+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәңгелек сер
21 Ғинуар 2023, 10:00

Бәләле валентинка

Ул ваҡытта мин 8-се синыфта уҡып йөрөй инем. Башҡа ҡыҙҙар кеүек, малайҙарға күҙ һала башлаған мәл. Синыфтағы иң шаян, шыр “икеле”гә уҡыған малай оҡшай ине.

Бәләле валентинка
Бәләле валентинка

Һаумыһығыҙ, “Аманат” журналы редакцияһы! Мин дә үҙем менән булып үткән ҡыҙыҡлы хәлде яҙып үтәйем әле.

Ул ваҡытта мин 8-се синыфта уҡып йөрөй инем. Башҡа ҡыҙҙар кеүек, малайҙарға күҙ һала башлаған мәл. Синыфтағы иң шаян, шыр “икеле”гә уҡыған малай оҡшай ине.

Бер мәл Г. әхирәтемә күрше ауылға ҡунаҡҡа барҙым. Һөйләшеп, йырҙар тыңлап ултыра торғас, ул миңә: “Киләһе аҙнала 14 февраль – ғашиҡтар көнө лә инде. Әйҙә, ҡыҙыҡ өсөн валентинкалар яҙайыҡ”, – тимәһенме. Үҙе, минең яуапты көтмәйенсә, ҡумтаһынан бер ус эреле-ваҡлы йөрәк формаһындағы открыткалар килтереп сығарҙы. Яҙыуы бигерәк матур шул уның. Берәүһен төҫлө гелле ручка менән биҙәп, миңә биреп тә ҡуйҙы. “Йә, Д-ға яҙабыҙмы?” – тип һорай үҙе. Мин оялып ҡына, “Кәрәкмәй”, – тигән булам. Минең ыҡ-мыҡ килгәнде күреп, йәһәт кенә бер открыткаға ул “Д! Ғашиҡтар көнө менән! Саф мөхәббәт, бәхет теләйем һиңә. ♥” тип яҙып та бирҙе. Уны нисек итеп тапшырасағымды күҙ алдына килтереп, шырҡ-шырҡ көлөшөп тә алдыҡ.

Ниһайәт, билдәләнгән көн – 14 февраль килеп тә етте. Нисектер йөрәк дөпөлдәп, мөғжизә булыр һымаҡ тойолдо миңә был көндә. Өсөнсө дәрестән һуң синыфыбыҙ һыпырылып ашханаға беренсе ҡатҡа йүгерҙе, ә мин юҡ эшемде бар итеп, синыф бүлмәһендә ҡалдым. Бына ул, Д-ның портфеле. Ипләп кенә асыҡ замок ярығына валентинканы төшөрәм. Үҙем дер ҡалтырайым – берәйһе килеп инмәһен дә, күреп ҡалмаһын!

Көн һәүетемсә генә үтте. Д. мин төшөргән валентинканы күрмәне шикелле. Иртәгәһе көндө ашҡынып көтәм. Ни тиер икән?! Хәйер, ни тиһен инде – открыткала минең исемем юҡ бит, ҡайҙан таныһын! Яҙыуым да минеке түгел, әхирәтемдеке.

... Әгәр миңә берәйһе алдан ниҙәр булырын әйтһә, валентинка төшөргән көндөң иртәгәһенә мәктәпкә бармаҫ инем, билаһи! Беренсе дәрес башланыр алдынан Д. минең эргәмдән үтеп барышлай миңә валентинка тоттороп китте. Башым әйләнеп китте хатта! Асып ҡараһаааам! Әхирәтем миңә яҙған открытка ла баһа! Кисә, ныҡ ҡаушап, Д.-ның сумкаһына яңылыш икенсе валентинканы төшөргәнмен! Ағарындым, буҙарындым, нимә эшләргә лә белмәнем. Ояты ни тора – ҡыҙ кеше үҙе беренсе булып хистәрен белдерһен әле!

Д. минең яҡҡа өс көн буйы әйләнеп тә ҡараманы. Башын эйеп, ситкә китә лә бара. Миңә лә ҡыйын булды. “Мин яҙманым уны, әхирәтем шаяртты!” – тип ҡысҡырғым килде, ләкин түҙҙем. Ярай ҙа башҡа малайҙарға Д. был валентинка тураһында бер ни ҙә һөйләмәне.

Йома көндө беренсе дәрес урыҫ әҙәбиәте ине. Минең арттағы буш урынға Д. килеп ултырҙы. Уҡытыусы өйгә бирелгән шиғырҙы ятларға ҡушҡайны. Беләм, Д. ятламаған, әммә ҡулын күтәрә. Пушкиндың “Я помню чудное мгновенье” шиғырын тәүге строфаһын ятлай ҙа, артабан иҫләмәй, “икеле” алып, кире ултыра. Бер дәрестә шул ятламаған шиғыры арҡаһында биш тапҡыр шулай “икеле” алды. Ә минең күңелдә – тантана! Д. ул шиғырҙы уҡытыусыға түгел, миңә һөйләй бит!

Был тарихҡа биш йыл үтеп тә киткән. Хәҙер мин 3-сө курс студенты. Д. менән ни булды, тиһегеҙме? Беҙ дуҫлашабыҙ! Тиҙҙән ул әрме хеҙмәтенән ҡайта. Мин инде валентинка түгел, оҙон-оҙон хаттар яҙып уны көтәм.

Бына шунда ҙа хәлдәр була, ҡыҙҙар. Беренсе аҙым эшләргә ҡурҡмағыҙ, бәлки егет ҡыймай йөрөйҙөр.

 

Гөлбаныу.

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: