+4 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәңгелек сер
25 Ноябрь 2023, 15:15

Бәйә кешнәмәһә, айғыр тешләмәй

Һаумыһығыҙ, “Аманат” редакцияһы! Һеҙ­гә хат яҙыр­ға мине хәтәр бер хәл мәж­бүр итте. Хатта ни эшләргә лә белмәйем. Уйлана тор­ғас, башым ҡатып бөттө. Ә ту­ған­дарымдан кәңәш һорар­ға ҡурҡам да, оялам да. Улар мине барыбер аңламаясаҡ, ә әр­ләнеүҙән ин­де ялҡтым...

Бәйә кешнәмәһә, айғыр тешләмәй
Бәйә кешнәмәһә, айғыр тешләмәй

Шун­дай хәл: тиҫ­терҙәрем ара­һын­да минең турала “йө­рөм­тәл ҡыҙ” тигән хәбәр таралды. Был хәбәрҙе бер егет – минең синыфташым – тарата. Ул барыһына ла беҙ “түшәк бү­леш­тек” тип һөйләй, ә ысы­нын­да ун­дай бер нә­мә лә булма­ны. Ни бары уның ме­нән бер нисә тап­ҡыр үбештем.
Әхирәтемдең тыу­ған кө­нө кисәһен­дә күңел асып ул­тыр­ған­да синыфташым тағы бер нисә малай менән килеп ин­де. Бүләк­тәрен ху­жа­би­кәгә тоттороп, әйтер һүҙҙәрен әйтеп, өҫ­тәл артына ултырыштылар. Синыфташ булғас, Эл­вир­ға (исемен шулай тип алайыҡ) эргәмдән урын тәҡдим иттеләр. Ул шун­да ми­нең менән быға тиклем хас булмағанса ихлас шаярыр­ға тотон­до. Баш­ҡалар ҙа, бер ни булма­ған­дай, шарҡылда­шып көлөштө. Шулай байрам итеп ултыр­ған­да Элвир ҡолағыма: “Әйҙә, тыш­ҡа сы­ғып ки­ләйек әле, ми­нең һиңә әйтер һүҙем бар”, – тип шыбыр­ланы.
Тышҡа сыҡҡас, ул мине яратыуын белдерҙе һәм ҡосаҡлап алды. Быға тиклем байтаҡ егет­тәр менән дуҫлашып йөрөһәм дә, береһе лә миңә “яратам” тип әйткәне булмағас, баҙаным да ҡуйҙым. Ул мине үбеп алды. Арыу ғына ваҡыт ҡосаҡ­лашып тор­ғас, өшөй баш­ланыҡ, тыш­та ныҡ һыуыҡ ине. Ул миңә эргәлә генә тор­ған өйөнә барып, йылы­нып сығыр­ға тәҡдим итте. Оялаһы түгел, ата-әсәһе ҡунаҡҡа киткән икән. Элвирҙарҙың өйөн­дә лә үбешеү­ҙән башҡа бер нәмә лә булманы! Тик беҙҙең табын бар­ған өйҙән сығып, кире килеп инеүе­беҙгә хәт­һеҙ генә ва­ҡыт үтеп киткәйне...
Был табын аҙна аҙа­ғын­да булды бит ин­де. Дүшәмбе кө­нө мәк­тәпкә бар­һам, минең тура­ла оят­һыҙ хәбәр тарал­ғанын ишеттем. Йә­нә­һе лә теге сы­ғып-инеүебеҙ ваҡы­тын­да Эл­вир ме­нән мин уның өй­өн­дә “йоҡ­лап” сыҡ­ҡанбыҙ. Әхи­рәт­тә­рем­дән кем әйтә икә­нен һораш­һам, Элвир үҙе дуҫ­тарына һөй­лә­гән, тиҙәр. Ә ысынын­да бит бер нәмә лә булманы! Мин шулай тип әйт­һәм, береһе лә ышанмай! Ояты ни тора һуң?!
Шул көн­дән алып миңә ҡарата бөтөн тиҫ­тер­ҙәремдең мөнәсәбәте үҙ­гәр­ҙе. Егеттәр әл­лә нисек тупаҫыраҡ ҡылана башланы. Үткән-һүт­кән һайын мине төрткөсләп, оятһыҙ һәм мәғә­нәһеҙ шаярышып маташалар. Ҡыҙҙар ҙа өй­мәк­ләшеп алалар ҙа, минең яҡҡа ҡырын ҡа­рай-ҡарай, ни­ҙер һөйләшәләр. Ни эш­ләргә лә белмәйем. Нисек миңә Элвир­ҙың алдыҡ һүҙҙәренән аҡла­ныр­ға?

СВЕТА.

Мөхәрририәттән:

 

Беренсенән, бүтән иптәштәреңдең күҙ алдын­да егет менән сығып китеп, уның менән байтаҡ ваҡыт өйҙә яңғыҙ ҡалып, үбешеп ултырыуың – бер нин­дәй әхлаҡ ҡағиҙәләренә лә, динебеҙ ҡағиҙәләренә лә һыймаған хәл.
Тимәк, был йәһәттән һин үҙең ғәйепле. Әлбиттә, был хәлде, арттырып, ғәйбәт итеп кешегә һөйләп йөрөгән егет тә йолаларыбыҙ күҙлегенән дә, динебеҙ күҙлегенән дә ҙур гонаһ эшләй. Икегеҙ ҙә ғәйепле. Әммә ләкин таяҡтың йыуан башы барыбер һинең башыңа төшә, Света. Иң беренсе сиратта, ҡыҙ кеше тыйнаҡ булыр­ға тейеш. Халҡыбыҙ бушҡа ғына: “Бейә кешнәмәһә, айғыр тешләмәй”, – тип әйтмәгән. Беренсе саҡыр­ған­да уҡ, егеткә эйәреп, аулаҡ өйгә китеп барыр алдынан уйлар­ға кәрәк ине бының нимә менән барып бөтөрө тураһын­да.
Бын­дай осраҡта, редакцияла ултырып ҡына, нин­дәйҙер затлы кәңәш биреүе ауыр. Шулай ҙа, беҙҙеңсә, Эльвирҙың, бөтөн иптәштәрегеҙ алдын­да һинән ғәфү үтенеп, был хәлдең ысын түгел­леге хаҡын­да әйтеүе генә, бәлки, хәлде үҙгәртә алыр. Әгәр ҙә егет улай итергә теләмәһә, намыҫыңды яҡлап, был хәлде үҙеңдең һәм Эльвирҙың ата-әсәһенә, уҡытыусылар­ға һөйләп, улар кимәлен­дә тикшереү, бәлки, уны ғәйебен таныр­ға һәм ғәйбәткә ышаныу­сыларҙы уйланыр­ға мәжбүр итер.
Күренеүенсә, егет һине яратмай, тик уйнап ҡына йөрөгән. Ун­дай кеше менән араны өҙөүең хәйер­ле. Мәгәр үҙең өсөн дә, беҙҙең журналды уҡыусы ҡыҙҙар һәм егеттәр өсөн дә был хәл бик ҙур һабаҡ булһын ине.
Киләсәктә, яңылыш аҙымдарҙан һаҡланып, матур ғына итеп уҡып, һөнәр алып, уңышлы ғаилә ҡороп, ата-әсәңде ҡыуан­дырып, иптәштәреңде һоҡлан­дырып тормош көтөргә насип булһын, һылыу!
Автор:
Читайте нас: