+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәңгелек сер
1 Октябрь 2022, 13:15

Аҡ айыу (Бер мөхәббәт сере)

Шундай ҙа матур ҡыҙҙар була бит ул: йөҙ-ҡиәфәттәре, буй-һындары, ҡыланыштары менән тыумыштан уҡ мисс камиллыҡтың үҙе! Ун алты йәшлек Сабрина* ла шулар рәтенән – торғаны менән ҡурсаҡ, аниме персонажы:

Аҡ айыу (Бер мөхәббәт сере)
Аҡ айыу (Бер мөхәббәт сере)

Аҡ айыу

Шундай ҙа матур ҡыҙҙар була бит ул: йөҙ-ҡиәфәттәре, буй-һындары, ҡыланыштары менән тыумыштан уҡ мисс камиллыҡтың үҙе! Ун алты йәшлек Сабрина* ла шулар рәтенән – торғаны менән ҡурсаҡ, аниме персонажы: ҙур күҙҙәренең, тулышып торған сейә ирендәренең, оҙон шыма сәстәренең матурлығына ғашиҡ булып мәжнүнгә әйләнерһең, биллаһи! Иҫ-аҡылдарын юялар ҙа егеттәр. Сабрина урамдан үтеп барышлай егеттәргә бер генә һирпелеп ҡарауы була, көслө зат вәкилдәре рельс аҫтына түшәлгән шпалдар ише, тәгәрәшеп ятып ҡала. Әйтерһең дә, һылыуҡайҙың оҙон, ҡуйы керпектәре уҡтар һымаҡ уларҙың йөрәгенә ҡаҙалып, үҙҙәрен тура мәрткә ебәрә. Гүзәлкәйҙең ошо тылсымлы шауҡымына ул саҡта сығарылыш синыф уҡыусыһы Илдар ҙа эләкте бит. Эләгеү генәме, күрше үҫмер егет, Сабрина, тип йән атып, йоҡоһонан, тамағынан яҙа яҙҙы. Тыныслығын юғалтыуы бер хәл, уҡыуы хөртәйҙе. Башланғыс синыфтарҙан алып тик “бишле” билдәләренә генә өлгәшкән Илдар “дүртле” һәм “өслө”ләргә тәгәрәп төштө. Күҙ алдына килтерәһегеҙме, ата-әсә, туған-тыумаса, уҡытыусылар ниндәй стресс кисергәнен? Алтын миҙалға ышаныслы китеп барған уҡыусы күҙ алдында аттестатының баһаһын кәметһен әле, хафаланмаҫ ереңдән хафаланырһың.

– Ҡыҙҙар бөтмәҫ, миллион ҡыҙ осрар, ә алтын миҙал ғүмерҙә бер генә була, – тип туҡыны ата-әсә иртәле-кисле.

– Мәктәптең абруйын арттыра торған кеше бит һин, әҙерәк мәктәп, уҡытыусылар тураһында уйлайһыңмы? – тип намыҫына тейергә тырышты белем усағының етәксеһе. Ләкин Илдар бер кемде лә йүнләп ишетмәне, уның өсөн Сабринаның ғына һүҙе һүҙ ине. Ә уҡыуға бәләкәстән еңел-елпе ҡараған, хеҙмәт һәм рәсем дәрестәрендә генә “бишле”ләрҙе күргән ҡыҙ егеттең көндәлеген тикшереп ултырған тиһегеҙме?! Әлбиттә, йәштәрҙә көндәлек, билдәләр, аттестат, алтын миҙал ҡайғыһы булмаған. Әйткәндәй, тәүге һөйөү шәрбәтен һемереп эсеп, бәхеттән иҫереп йөрөгән икәүҙең дуҫлығының бик ҙур ыңғай яғы ла булды: ғәҙәттә гел китапҡа тексәлеп, өйҙән сыҡмай ултырған Илдарҙы Сабрина йә катокка әйҙәне, йә тауға саңғыла шыуырға алып сыҡты, йә ҡар бәрешеп уйнарға әүрәтте. Ни тиһәң дә, саф һауа һулап ҡалды аҡыллы егетебеҙ. Уның араһында бер туҡтауһыҙ киноға, кафеларға йөрөүҙәр ҙә йышайҙы, ул туңдырма, шоколадтарға киткән аҡсаны ата-әсә иҫәпләмәй ҙә башланы. Дөрөҫөн әйтер кәрәк, ата-әсәһенән аҡса һорағанда Илдар һәр ваҡыт ҡыйынһынды, уңайһыҙланды. Хатта, үҙ аллы аҡса эшләргә лә маташып ҡараны. Тик реклама гәзиттәрен таратып ҡына, берәй кемдең кеҫә ҡалынайтҡаны булдымы? Айырыуса, Сабрина кеүек аҡса һурғыстар яныңда өйөрөлөп-сөйөрөлгәндә? Әлбиттә, Илдар ҙа бол туплай алманы. Тапҡан-таянғаны көнөндә үк сарыф ителде. Булған хәлгә күнеп, барыһы ла алтын миҙал менән эстән хушлашып та бөткәйне генә, Сабринаның тыуған көнө етте. Һылыуҡай кистән үк:

– Минең тыуған көнөмә йомшаҡ уйынсыҡ – аҡ айыу бүләк ит, – тип әллә һораған, әллә талап иткән йылмайып.

– Проблема юҡ, – тигән Илдар. – Һинең өсөн бер нимә лә йәл түгел!

Һәм әсәһе биргән аҡсаға магазиндан иң йомшаҡ, иң йөнтәҫ, иң йылмаяҡ айыуҡайҙы һайлап һатып алған. Бүләген матур ҡапҡа һалып, хризантемалар гөлләмәһен, ҡыҙыл шарикты тотоп, Сабринаны ҡотларға ашҡынып килгән. Ынйы мәрйене кеүек тип-тигеҙ тештәрен балҡытып ҡаршы алған уны Сабрина. Әммә кескәй ҡапты күреү менән төҫө боҙолған.

– Был нимә? – йомшаҡ уйынсыҡты тегеләй-былай әйләндереп, сейәләй ирендәрен бәлшәйткән.

– Айыу! Һин айыу теләгәйнең бит, – дауылдың яҡынлашыуын һиҙмәгән Илдар ҡыҙҙы ҡосағына алмаҡсы булған. Тик Сабрина уны этәп ебәргән:

– Һин нимә, мине мәсхәрә итергә уйланыңмы? Ми-ңә о-шо-ға-са бер кем хә-йер-се бү-лә-ген тап-шыр-ға-ны юҡ ине, – тип ижекләп әйтеп, үҙ бүлмәһенең ишеген шар асҡан. – Бына, ҡара, мин ошондай бүләктәргә лайыҡлымын!

Ә унда береһенән-бере дәүерәк дүрт аҡ айыу лапайышып ултыра икән. Илдар үҙенең бүләген усына йомған. Ғәрлегенән бурҙаттай ҡыҙарған. Сабринаға тултырып ҡараған да, боролоп сығып киткән. Юл ыңғайы һис бер ғәйепһеҙ айыуҡай сүп һауытына осҡан.

Бер аҙна дәресен ҡалдырып, бер кемде күргеһе, ишеткеһе килмәй, мендәр менән башын ҡаплап, карауатта бөгәрләнеп һыҙланған Илдар: “Һөйөүемде аҡса, әйбер менән үлсәне”. Икенсе бүлмәлә әсәһе әрнегән: “Байлыҡҡа ҡанығып, улыбыҙҙың саф хис-тойғоларын ергә һалып тапаны”.

Теүәл ете көндән Илдар урынынан тороп, һис бер ни булмағандай мәктәпкә барған, башкөлләй уҡыуға сумған. Зат-зәүерен, уҡытыусыларҙы ҡыуандырып, башлы егет мәктәпте алтын миҙалға тамамланы ла, һис бер ауырлыҡһыҙ юғары уҡыу йортона уҡырға инде. Һуңынан “ҡыҙыл” дипломлы Илдар бик шәп урынға эшкә урынлашып, әлегәсә шунда эшләп йөрөй, карьера баҫҡыстарын ауырлыҡһыҙ яулай. Һау-сәләмәт, уңышлы, аҡсалы егеттең донъяһы түңәрәк тиер инең, ҡыҙҙар менән мөнәсәбәттәре һалҡынсараҡ. Гүзәлкәйҙәр уға ҡаш һикертһә лә, һағая, ҡалҡан артына ышыҡлана һымаҡ. Аҡ айыу уға тынғы бирмәй, ахыры. Улдарының уңышына һөйөнгән атаһы, ярай, йөрөй бирһен, аҙаҡ димләп булһа ла, өйләндерербеҙ, тип әтәсләнә:

– Һәйбәт ҡыҙҙар бөтмәгән дә баһа! Улыбыҙ тормошонан ҡәнәғәт икән, беҙгә шул еткән.

Аҡ айыуҙар “зоопаркы”ның хужабикәһе Сабрина ла тормошона зарланмай: парикмахер булып эшләгән һылыуҡай, клиенттары араһынан берәй бай егетте ҡармаҡлау уйынан кире ҡайтмай, бер туҡтауһыҙ сәсен буяй, тырнаҡтарын үҫтерә. “Зоопарк” тигәндән, саң ояһы, тип әсәһе пырылдағас, Сабрина бысранып һарғайған йомшаҡ уйынсыҡтарҙы баҡса йортона алып барып ташлаған. Һаманғаса шунда етемһерәп ултыраларҙыр инде, бисаралар. Үҙҙәренең кеше яҙмышында ниндәй роль уйнағанын да белмәй…

 

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.

* Исемдәр үҙгәртелде.

Аҡ айыу (Бер мөхәббәт сере)
Аҡ айыу (Бер мөхәббәт сере)
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: