+13 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәңгелек сер
16 Апрель 2022, 14:20

Йәшел йылан араны өҙҙө

Беҙ бер ауылда йәшәнек. Ул минән ике синыфҡа түбән уҡый ине. Башта ул М-гә иғтибар ҙа итмәнем. Башҡа ҡыҙҙар менән йөрөй бирҙем. Ул ваҡытта мәктәп тормошонда бик әүҙем йырсы, ҡурайсы, диджей, рәссам булдым.

Йәшел йылан араны өҙҙө
Йәшел йылан араны өҙҙө

Беҙ бер ауылда йәшәнек. Ул минән ике синыфҡа түбән уҡый ине. Башта ул М-гә иғтибар ҙа итмәнем. Башҡа ҡыҙҙар менән йөрөй бирҙем. Ул ваҡытта мәктәп тормошонда бик әүҙем йырсы, ҡурайсы, диджей, рәссам булдым.

Ваҡыт үтә торҙо, М. һылыу ҡыҙ булып үҫеп буй етте. Беҙ уның бер туған ағаһы менән яҡын дуҫтар инек, шуға күрә М. минең өсөн дә һеңлем кеүек булды. Ул туғыҙынсы синыфта уҡый, ә мин сәнғәт училищеһының икенсе курс талибы. Студент булғанда ҡәһәр йәшел йылан менән таныштым, “миңә бер нимә булмаҫ әле, барыһы ла булыша бит”, тип уйланым. Ял көндәре тыуған ауылыма ҡайтым, ниндәйҙер байрам ине, тағы ла шул ҡәһәр эсемлек менән булыштым. Мәҙәниәт йортонда дискотека гөрләй, беҙҙең ҡулдан һыра төшмәй, бейейбеҙ, ҡысҡырышабыҙ, кем нимә эшләгәнде белмәй. М.-ла клубта ине. Бер ваҡыт ул мине етәкләп, һөйрәп тигәндәй тышҡа алып сыҡты. Шунда битемә “Шап” – итеп һуғып ебәрмәһенме! Күҙҙәремдән осҡондар атылды. Миңә ошоға хәтлем бер ҡыҙҙың да ҡул күтәргәне юҡ ине. Аптырап ҡалдым. Уның иҙеүенән тотоп, көскә үҙемә тарттым. М миңә ҡысҡыра:

– “Мин бит һине нисәмә йыл яратып йөрөйөм, ә һин шуны күрмәйһең! Эсмә шул шайтан эсемлеген!” – тине лә, илап ебәрҙе. Бына шунда беҙҙең йөрәктәр осрашты. Зиһенем, аҡылым асылып китте. Ул иҫ киткес сибәр, мәңгелеккә ғашиҡ булдым. Һөйгәнемдең сәстәре оҙон, буй-һыны зифа, ҡашы, күҙе ҡара, йөҙҙәре алһыу алма. Хатта йондоҙҙар ҙа миңә көнләшә кеүек. Мин уны үлеп яраттым, ысын мөхәббәт уты янды беҙҙең йөрәктә.

Беҙҙең дуҫлыҡҡа бөтөн ауыл һоҡланды, туғандар шатланды. Әммә шул йәшел йылан артымдан ҡалманы, һәр көн арта барҙы, мин башым ауыртып, эҙләнә лә башланым.

Ваҡыт үтә торҙо, беҙ туғыҙ йыл бергә йөрөһәктә, М.-дең миңә һыуынғаны һиҙелде. Юғары белем йортон тамамланым да, аҡса эшләйем тип икенсе районға эшкә киттем. Мин уны бик һағынам, йәйгелеккә туй үткәрербеҙ тип балдаҡтар ҙа алдым.

      Апрель айҙары, кеҫә телефонына бер шылтырау булды. Ашҡынып, ҡыуанып һөйгәнем тип уйлап, ҡарамайынса яуап бирҙем. Бер ят егет тауышы: – “Алло, һеҙ С.-мы? Мин һеҙҙең ауылдан кәләш алам, миңә туйҙы алып барыусы (тамада) кәрәк ине”, – ти. Мин уны-быны уйламай: – “Әә, бик мәслихәт, кем ул бәхетле ҡыҙыҡай? ” – тип һорай һалдым.

Ул инде, беҙҙең шул сама йыл бергә йөрөгәнде белмәгәндер: – “Иң матур ҡыҙ М.-гә өйләнәм!”, – тип әйтмәһенме! Аяҙ көндө йәшен һуҡҡан кеүек булды, артыма ултыра төштөм. Йән әрнеүенән түҙмәй, иланым. Егет кеше лә илай шул. Эштән китеп, әйберҙәремде лә алмайынса ауылға һыпырттым. Ауылда ҡайғымды шул йәшел йылан менән баҫтым. Хәҙер инде байтаҡ ҡына йәш тә булып китте. Алламдан ярҙам ғына һорайым – “Их ҡайтарһаңсы мине шул саҡтарға, бер тамсы ла тотоп та ҡарамаҫ инем”, – тип анттар бирәм. Ләкин һуң инде, ғүмерҙә лә йәшлеккә кире әйләнеп ҡайтып булмай. Яңы тормош башлап, дин юлынан киттем. Ысынында шулай дуҫтар. Бер ваҡытта ла ул ҡәһәр һуҡҡанға яҡынлашмағыҙ. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ ул зәхмәт менән булышмаған. Дуҫтар, беҙ иҫ киткес хозурлыҡта йәшәйбеҙ! Аллаһ байрамдары ғына беҙгә байрам була күрһен. Атай-әсәйҙәрегеҙҙе хөрмәт итеп, яратып-яратылып, һөйөп-һөйөлөп, иркәләп-иркәләнеп, ҡәҙер хөрмәттә, рәхмәтле генә, рәхәтләнеп, әлхәмдүлилләһ Аллаға шөкөр тип йәшәгеҙ!

 

С.Нуғаев.

 

 

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: