығымды йыйып, уларға табан атланым. Ул шунда уҡ мине күреп, үҙемә ҡаршы килеп: “Мин бит һине оҙаҡ эҙләнем, һиңә табам тип әйткәс, үҙ һүҙемдә торҙом,” –   тине лә ҡосаҡлап алды.

Беҙ шул көндән бирле айырылышманыҡ. Әлеге мәлдә ғаилә ҡороп, татыу ғына йәшәп ятабыҙ, улыбыҙҙы үҫтерәбеҙ. Мин бындай бәхетем өсөн әсәйем менән атайыма, беҙҙе ярышҡа әҙерләгән физкультура уҡытыусыһына һәм дә баскетбол тубына рәхмәтлемен. Улар ярҙамында мин үҙемдең буласаҡ тормош иптәшемде осраттым.

 

КҮҘЛЕКЛЕ ҠЫҘҘЫҢ һөйләгәнен

“Серләшәйек” төркөмө рөхсәте менән

Зарина НӘЗИРОВА әҙерләне.

Автор:Зарина НӘЗИРОВА
Читайте нас: