+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәңгелек сер
22 Ноябрь 2022, 16:21

Онотолмай беренсе мөхәббәт...

Ниһайәт, Шамил да ҡайтты. Күпме көттө ул был көндө! Шатлыҡтан талпынып, ҡанатланып осоп йөрөүҙәрҙе оноторлоҡмы ни?!.. Әммә Шамил Раушанияны ергә тиҙ төшөрҙө: ҡайтты ла, икенсе ҡыҙ менән йөрөп китте. Ике аҙна үткәс: “Ғәфү ит мине, яңылыштым,” ­– тип инәлһә лә, Раушания уны кисерә алманы...

Онотолмай беренсе мөхәббәт...
Онотолмай беренсе мөхәббәт...

Онотолмай беренсе мөхәббәт...

Һәр кешенең күңеле тулы хазина. Изге уй-ниәттәр тотоу, тоғролоҡ, ғәҙеллек. Ихласлыҡ, ябайлыҡ, мөләйемлек, әйләнә-тирәләгеләрҙе ихтирам итеү кеүек күп төрлө яҡшы сифаттар, әйтерһең дә, ғаләмдең бар матурлығын үҙенә йыйған. Ә шулар араһындағы ярата белеү хисенә кеше үҙ йөрәгенән барыбер күберәк урынды бирәлер ул. Бигерәк тә тәүге мөхәббәт дөрләткән усаҡ уты йылдар үтһә лә, ел-ямғырҙар аша ла йылыһын һаҡлай икән. Хәҙер һөйләйәсәк хәл-ваҡиға шуны дәлилләй.

Раушания өләсәләренә йыш ҡунаҡҡа килә торғайны. Шамил менән улар шунда клубта танышты. Ҡыҙыҡай ғашиҡ булғанын һиҙмәй ҙә ҡалды, егет тә уға битараф түгел ине. Башланды ла инде шунан мөхәббәттән иҫереүҙәр, айлы-йондоҙло йыһанды бергә кисереүҙәр, хыялдарҙан иңдәрҙә ҡанаттар үҫеүҙәр... Бәхет ҡошо мәңге һайрауҙан туҡтамаҫ төҫлө тойолдо уларға...

Тик тормош һин теләгәнсә генә бармай бит. Әленән-әле һынап ҡарай, хатта һындырып маташа. Быларҙың да хистәр ныҡлығын тикшергәндәй ҡыланды ул. Оҙаҡламай егетте әрме сафына алдылар. Ҡыҙ көтөргә вәғәҙә биреп ҡалды. Ул ваҡытта Раушания 8-се класта уҡый ине.

Тәүге осорҙа Раушанияға ныҡ ҡыйын булды: клубҡа сыҡҡан һайын, уға ишектән бына-бына ҡояштай балҡып, йылмайып Шамил килеп инер һымаҡ ине. Аҙаҡ яйлап өйрәнде, күнде, күңелендәге һағышын һөйгәне яҙып ебәргән хаттар менән баҫты, бергә булған мәлдәрен иҫләп, ҡайтҡас та, нисек осрашасаҡтарын уйлап, үҙен-үҙе йыуатты. Мөхәббәт ялҡыны Раушанияға брҙән-берен ике йыл буйына көтөргә шулай көс-ҡеүәт, ныҡлыҡ өҫтәне...

Ниһайәт, Шамил да ҡайтты. Күпме көттө ул был көндө! Шатлыҡтан талпынып, ҡанатланып осоп йөрөүҙәрҙе оноторлоҡмы ни?!.. Әммә Шамил Раушанияны ергә тиҙ төшөрҙө: ҡайтты ла, икенсе ҡыҙ менән йөрөп китте. Ике аҙна үткәс: “Ғәфү ит мине, яңылыштым,” ­– тип инәлһә лә, Раушания уны кисерә алманы...

Хәҙер Шамилдың кәләше бар, ҡыҙҙары тыуҙы. Быйыл Раушания уны күргәс: “Һин мине шунда ташлағас, нисек ҡыйын булғанын беләһеңме?” – тип әйтте үткәндәрҙе хәтерләп. Ә Шамил: “Аңлайым, ләкин һин барыбер миңә кейәүгә сыҡмаҫ инең,” – тине...

Ҡасандыр бер-береһен бөтә донъяны онотоп яратыусы был икәүҙең күптән юлдары аймылыш, бары ошондай төҫһөҙ осрашыуҙар ғына күңел төбөндә йәшеренгән элекке һөйөү усағынан ҡалған ҡуҙҙарҙы баҙлатып ҡуя ла бит, тик һуң... Мәңге үкендергән дә, мәңге һағындырған да, үҙенә табындырған да ул – беренсе мөхәббәт...

Зарина БАҒЫШАЕВА

Онотолмай беренсе мөхәббәт...
Онотолмай беренсе мөхәббәт...
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: