+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәңгелек сер
2 Ғинуар , 15:05

Мөхәббәтемде мәмерйәлә осраттым

Былтыр йәйге каникул башланғас, буш ваҡытымды йышыраҡ Интернетта видеолар ҡарап, социаль селтәрҙәрҙә ултырып үткәрҙем. Бының өсөн, әлбиттә, әсәйҙән миңә бик ҡаты эләкте. “Өйҙән сыға белмәйһең! Исмаһам, башҡалар кеүек көндәр йылы торғанда походҡа сығып кил!” – тип һалды. Әсәйҙең был һүҙҙәре сәмле кешегә – миңә бик тә ныҡ тәьҫир итте. Дуҫтарым аша бер төркөм йәштәрҙең Шүлгәнташҡа ике көнлөк походҡа йы­йы­ныуҙары тураһында ишетеп ҡалдым һәм улар менән барыр­ға теләк белдерҙем.

Әсәйемә был идея тураһында әйткәнем, ул ҡаршы төшмәне. Тик уҡыусы башың менән алыҫ араға яңғыҙ сыҡмайһың, тигәс, ағайымды ла бергә барырға өгөтләнем.

Кәрәкле әйберҙәрҙе туплап, билдәләнгән көн­дә юлға сыҡтыҡ. Юл буйына, күңелле гәпләшеп, көлөшөп барҙыҡ. Арабыҙҙа ағайымдың дуҫтары – студенттар ҙа бар ине.

Бөрйән районының тәбиғәте беҙҙе әсир ит­те! Мәмерйәгә беҙҙең төркөмдө икегә бүлеп индерҙеләр. Унда миңә бик оҡшаны. Тик бер заман, мәмерйәләге баҫҡыстан менеп барғанда, аяғым тайып, ҡолай яҙҙым. Шул саҡта арттан барған бер егет мине тотоп ҡалды. Ул булмаһа хәлдәр мөшкөл булыр ине! Мәмерйәнән сығышлай, егеткә рәхмәт әйттем һәм һөйләшеп киттек.

Кисен усаҡ ҡаршыһында беҙ оҙаҡ һөйләшеп, йырлашып ултырҙыҡ. Ул кис буйы минең эргәмдән китмәне, һөйләшеп, һүҙҙәр бөтмәне.

Походтан ҡайтҡас та беҙҙең аралашыу дауам итте. Мин үҙемдең ғашиҡ булыуымды аңланым. Һиҙәм, ул да мине бик ярата.

Бына шулай, дуҫтар, һөйөклөмдө Шүлгәнташта табып алдым.

Гөлгөл.

Автор:
Читайте нас: