+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәңгелек сер
11 Апрель 2022, 09:00

Мин ғашиҡ булған егет өс йыл элек күрше генә ауылдан күсеп килде

Бер заман, ул сәхнәгә һикереп менде лә, микрофонды ҡулына алып, һүҙ башланы: “Минең исемем “Сер” булыр! Ошо йырымды  минең “йөрәк-хатымды” алыусы ҡыҙға бағышлайым,” – тине лә, гитараһын ҡулына алып, “Сәскәм” тигән йырҙы йырлай башланы. 

Мин ғашиҡ булған егет өс йыл элек күрше генә ауылдан күсеп килде
Мин ғашиҡ булған егет өс йыл элек күрше генә ауылдан күсеп килде

Ҡыш. Февраль айы. Тиҙҙән Ғашиҡтар көнө яҡынлаша. Ул көн – бер-береһен һөйгән йәрҙәр өсөн ҙур байрам. Мин дә 14 февралде йыл һайын түҙемһеҙлек менән көтөп алам. Сөнки минең дә йән һөйгән кешем бар. Тик ул әле был хистәрем хаҡында белмәй. Нисәмә йыл, ҡабат-ҡабат, уға һөйөү хаттарымды яҙып оҙатам. Ләкин ул белмәй был хаттарҙың кем яҙғанын, мин исемемде яҙмай инем шул.

Мин ғашиҡ булған егет өс йыл элек күрше генә ауылдан күсеп килде. Ул көн мәңге хәтеремдә уйылып ҡалған. Физика дәресе бара ине. Сибәр генә егет ишекте асып килеп инде. Кеше тәү күреүҙән үк ғашиҡ була алмайҙыр, тип уйлай инем. Була икән шул! Дәрес бөткәнсе унан күҙемде алмай, уға ҡарап ҡына ултырҙым. Ул заманда минең егетемә барлыҡ синыф ҡыҙҙары ғашиҡ булғандыр, моғайын. Оҙон буйлы, бөхтә кейенгән, ҡап-ҡара сәсле, һоп-һоро күҙле, матур йөҙлө мөхәббәтем әле лә күҙ алдымда минең. Шулай итеп, мин иҫемде юйып һөйөүемдән, башымды, төн йоҡоларымды, ғөмүмән, тыныслығымды юғалттым. 

14 февраль көнө ине. Матур кейемдәремде кейеп, биҙәнеп-төҙәнеп, һыланып-һыйпанып, тигәндәй, дәрескә ашыҡтым. Мәктәп матур итеп биҙәлгән, бөтөн ерҙә йөрәк–һүрәттәр, шарҙар байрам кәйефе биреп тора. Шул хозурлыҡ уртаһында, хаттар төшөрә торған ҙур ҡумта ултыра. Һөйгән егетем Р-ҡа яратыуымды, йөрәк хистәремде яҙып, кисә кисен үк үҙ ҡулдарым менән асылма эшләгәйнем. Тик, исемемде яҙырға оялдым. Үҙемде “Сәскә” тип кенә билдәләнем. Күп уйлап торманым, минең өсөн иң ҡәҙерле булған был хатты ҡумтаға һалып та ҡуйҙым.

Бер синыфта уҡыһаҡ та ул бер нәмә лә һиҙмәне. Өс йыл буйы Сәскә исемле ҡыҙҙан мөхәббәт хаттары алып торҙо.

Кисен байрам хөрмәтенә дискотека башланды. Ҡыҙҙар, малайҙар шау-гөр килә, уйнайҙар, бейейҙәр. Бөтөн ярыштарҙа, бәйгеләрҙә Р. үҙен бер ҙә һынатмай, гел алғы сафта. Ниһәйәт, хаттарҙы таратыу ваҡыты етте.

11-селә уҡыған ағайҙар, апайҙар, малай-ҡыҙҙарҙы исемләп сәхнәгә саҡырып сығарып, хаттарҙы тапшырҙы. Иҫем–аҡылым китеп, ҡарап ултырҙым, сөнки йөрәкле һөйөү хаттары тик минең Р.-ҡа ғына бер туҡтауһыҙ яуҙы ла яуҙы! Ситтән генә һөйөклөмдө күҙәтеп ултырам. Ул, килгән хаттарға тиҙ генә күҙ йүгертеп сыҡты ла, минең ҡулдан эшләнгән хатыма иғтибар итеп, туҡтап ҡалды. Тирә-яғына әйләнеп-әйләнеп ҡарап ҡуйҙы, өс йыл буйына кемдән хат алғанын аңлағыһы килгәндер инде. Р.-ты оҡшатып йөрөүемде, тик иң яҡын әхирәтем генә белде. Был юлы ла әхирәтем, мине өгөтләп : “Нишләп уны йылдар буйы ыҙалатаһың? Барып, хистәреңде үҙенә әйт тә ҡуй, етмәһә беҙ быйыл сығарылыш синыф, башҡа бындай көн булмаясаҡ. Әйтмәһәң, аҙаҡ үкенерһең әле. Бәлки, ул да һине оҡшатып йөрөйҙөр,” – тине. Ысынында, мин үҙем дә өс йыл буйына, “Сер” тип яҙылған кешенән хаттар алам. Әммә, бәлки, ул да миңә яҙалыр тигән уй башыма барып та етмәй, сөнки миңә атап яҙылған хаттарҙы уҡымай ҙа торғайным, ҡыҙыҡ түгел кеүек тойолдо.

Шулай итеп, был кисәлә оҙаҡ уйланғандан һуң, әхирәтемдең һүҙенә ҡолаҡ һалырға булдым. Ысынлап та, һуңлап ҡуйыуым бар бит!

Аҡ бейеү ҡуйҙылар. “Ҡыҙҙар егеттәрҙе саҡыра,” – тинеләр. Күптәре Р.–ты саҡырырға теләне, ләкин ул баш тартты. Мин ҡойолоп төштөм, ҡурҡтым, оялдым, тартындым, мине лә шулай кире бороп ҡуйһа, тип. Мин “йә барам, йә бармайым,” тип торғансы, көй ҙә бөттө. Ул үҙе лә, нимәлер һиҙгән кеүек минең яҡҡа ҡарап-ҡарап ала.

Бер заман, ул сәхнәгә һикереп менде лә, микрофонды ҡулына алып, һүҙ башланы: “Минең исемем “Сер” булыр! Ошо йырымды  минең “йөрәк-хатымды” алыусы ҡыҙға бағышлайым,” – тине лә, гитараһын ҡулына алып, “Сәскәм” тигән йырҙы йырлай башланы. Мин, аптырауымдан, артҡа сигенеп ҡуйҙым. Тимәк, “Сер” ул – Р.?  Шатлығым, аптырауым эсемә һыйманы. Мин уның йырлағанын, хатта, гитарала уйнағанын белмәй ҙә инем! Ул шул хәтлем моңло итеп йырланы, уға бөтөн мәктәп ҡушылды. Уға ҡарата булған һөйөүем хәҙер инде, дөрләп янып, ялҡындары һауаларға олғашты! Ғашиҡ булыуым баштан ашты! Шул мәлдә беҙ күҙгә–күҙ ҡарашып ҡына аңлаштыҡ.

Ошо көндән алып беҙ осраша башланыҡ. Бер-беребеҙҙән бер ҙә айырылманыҡ. Ваҡыт аға торҙо. Бер уҡыу йортона уҡырға индек. Хәҙер ҙә беҙ бергә, бер-беребеҙгә, яратып-һөйөп, “Сәскә” һәм “Сер” тип кенә өндәшәбеҙ.

Шуны әйтке килә: кәрәк саҡта тура юл күрһәтеп, аҡыллы кәңәштәрен биреүсе тоғро әхирәттәрегеҙ, һеҙҙең өсөн янып-көйгән, һеҙҙе аңлаған, ысын серҙәшегеҙ булһын. Мин үҙемдең әхирәтемә бик рәхмәтлемен. Хистәрегеҙҙе, һөйөүегеҙҙе тартынмай, ваҡытында әйтеп ҡалығыҙ, бәлки, иртәгә һуң булыр...

 

Салауат районынан Миңлегөл исемле ҡыҙыҡайҙың һөйләгәндәрен Рифат Йәмле Хан яҙып алды.

 

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: