-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәңгелек сер
4 Ноябрь 2022, 13:25

Яңғыҙ ҡайынға исем уйып яҙмағыҙ

Беҙ көндә ошо яңғыҙ янында осраша башланыҡ. Ул беҙҙең серҙәш ине. Хатта шул ҡайын ҡабығына “Беҙ мәңге бергә Г + Р ” –  тип уйып яҙып та ҡуйҙыҡ. Көндәрҙе – айҙар, айҙарҙы йылдар алыштыра торҙо. Бына 11-сене лә тамамланым. Г-ға тағы бер йыл уҡырға ҡала ине.

Яңғыҙ ҡайынға исем уйып яҙмағыҙ
Яңғыҙ ҡайынға исем уйып яҙмағыҙ

Һаумыһығыҙ, “Аманат” журналы уҡыусылары! Минең дә үҙемдең тәүге мөхәббәтем тураһында яҙып үткем килә.

7-се синыфта уҡый инем әле. Мәктәпкә дәрескә тип түгел, ә Г. исемле муйылдай ҡара күҙле, нәҙекәй билле, оҙон сәсле, аҡыллы ҡыҙҙы бер күрергә тип ашығам. Уға көн дә хаттар яҙам, әммә уларҙы үҙенә бирергә батырлығым етмәй.

Хәйер, үҙем дә төшөп ҡалған егет түгелмен: спорт менән дуҫмын, йырлайым, ҡурайҙа ла, гитарала ла уйнайым, уҡыуҙа ла алдынғылар рәтендәмен. Ни ғәләмәттер инде, Г. ғына миңә иғтибар итмәй. Көн артынан айҙар үтте, мөхәббәтем һаман йәшерен көйө ҡалды.

Ҡыш ҡараңғы иртә төшә. Бер көн шулай мәктәптән һуңлап сығылды. Г.-ның урамынан ҡайтайым әле тип, маршрутымды үҙгәртеп ебәрҙем. Төрлө уйҙарға бирелеп, һәүетемсә генә атлап килгәндә, ни күрәм: ике синыфташы Г-ны ҡарға йығып, өҫтөнә ҡар һирпеп ыҙалата. Быны күреп ҡалып, йүгереп килгән ыңғайы теге егеттәрҙең икеһен ике яҡҡа осорҙом. Ҡурҡышынан илап бөткән һөйөклөмдө торғоҙоп, өҫтөн ҡарҙан таҙарттым, ҡулъяулығым менән күҙ йәштәрен һөрттөм. Күгәрсен тәпәйендәй ҡыҙарып бөткән ҡулдарын устарыма һалып йылыттым да, портфелын күтәрешеп, өйөнә тиклем оҙатып киттем. Уның нәзәкәтле ҡулдарынан етәкләп барыу минең өсөн күктең етенсе ҡатында гиҙгән кеүек булды. Юл ыңғайы Г-ның кәйефен күтәрергә тырышып, төрлө көләмәстәр, ҡыҙыҡлы хәлдәр һөйләп, көлдөрҙөм. Ҡапҡа төбөндә лә күҙгә-күҙ ҡарашып, оҙаҡ ҡына һөйләшеп торғандан һуң, иртәгә тағы күрешергә һүҙ бирешеп, һаубуллаштыҡ. Ҡыуанысымдан, йүгерә-һикерә нисек ҡайтып еткәнемде лә хәтерләмәйем. Төнөн дә оҙаҡ ҡына йоҡлай алмай яттым – Г. күҙ алдымдан китмәне. Таңды күҙ ҙә йоммай аттырып, сәй ҙә эсеп тормай, мәктәпкә саптым.

Беренсе дәрес шул тиклем оҙаҡҡа һуҙылғандай булды. Тәнәфес башланыу менән Г-ның синыфы яғына атлыҡтым. Г. тәҙрә төбөндә тора ине. Бар ҡыйыулығымды йыйып, уның янына килеп баҫтым. Мине күреп, ул матур итеп йылмайып ебәрҙе. Уф, йөрәгем... Өҙөлөп төшмәһә генә ярар ине!.. Йөрәгемдең дарҫлап тибеүен ишетәлер инде, тип уйлап, уғата уңайһыҙландым. Шулай күпме торғанбыҙҙыр, нимә хаҡында һөйләшкәнбеҙҙер, дәрескә инергә яңғыраған ҡыңғырау бәхетле минуттарымдан айырҙы. Дәрестәрҙән һуң өйгә бергә ҡайтырға һөйләштек.

Шулай итеп, беҙҙең дуҫлыҡ көндән-көн нығынды. Бергә тауға мендек, урманға йөрөнөк, һыу буйҙарын гиҙҙек. Бер мәл мин һөйөклөмдө тау битендә үҫеп ултырған яңғыҙ ҡайын янына осрашыуға саҡырҙым. Усаҡ эргәһендә мин уға гитарала уйнап, мөхәббәт йырҙарын йырланым. Г. бигерәк хисле шул, уларҙы тыңлап, күҙҙәренән йәштәр аҡты. Бар көсөмдө туплап, ниһайәт, уға үҙемдең һөйөүемде белдерҙем. Г. оҙаҡ ҡына күҙҙәремә ҡарап торҙо ла: “Мин дә һине яратам!”– тип, ҡосағыма ташланды.

Ошо көндән беҙ бер ҡасан да айырылышмаҫҡа тигән ант бирештек. Эргәләге аҡ ҡайын шаһитыбыҙ булды, беҙҙең мөхәббәтебеҙгә ҡыуанып, башын эйҙе.

Беҙ көндә ошо яңғыҙ янында осраша башланыҡ. Ул беҙҙең серҙәш ине. Хатта шул ҡайын ҡабығына “Беҙ мәңге бергә Г + Р ” –  тип уйып яҙып та ҡуйҙыҡ.

Көндәрҙе – айҙар, айҙарҙы йылдар алыштыра торҙо. Бына 11-сене лә тамамланым. Г-ға тағы бер йыл уҡырға ҡала ине. Шул кисте мин, синыфташтарҙан айырылып, айлы төндө яңғыҙ ҡайын янында Г. менән үткәрҙем. Был төндө беҙ бер һүҙҙә өндәшә алмай ҡосаҡлашып, күҙгә күҙ ҡарашып үткәрҙек. Беҙгә шул тиклем рәхәт тә һәм ҡыйын да, йөрәк әрнеп илай. Сөнки беҙ икәү генә аңлай инек: миңә артабан сит ерҙәргә уҡырға барырға, ә Г. бында ҡала.

Ваҡыт етте, мин күрше ҡалаға уҡырға киттем. Г. менән көн дә тиерлек шылтыратышып, яҙышып аралаша инек. Мин инде ял көндәрен түҙемһеҙлек менән көтөп алып, ауылға һөйгәнем янына ашығам.

Бер йыл үтеп тә китте. Алдан беҙ Г. менән бер ҡалала уҡырбыҙ, тип һөйләшеп ҡуйған инек. Әммә һөйөклөмдөң ата-әсәһе ҡыҙҙарын ҙур ҡалаға ебәрергә риза булманы. Нисек кенә ҡаршы тормаһындар, Г. ҡарышыпмы икән, киреһенсә, унан да ҙурыраҡ, алыҫ, ят ҡалаға уҡырға инде.

Беҙҙең аралар тағы алыҫайҙы. Миңә шул тиклем ҡыйын булды, Г.  ла көн дә илап шылтыратты. Ә мин уны: “Ямғырҙан һуң ҡояш була, түҙ” – тип йыуаттым.

Ярты йыл үтеп тә китте. Г. ла яйлап уҡыу йортона, ҙур ҡалаға өйрәнде. Яңы таныштар, яңы әхирәттәр табылды. Беҙҙең аралар яйлап һыуына башлаған кеүек тойолдо. Һөйләшеүҙәр һирәгәйҙе, ҡыҫҡарҙы. Ул хатта ялға ауылға ҡайтмай башланы.

Мин ауылға ҡайтҡан һайын, беҙҙең яңғыҙ ҡайын янына барып хәтирәләргә бирелә инем, яңғыҙ ҡайын да юҡһынған, моңһоу кеүек. Ә кеҫәмдә теге тәүге оҙата барғанда ҡәҙерлемдең күҙ йәштәрен һөрткән ҡульяулыҡ һаман һаҡлана...

Дауамы  киләһе һанда.

 

Йәмле Хан.

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: