+3 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәңгелек сер
16 Декабрь 2023, 15:20

“Ҡыйыулыҡ кәрәк”

Таң атыуын көтөп кенә ятам. Тәүге ҡояш нурҙары битемә һирпелеү менән, тиҙ генә йыуынып, мәктәпкә йүгерәм. Әсәйемдәр аптырай, был малайға нимә булған, тип. Сөнки элегерәк мәктәпкә улай уҡ ашыҡмай инем, ә хәҙер ҡабаланам, ашҡынам, тик М-не күрергә.

“Ҡыйыулыҡ кәрәк”
“Ҡыйыулыҡ кәрәк”

Таң атыуын көтөп кенә ятам. Тәүге ҡояш нурҙары битемә һирпелеү менән, тиҙ генә йыуынып, мәктәпкә йүгерәм. Әсәйемдәр аптырай, был малайға нимә булған, тип. Сөнки элегерәк мәктәпкә улай уҡ ашыҡмай инем, ә хәҙер ҡабаланам, ашҡынам, тик М-не күрергә.

Беренсе дәрес бөткәс тә, кисә үк яҙылған хатымды тапшырырға ашыҡтым. Уны күргәс, ҡойолдом да төштөм, телемде йоттом, оялдым, йәнә хатымды бирергә батырсылығым етмәне. Нисек кенә М-ның күҙенә ҡарап, ҡулына тотторорға тип, баш ваттым. Оҙаҡ уйлай торғас, уның иптәш ҡыҙҙары аша еткерергә булдым. Яуап килмәне. Бер аҙна көттөм, аптырай башланым. Йә юҡ та тимәй, йә әйе лә. Шунан тағы ла хат яҙып, дуҫтарына бирҙем. Юҡ инде, түҙемһеҙләнеп көткән яуап хатым юҡ инде. Аҙналар, айҙар үтте. Бына Яңы йыл да килеп етте. Бал-маскарад гөрләй. Иң сибәре, иң матуры, иң мөләйеме унда М ине. Мин байрам буйы унан күҙ ҙә алмайынса уға ғына ҡарап һоҡландым. Дискотека башланды. Талғын көй ҡуйҙылар. Былай булмай тип, барлыҡ батырсылығымды йыйнап, һүҙҙәремде туплап тура М-гә йүнәлдем. Ҡаршыһына барып баҫтым да, күҙҙәренә ҡарап, аҡ бейеүгә саҡырҙым, үҙем ҡалтыранам. Ипләп кенә ҡолағына шыбырлап, күптән хыялланған һорауымды бирҙем:

– “Ниңә хатыма яуап яҙмайһың?” – тинем. Ул аптырап миңә ҡарап:

– “Ниндәй яуап, миңә бер ниндәй ҙә хат та килмәне,” – тине.

Мин ултыра төшә яҙҙым. Тимәк, теге әхирәттәре минең хатты бирмәгән килеп сыға. Бер-беребеҙгә ҡарап, ихлас көлөштөк. Дуҫлаша башланыҡ, үҙемдең һөйөү хистәремде М-гә еткерҙем. Беҙҙең мөхәббәт көсәйгәндән-көсәйҙе.

Шуны әйтәһе килә “Аманат ”уҡыусы дуҫтарға:

– “Әгәр бөтөн йөрәк менән яратаһығыҙ икән, үҙегеҙ шәхсән тура ҡарап, хистәрегеҙҙе, уй-кисерештәрегеҙҙе, өҙөлөп һөйөүегеҙҙе күҙенә тура ҡарап, әйтегеҙ! Ә дуҫтары, әхирәттәре аша түгел!” Уңыштар һеҙгә!

Автор:Рифат Йәмлихин
Читайте нас: