+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәңгелек сер
19 Февраль 2022, 13:50

Егет тигәнем һөмһөҙ бабай булып сыҡты

Мәктәп йыл­дарының ҡыҙыҡлы ғына мәл­дәрен иҫенә төшөрә ал­маҫтыр Флүзә. Үҙенең уҡы­уы ла ур­тасараҡ бул­ды. Тиҫтерҙәре менән аралаш­маны, хат­та уҡытыусыға дәрестә яу­ап биргәнен хәтер­ләмәй. Йомоҡ ине. Тубыҡҡа төшөп торған оҙон толом­дарын берҙән үреп төшөрөр ҙә, дәрестә ул­тырып, ҡайтып китер ине. Әл­лә уҡыны, әл­лә юҡ. Малайҙар, шаяр­тып, сәсен тар­тҡыс­лаһалар, уҫал ҡараш­тарын таш­лап, “Кәзә!” тип бер һүҙ генә әйтә торғайны. Көнө буйына а­уыҙ асып өн­дәш­кәне шул булған­дыр.

Егет тигәнем һөмһөҙ бабай булып сыҡты
Егет тигәнем һөмһөҙ бабай булып сыҡты

Мәктәп йыл­дарының ҡыҙыҡлы ғына мәл­дәрен иҫенә төшөрә ал­маҫтыр Флүзә. Үҙенең уҡы­уы ла ур­тасараҡ бул­ды. Тиҫтерҙәре менән аралаш­маны, хат­та уҡытыусыға дәрестә яу­ап биргәнен хәтер­ләмәй. Йомоҡ ине. Тубыҡҡа төшөп торған оҙон толом­дарын берҙән үреп төшөрөр ҙә, дәрестә ул­тырып, ҡайтып китер ине. Әл­лә уҡыны, әл­лә юҡ. Малайҙар, шаяр­тып, сәсен тар­тҡыс­лаһалар, уҫал ҡараш­тарын таш­лап, “Кәзә!” тип бер һүҙ генә әйтә торғайны. Көнө буйына а­уыҙ асып өн­дәш­кәне шул булған­дыр.

Унынсы синыфты тамамлағас, әсәһе, “балам икмәк-тоҙлоҡ булһа ла үҙенә аҡса эш­ләр”, тип,  Стәр­летамаҡ һөнәрселек училищеһына уҡырға бирә. Бын­да тор­мош ағы­шы, кешеләр, нисектер, икенсерәк. Ҡыҙ, әкрен­ләп, үҙал­лы йәшәргә өй­рәнә, ҡаланы үҙләш­терә. Аҙ ғына ҡы­йыулыҡ өҫтәл­гән­дәй була үҙенә.

Бүл­мәләш ҡыҙҙар интернет­та ул­тырып, дуҫтар менән аралаша. Флүзә лә, бер көн таны­шыу сайтына инеп, яҙыша баш­лай. Кем­дәр генә юҡ бын­да. Бөтәһе лә таны­шырға теләй, хат­та осрашыуға саҡыра. Айырыуса бер егет оҡшаны ҡыҙға. Тик йәше генә күңел­де ҡыра – 38. Исеме – Альбер­т. Фотоһүрәт­тәренән күренеүенсә, спор­т залынан сыҡмаған Алпамыша ин­де!          

     Оҙаҡҡа һуҙмай, егет ҡыҙҙы таны­шыуҙың беренсе сәғәт­тәренән осрашыуға саҡыра ла баш­ланы. Флүзә был хәл­гә аптырап ҡал­ды. Егет ал­дын­да нисек үҙен тотор ҙа, нимә генә әйтер. Юҡ, бул­маҫ! Ҡы­йыулыҡ та самалы. Бар­майым! Тик егет Флүзәнең икеләнеү шиген шул тиклем оҫта тарата ал­ды. Ҡыҙ ризалашҡанын һиҙмәй ҙә ҡал­ды.

Осрашыу урыны тип – ҡала ситен­дә урын­лашҡан бик йы­й­наҡ кафены һай­ланы. Кеше юҡ. Тыныс. Ике-өс кенә кеше ун­да-бын­да ашанып ул­тыра. Өҫтәл ар­тына ул­тыры­уы бул­ды, өлкән йәш­тәге ир янына килеп тә ул­тырҙы.

– Флүзәме? Мин Альбер­т булам.

Аптырауҙан Флүзәнең күҙе шар булды. Нисек? Олатаһы йәшен­дә барҙыр был бабай. Бит­тәрен сырыш баҫҡан, сәстәре сал­ланған. Ялбыр ҡаш­тары араһынан йыл­тыраған ҡыҫыҡ күҙҙәре тегеләй-былай йүгерә, уҫал осҡон­дар ҙа сәсрәп китә. Ҡул­дары татуировканан сыбар­ланып бөт­кән: “Не забуду мать-родную”, “Прощай и люби меня!”, тағы әллә нимәләр. Ошон­дай яҙыуҙарҙы, а­уыр енәйәт­тәр ҡылып, төр­мәләрҙән сыға бел­мәгән а­уыл­дашы Хәмзә исемле ағайҙың ҡулын­да ла күргәне бар ине. Ҡото алынды ҡыҙҙың. Һикереп тороп, китергә уйлағайны ла, бабай, ҡулынан тотоп тартып, кире урынына ултыртты. Ҡурҡышынан ҡыҙ, быуынһыҙланып, ултырғысҡа һеңде.

     Асыҡланы­уынса, бабайға 67 йәш булып сыҡты. Һәм ул шунда уҡ, Флүзәгә өй­лән­гәс, нин­дәй яҡшы ир буласағы, ус төбөн­дә генә йөрөтәсәге, сит ил­дәргә сәйәхәт­тәргә алып барасағы тураһын­да һөйләй ҙә башланы. Өй­ләнешеү тураһын­да ерән­гес тәҡдимен ишет­кәс, ҡыҙ, үҙенә урын таба ал­май кит­те. Ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсен­дә нисек ҡасырға бел­мәгән Флүзә, уңайын тура килтереп, бабайҙың ҡатҡыл ҡулынан ҡапыл ысҡынып, кафенан йән-фар­ман сығып йүгерҙе.

Әлеге ҡурҡыныс ваҡиға Флүзәнең күҙ алдынан кино кадры кеүек ағылды ла ағылды. Үҙе, бер  туҡтауһыҙ, алға йүгерҙе, йүләрлегенә, бер ҡатлылығына үҙен-үҙе әрләне: улар йәшәгән дөйөм ятаҡта көҙөн генә бер ҡыҙ дәрескә киткән еренән юҡҡа сыҡты. Бер аҙна эҙләгәндән һуң ғына үле кәүҙәһен соҡорҙан таптылар. Юҡ ин­де, был кафеға килеү түгел, хәҙер уны урап үтәсәк! Бел­мәгән-күр­мәгән кеше менән осрашыуҙарға йөрөмәйәсәк! Сит-ят кеше менән аралаш­маясаҡ! Бынан кире һәр аҙымын үлсәп баҫасаҡ. Хәтерен­дә мәңгегә уйылып ҡалған был имәнес ваҡиғанан һуң ошолай үҙ-үҙенә ҡат-ҡат һүҙ бирҙе ҡыҙ. Юғиһә, ауға эләгеп сығал­ма­уың бар…

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: