Һөйәгәнемде “Бәйләнеш”тә таптым
– Сәләм, дуҫҡай, хәлдәр нисек?
– О, сәләм! Минеке яҡшы, үҙеңсе? – тип көн дә тиерлек дуҫ-туғандар менән “Бәйләнеш”тә (Вконтакте) селтәрендә аралашырға яратабыҙ. Хәҙерге йәштәр шул төркөмдән сыҡмай тиерлек. “Бәйләнештә” төркөмө генә түгел, ә “Класташтар”, “аська”, “Дуҫтар донъяһы”тигән төркөмдәр ҙә күптән бөтөн донъяны ялмап алды. Яңы кешеләр менән танышаһың, аралашаһың. Һөйгән кешеңдең битендә фотоһүрәттәрен, яңылыҡтарын күҙәтеп барыу бигерәк ҡыҙыҡлы. Беҙ виртуаль донъяға бөтә күңелебеҙ менән бирелгәнбеҙҙер ул, сөнки бер көн дә унһыҙ тора алмайбыҙ. Хәҙерге көндә “Бәйләнештә” ултырған, танышып бер-береһен оҡшатҡан, дуҫлашып йөрөгән йәш парҙарҙы ла ишеткәнебеҙ булды. Егеттәр һылыу ҡыҙҙың фотоһын күреп ҡалһа, дуҫтар теҙмәһенә ҡушып таныша һала, йәки, киреһенсә, ҡыҙҙар ҙа булдыра. Шулай китә лә инде аралашыуҙар, осрашыуҙар... Мин үҙем дә ошо төркөм аша бер әхирәтем менән таныштым. Аралаша торғас, шәхси тормошобоҙға ла күсеп киттек. Фотоларынан күренеүенсә, әхирәтемдең егете бар ине. Бер ҡыҙыҡһынып, уның менән ҡайҙа танышыуын, нисә йыл йөрөүҙәрен һораша һалдым. Ә ул аҡ ҡағыҙ битен тултырып миңә һөйләүен дауам итте:
– Һинең менән танышҡан кеүек, буласаҡ тормош иптәшем менән дә ошо бәйләнеш аша таныштыҡ.
– Контакт битен тикшерәм тип инһәм, бер егет миңә заявка ебәргән. Фотоһын күреү менән йөрәгем жыу итеп ҡуйҙы. Күҙҙәренә ҡарағанмын да аптырап тик ултырам, ҡайҙалыр күргән дә һымаҡмын. Беренсе булып яҙғас, тиҙ генә яуап ебәреп, кем икәнен һораша һалдым. Ләкин ул бөтөнләй мин белмәгән егет булып сыҡты. Шулай итеп, беҙ һөйләшеп киттек. Көн һайын аралаша торғас, уртаҡ темалар барлыҡҡа килә, уға өйрәнә башланым: хыялдарға бирелеп йыһанға менеп урайыммы, күбәләк булып ерҙәр гиҙәмме, аҡ болоттар булып ағыламмы, үҙем дә һиҙмәйем. Уйҙарымда ул ғына. Бер аҙ ваҡыт үткәс, ул юғалды, бәйләнешкә инмәй башланы. Көтәм, ә ул юҡ. Бөтөн хыялдар селпәрәмә килде. “Алдан бит мине оҡшатыуын әйткәйне. Ниңә юғалды?”, – тигән уйҙар төнө буйы баш осонда өйрөлдө. Көн һайын виртуаль донъяға бирелеп уны көтә башланым. Ысын донъяның барлығын да онотоп киткәнмен хатта.
Бер ваҡыт нимә күрәм, ул – бәйләнештә. Инеүе булды, миңә яҙып та ебәрҙе, ә мин унан ҡайҙа юғалыуын, ниңә оҙаҡ бәйләнешкә инмәүен әсенеп һорай һалдым. Ә ул, донъялағы иң матур һүҙҙәрҙе һайлап, сәскәләрҙән гөлләмә төҙөгәндәй, смс-хат яҙып ебәргән:
“Һылыуым, зинһар ғәфү ит! Һине ошо донъяла осратырмын тигән уйҙар бер ҙә башымдан үткәне булманы. Ләкин мин һине таптым, таптым да яраттым. Һинең миңә ҡарата мөнәсәбәтеңде әйтә алмайым, шулай ҙа өмөтөм бик ҙур. Һинең мнән бергә киләсәк тормошомдо барлап сыҡтым. Оҙаҡ яҙмауымдың сәбәбе шул: әле армияла хеҙмәт итәм, ҡайтыуыма ярты йыл ғына ҡалды. Әгәр ҙә яҙғаным оҡшамаһа, ғәфү ит!”
Уның яҙғандарын уҡып бөткәндә күҙҙәремдән йәштәр тама ине. Ни тиклем ҡәҙерле икәнен шунда ныҡлап аңланым. Беләм, күптәр был әкиәт, бер-береһен әле осратып күрмәгәндәр, тип әйтерҙәр.
... Ниһайәт, һөйгәнемде армиянан көтөп алдым. Беҙ беренсе күрешкәндә ҡойоп ямғыр яуа ине. Мин уныҡы, ул минеке икәнен төптән аңлағас, беренсе тапҡыр ирендәремдән үпте...
Әлеге көндә әхирәтем үҙенең бәхетле көндәрен кисерә, никах уҡытырға тейештәр.
Ер йөҙөндә мөхәббәттән ярала барлыҡ мөғжизәләр. Кешенең тормошонда ниндәй генә ваҡиғалар булмай ҙа, ҡайҙа ғына осратмай ул һөйгән йәрен. Һөйөү күп осраҡта парҙарҙы илатып, ирештереп тә ала. Тик ул бушҡа түгел, ошо күренештән һуң бер-беребеҙгә ҡарата мөхәббәт нығынғандан-нығына ғына бара. Бына бит хәҙерге ваҡытта “Бәйләнештә” селтәре лә мөхәббәткә, ҡауышыуға бер аҙым булып тора!
Айгөл ЮНЫСОВА,
“Аманат”тың йәш хәбәрсеһе,
БДУ студенткаһы.