+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәңгелек сер
24 Июль 2022, 12:05

Башланыр-башланмаҫ мөхәббәт булды ул!..

Бала саҡтан яратып уҡып үҫкән “Аманат”ыма үҙемдең бала саҡ мөхәббәтем тураһында һөйләйем әле. Бәлки, уны, ауыҙ тултырып, мөхәббәт тип атап та булмаҫтыр. Иллә мәгәр нимәлер булды инде...

Башланыр-башланмаҫ мөхәббәт булды ул!..
Башланыр-башланмаҫ мөхәббәт булды ул!..

Бала саҡтан яратып уҡып үҫкән “Аманат”ыма үҙемдең бала саҡ мөхәббәтем тураһында һөйләйем әле. Бәлки, уны, ауыҙ тултырып, мөхәббәт тип атап та булмаҫтыр. Иллә мәгәр нимәлер булды инде...

Хәл былайыраҡ булды. Бер мәл өй телефоны менән шаярып ултырып, Асҡар ауылынан Дим исемле малай менән танышып алдым. Бер нисә көн буйы аралаштыҡ. Һөйләшеүгә яғымлы ғына булып сыҡты.
Бер көн миңә был Дим:
- Етте, мин һиңә, Атауҙыға киләм! – тип әйтеп һалды.
Ғашиҡ булды ахыры миңә. Үҙемә лә оҡшағайны, әммә ләкин 50 саҡырым алыҫлыҡта ятҡан ауылға нисек барып етмәк кәрәк?
Ата-әсәйемдең тыуған көндәре бер мәлдәрәк. Табынға туғандар йыйылған, ҡотлайҙар, ҡунаҡ булабыҙ. Бер ваҡыт еҙнәм өйгә килеп инде лә:
– Балдыҙ, бар, ана, тышта һине бажа көтә, – тип һөрән һалды.
Ултырған урынымдан хатта ырғып киттем. Ысынлап килдеме икән ул? Йүгереп сыҡһам, ҡаршымда ике малай тора: минән бер башҡа бәләкәйҙәр, береһе – һары, береһе – ҡара. Дим тигәне һары булып сыҡты. Ояла-ояла эскәмйәлә ултырып хәбәр һаттыҡ. Ә тәҙрәнән туғандар беҙҙе күҙәтте.
– Нисек килеп еттегеҙ, ҡайһы яҡтан?
– Велосипедта, Асҡарҙан тәүҙә Ишҡолға сыҡтыҡ, ә унан бында инде.
–Нимәәәә? Вәт ике иҫәр! Икәүләшеп бер велосипедта 35 саҡырым килгәндәр!..
Бер аҙ һөйләшеп, әсәйемдәр уларға сәй эсергәндән һуң, былар ҡайтырға булып китте. Ҡапҡа эсендә һөйәлеп торған велосипедымды күреп, Дим:
– Беҙгә биреп тор әле сәпитеңде. Бер велосипедта килеп, арыныҡ. Иртәгә ағайымдың машинаһы менән алып килербеҙ, - тине.
Шулай итеп, яҡшылап белмәгән бер малайға бирҙем дә ебәрҙем велосипедымды.

Нисек уйлайһығыҙ, кире ҡайтарҙылар тиһегеҙме тимер атымды?
Дөрөҫөн генә әйткәндә, артабан нимә булырын, урларҙар, алып килмәҫтәр, тигән уй башыма инеп тә сыҡманы. Кешеләргә ышанмағас, нисек йәшәмәк кәрәк был донъяла? Апайым да: "Велосипедың менән хушлашһаң да була," – тиһә лә ышанманым. Нисек инде, күптән яҡын дуҫтар кеүек үҙебеҙ, алдап тормаҫ.
Ниһайәт, алып килделәр бит, әй, велосипедымды! Ләкин, күреп, үҙ күҙҙәремә ышанманым: котофоттары, асҡыс һала торған ҡумтаһы юҡ. Аҡ ҡына руле ҡап-ҡара булып янып сыҡҡан, бер яғы, хатта көйгән.
Нимә булды, тип һорарға оялдым, Дим үҙе һөйләп бирҙе: юлда уларға беҙҙең ауыл малайҙары бәйләнгән, велосипедтарының котофоттарын, ҡумтаһын сисеп алған.
Ысынмы, бушмы, асфальтҡа сыҡҡас, бер юлсы ултыртып алған быларҙы. Әммә багажникка бер юлы ике велосипед яҡшылап һыймаған. Минең велосипедтың руле, ваҡыты-ваҡыты менән асфальтҡа тейгеләп, һөйрәлеп, янып-көйөп барған.
Ҡайтҡас, ата-әсәләре, быларҙы юғалтып, ҡайғырып бөткән, кәрәктәрен дә алғандар.
Вәғәҙәләгәнсә, ағаһы машинала алып килде велосипедымды. Шунан башҡа мин уларҙы күрмәнем. Әллә ныҡ кәрәктәрен алғандар, әллә мин насар тәьҫораттар ҡалдырҙым.

Шулай итеп, беҙҙең башланып өлгөрмәгән мөхәббәтебеҙ, тамамланып та ҡуйҙы.
Бына шулай, ҡайҙалыр Дим исемле утыҙ йәшлек бер ир-егет йәшәй. Ул да күптән өйләнгәндер, хәҙер бәхетле атайҙыр инде. Ә мин дә үҙем ике бала әсәһе.


РӘЛИӘ.

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: