Йәйҙең эҫе бер матур көнөндә, беҙ, әхирәттәр менән һыу инергә барырға булдыҡ. Күл ауылдан байтаҡ алыҫта ята. Тәүҙә урман аша, унан баҫыу буйлап, аҙаҡ тумарлы ерҙәр аша барҙыҡ. Ҡояш ныҡ ҡыҙҙыра, күлгә арып-талып, һыуһап, хәл бөтөп барып еттек тә. Әҙерәк ял итеп алғас, ниһайәт, быйылғы йылда беренсе тапҡыр һыу инәбеҙ икән тип, ҡыуанышып, шатланышып күлгә һикерҙек. Улай ҙа йөҙҙөк, былай ҙа йөҙҙөк, ваҡыт үткәнен дә һиҙмәгәнбеҙ.
Яр ситенә сыҡһаҡ, ни күҙебеҙ менән күрәйек, беҙҙең кейемдәр юҡҡа сыҡҡан. Аптырашып, яр буйлап, йүгерешеп, эҙләргә тотондоҡ, ял итеү, һыу инеү ҡайғыһы китте, илар сиккә етеп, хәлебеҙ бөтөп, барып ултырҙыҡ. Ултыра торғас, ҡапыл сит яҡтан ниндәйҙер көлөшкән тауыштар ишетелде. Һикереп тороп, шул яҡҡа ҡыҙҙар менән ашыҡтыҡ. Барып еттек тә, ситтән генә күҙәтеп торабыҙ. Унда күрше ауыл егеттәре балыҡ ҡармаҡлап ултыра, ә эргәләрендә беҙҙең кейемдәр һәм сумкалар ята.
Йәнебеҙ көйөп яндарына барып баҫтыҡ. Егеттәр беҙҙе күреп, тертләп китте. Үҙҙәре рәхәтләнеп, бармаҡ төртөп көлә. Сыҙамлығым бөтөп, айырыуса һаһылдап көлгән бер егетте яр буйынан һыуға эттем дә төшөрҙөм. Дуҫтары ла аптырап ҡалманы. Беҙҙе баҫтырып тотоп, шунда уҡ күлгә ырғыттылар һәм үҙҙәре лә арттан һикерҙе. Һыу эсендә шаярышып уйнайҙар, ҡоторошоп, батырыша башланылар.
Бер мәл ҡапыл минең аяғым тартыша башланы. Ҡысҡырышып көлөүҙәренән мине ишетмәнеләр, хәлем бөтә башланы. Үҙем дә һиҙмәйенсә яйлап ҡына һыу аҫтына китә башланым. Тегеләр мине шаярта тип, һыу һибеп уйындарын дауам итте. Иҫемде юғалта башланым, күп кенә һыу йоттом.
Ярҙан һыуға ташлаған егет хәлде аңлап ҡалып, артымдан сумып, күл төбөнән һөйрәп сығарып, яр буйына алып сыҡҡан.
Беренсе ярҙам күрһәтеп, мине аңыма килтергән. Ҡалған егеттәр, ҡыҙҙар ҡурҡышып, ҡоттары осоп илашып бөткән.
Иҫемә килгәс тә, теге ҡотҡарған егет минән ғәфү үтенеп, әйберҙәремде бирә һалды. Юғалып ҡалмай, ярҙам ҡулы һуҙғаны өсөн мин уға үҙем дә рәхмәтле инем.
Бөтөн бәлә әҙерәк онотолғас, егеттәр беҙҙе матур итеп, ҡыр сәйе менән һыйланы, тотҡан балыҡтарын ҡурып, ял итеп, яҡындан таныштыҡ.
Кис төшә башлағас, йыйынып, егеттәр беҙҙе мотоциклдарына ултыртып, ауылыбыҙға хәтлем оҙатып ҡуйҙы.
Шул ваҡиғаларҙан һуң, мине ҡотҡарған егет менән яҡындан аралаша башланыҡ, мөхәббәт хистәре уянды, һәр саҡ бергә һыу инергә йөрөнөк.
Шулайтып һөйгәнемде таптым.
Ошо һөйләгәндәремде йомғаҡлап, дуҫтар, һеҙгә әйтәм, күл, йә йылғала йөҙгәндә, тәбиғәттә йөрөгәндә һағыраҡ булығыҙ. Һыуға ташлашыу, батырыш уйындарын уйнамағыҙ. Батырлыҡ күрһәтәм тип, төпкә йөҙмәгеҙ. Донъя хәлен белеп булмай, мотлаҡ беренсе ярҙам күрһәтеү күнекмәләрен ныҡлап өйрәнегеҙ, һәр саҡ кәрәк була.
Һаҡланғанды Аллаһ һаҡлар!
Ш. районынан Асияның һөйләгәндәрен
РИФАТ ЙӘМЛИХИН яҙып алды.