+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәңгелек сер
5 Ноябрь 2022, 13:30

Яңғыҙ ҡайынға исемдәрҙе уйып яҙмағыҙ! Шул беҙҙе айырҙы ахыры?! (Дауамы)

Ҡәҙерле дуҫтар, донъяла төрлө хәлдәр була. Әммә ғәфү итә белеү – үҙе ҙур батырлыҡ. Ҡулыңдағы бәхет ҡошон осормаҫҡа, үҙ бәхетең өсөн көрәшергә кәрәк шул. Тимерҙе ҡыҙыуында һуғырға өйрәнегеҙ. Яңғыҙ ҡайын янында бер ҡасан да анттар бирмәгеҙ һәм уға исемдәрегеҙҙе уйып яҙмағыҙ...

Яңғыҙ ҡайынға исемдәрҙе уйып яҙмағыҙ! Шул беҙҙе айырҙы ахыры?! (Дауамы)
Яңғыҙ ҡайынға исемдәрҙе уйып яҙмағыҙ! Шул беҙҙе айырҙы ахыры?! (Дауамы)

Һуңғы йылда йән һөйгәнем менән бәйләнеш бөтөнләй өҙөлдө. Йөрәгем әрнеүҙән нимә эшләргә белмәй, техникумды тамамлағас та Г-ның артынан ҙур ҡалаға киттем. Тиҙ эҙләп таптым уны. Ләкин һөйөклөмдө күргәс тә күҙ алдарым ҡараңғыланып, башым әйләнеп киткәндәй булды. Бөтөнләй таныманым – Г. хәтәр генә үҙгәргән: оҙон толомло сәстәрен ҡыҫҡа итеп ҡырҡтырған, тубыҡтан өҫтәрәк итәк, бейек күтәрмәле аяҡ кейеме кейгән, ҡул, муйын тирәләрен тату менән биҙәгән. Ә уның янында ҙур кәүҙәле, пеләш башлы, ялтыр тешле, оло ир баҫып тора ине.

Г.-ның мине ишеткеһе лә, күргеһе лә килмәне, эргәһендә баҫып торған әзмәүерҙе яратам тине. Уның әйткән һүҙҙәре йөрәгемә утлы бысаҡ булып ҡаҙалды. Төндәрен йоҡлай алмай, күҙ йәшем үҙенән-үҙе ағылды ла ағылды. Минең йән һөйгән кешем нимәгә әйләнгән? Нишләп улай булды әле? Ҡайһы мәлдә мин уны юғалттым һуң, тип үҙемде әрләп, йөрәгем һыҡтаны.

Ауылға ҡайтып, тағы ла яңғыҙ ҡайын янына килдем. Был ни хәл? Ағасыбыҙҙы төптән ҡырҡып киткәндәр бит! Шул ваҡытта башыма уй төштө: был бит насар билдә. Беҙҙең мөхәббәтебеҙ үлде, ҡайыныбыҙ ҙа юҡ хәҙер... Киҫелгән еренән ҡайнар күҙ йәше кеүек тамсылар һарҡып сыҡҡан ине. Минең өсөн ошо мәлдә донъяның йәме лә, тәме лә бөтөнләй бөткән кеүек тойолдо, йәшәү мәғәнәһе һүнде, йөрәк ташҡа әйләндеме ни!..

Оҙаҡ уйлап тормай, башымды Себер тарафтарына алып сығып киттем. Ваҡыт үтер. Эшкә мауығып, мин дә Г-ны онотормон, тип уйланым. Тыуған яҡтарыма ҡайтмайынса, 3 йыл йөрөнөм. Әүрәргә әлдә эшем бар. Машина алып ебәрҙем. Шулай ҙа тыуған яҡтар, ғәзиз ауылым, атай-әсәй, туғандарым һағындыра башланы. Яҙҙың  бер көнөндә, уйланым-уйланым да, ҡайтырға тип, юлға сыҡтым. Юл оҙон булһа ла, күңел нәмәлер һиҙә, ашҡына, көтә...

Ауылға етеп килгәндә, юлда бер йәш ҡатынды осраттым. Бәләкәй генә балаһы менән йәйәүләп ҡайтып килә. Туҡтап, ултыртып алдым. Ҡатын өндәшмәй генә инеп ултырҙы. Машинаның алғы көҙгөһөнән был мосафирҙарға ҡарап-ҡарап алам. Йәлләмәй, йәш бала менән етмәһә, ниндәй бәғерһеҙе юлға сығарып ебәрҙе икән ул ҡатынды? Ә үҙе таныш кеүек тә тойола. Түҙмәнем, һүҙ ҡуштым:

– Һеҙ кем булаһығыҙ?

Йәш ҡатын, башын күтәреп, исем-шәрифен әйтте. Аяғым үҙенән-үҙе тормозға баҫты. Мин, ҡапыл артыма әйләнеп:

– Г., һинме был!?. – тинем.

– Эйе, мин... – тине ул, йәшле күҙҙәрен йәшерергә тырышып.

Шулай, Г. менән оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙыҡ. Ул миңә үҙенең яҙмышы хаҡында бәйән итте. Уҡыуын ташлап, иртә кейәүгә сығып, ғаилә ҡороп, бәхетен таба алмағанын түкмәй-сәсмәй һөйләне.

Г.-ны бәпәйе менән уларҙың ҡапҡа төбөнә тиклем алып барҙым. Төнөн бик оҙаҡ ҡына уйланып, йоҡлай алмай яттым. Юҡҡа ғына беҙҙе яҙмыш йәнә осраштырмайҙыр, тигән уй тынғы бирмәне миңә. Г. менән бергә төшкән фотоальбомымды ҡарап, хисләнеп, хәтирәләргә бирелдем.

Икенсе көн осрашырға тәҡдим иттем. Шулай итеп бер ай буйы Г. менән көн дә осраша башланыҡ. Яңынан һөйөү хистәре тоҡанды. Ул да ҡыуанысынан күктең етенсе ҡатында йөҙҙө.

Г. менән ҡырҡып ташланған яңғыҙ ҡайындың урынына ике ҡайын үҫентеһе ултырттыҡ. Бер-береһенә иш булып үҫһендәр, йәм биреп ултырһындар, әйҙә!

Ҡайындар көндән-көн үҫә, япраҡ яра башланы. Беҙҙең дә мөхәббәт яңы һулыш менән, көндән-көн көсәйҙе генә. Булған хаталарҙы ғәфү итешеп, яңлыштарҙы төҙәтеп, булғанын онотоп, ғүмеребеҙҙең яңы битен астыҡ. Ошо ҡайын янында өйләнештек, ғүмерлек анттар бирештек.

Ҡәҙерле дуҫтар, донъяла төрлө хәлдәр була. Әммә ғәфү итә белеү – үҙе ҙур батырлыҡ. Ҡулыңдағы бәхет ҡошон осормаҫҡа, үҙ бәхетең өсөн көрәшергә кәрәк шул. Тимерҙе ҡыҙыуында һуғырға өйрәнегеҙ. Яңғыҙ ҡайын янында бер ҡасан да анттар бирмәгеҙ һәм уға исемдәрегеҙҙе уйып яҙмағыҙ...

Рифат Йәмлихин (Йәмле Хан).

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: