+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәңгелек сер
10 Декабрь 2022, 10:30

Ҡотҡарыусы фәрештә

Гөлназдың Бик ныҡ ғашиҡ булғыһы килә ине. Шулай булмай ни – ана, синыфташ ҡыҙҙарының бөтәһенең дә тиерлек йә дуҫлашҡан егете бар, йәки дуҫлашмаған хәлдә лә, уларҙың оҡшатып йөрөгәндәре бар. Әсәһе Гөлназды гел тыйып килә. “Тәүҙә уҡы, төп дәүләт имтихандарын һәйбәт балдарға тапшыр. Күңел асыу, әхирәттәр, егеттәр – бының турала һиңә уйларға әле иртәрәк”, - тип туҡып ҡына тора ул.

Ҡотҡарыусы фәрештә
Ҡотҡарыусы фәрештә

Гөлназдың Бик ныҡ ғашиҡ булғыһы килә ине. Шулай булмай ни – ана, синыфташ ҡыҙҙарының бөтәһенең дә тиерлек йә дуҫлашҡан егете бар, йәки дуҫлашмаған хәлдә лә, уларҙың оҡшатып йөрөгәндәре бар. Әсәһе Гөлназды гел тыйып килә. “Тәүҙә уҡы, төп дәүләт имтихандарын һәйбәт балдарға тапшыр. Күңел асыу, әхирәттәр, егеттәр – бының турала һиңә уйларға әле иртәрәк”, - тип туҡып ҡына тора ул. Ҡыҙ әсәһен бик яҡшы аңлай. Атайһыҙ үҫкәнгә күрә, исмаһам тәртибе аҡһамаһын, насар компанияларға эләгеп ҡуймаһын тип ҡурҡа ул. Үҫмер саҡ – иң күңелле саҡ ҡына түгел, иң мажаралы, хатта ҡурҡыныс мәл шул. Әллә ни эшләп шул мажараларға күңел тартып тик тора.

Ошо уйҙар менән Гөлназ мәктәптән ҡайтып килә. Декабрь көнө бигерәк ҡыҫҡа. Әле яңыраҡ ҡына консультацияға китеп барғанда яҡты ине, ҡараңғы төшөп тә өлгөргән. Әхирәте лә бөгөн төштән һуң килмәне. Яңғыҙ атлауы ҡурҡыныс түгел дә һымаҡ. Ни тиһәң дә ошо юлдан Гөлназ туғыҙ йыл мәктәпкә йөрөй.

Шул ваҡытта ҡыҙ күҙ ҡырыйы менән үҙенә табан сабып килгән ҙур этте абайланы. Йүгер, Гөлназ, ҡас! Ҡото осҡан ҡыҙ йән фарман алға йүгерҙе. Йөрәге алҡымына килеп тығылғандай булды уның. Бер, ике, өс... Хәҙер ҡайтып етә, хәҙер. Ҡурҡыуҙан ни эшләргә белмәгән Гөлназ арттан “Себә! Кит! Кит!” – тип ҡысҡырған тауышты ла ишетмәне. Үҙҙәренең ҡапҡаһына барып етеп, туңған тотҡаны бороп маташты. Ныҡ ҡатҡан, йәһәт кенә асырмын тимә! Сараһыҙлыҡтан илай башланы ҡыҙ. Тибеп тә ҡарай, асылмай шул.

Ни булһа ла булыр тип Гөлназ ҡапҡа аша сумкаһын ырғытты ла, үҙе рәшәткә аша төшөргә булды. А-а-а-а! Кемдер аяғына тейҙе! Эт тип уйлап, ҡыҙ ҡарап та тормай тибеп ебәрҙе. “Нимә эшләйһең ул? Тибешәсе...” – тигән тауышҡа ул боролоп ҡараны. Фонарь яҡтыһында ҡыҙ үҙҙәренән биш өй аша йәшәгән Айбулаттың уға асыу ҡатыш аптырау менән тулы ҡарашы менән осрашты. “Йә, ирғаҙаҡ, рәшәткә башында оҙаҡ ултырырға уйлайһыңмы?” – тип өҫтәне егет. Оялышынан, өшөүҙән, ныҡ тулҡынланыуҙан ҡып-ҡыҙыл булған һылыу йылп итеп рәшәткә башынан һикереп төштө.  “Мә, бейәләйең төшөп ҡалған бит”, - тип мығырҙаны Айбулат. Аҙ һүҙле, кеше менән артыҡ аралашып бармаған егет үҙе былай төҫкә күркәм генә икән дә ул. Үҙенең шундай уйҙарынан тағы ла нығыраҡ ҡыҙарған ҡыҙ, бейәләйен тартып алды ла, рәхмәт әйтергә лә онотоп ҡапҡаға боролдо. “Ни эшләп ҡапҡа аша йөрөмәйһең?” – тип һөйләнә-һөйләнә егет уға ҡапҡаны асып та бирҙе.

Шул саҡ Гөлназ Айбулатҡа йөҙө менән боролоп ҡараны.  “Рәхмәт”, - тип шыбырланы. Яуап итеп егет уға йылмайып ҡуйҙы. Был ваҡытта уның йөрәге лә “Рәхмәт... Рәхмәт... Рәхмәт...” – тип ҡаға ине. Ҡыҙ был ваҡытта яңы мөхәббәт тарихының тәүге минуттары башланғанын бар булмышы менән тойҙо.

Автор:Серле Йондоҙ
Читайте нас: