+24 °С
Ямғыр
Мәңгелек сер
3 Ғинуар 2024, 11:55

Кем минең һөйөүемә лайыҡ икән ҡурҡаҡмы, әллә ҡылыйгүҙме?

Ох, ҡыҙҙар… Үҙем менән булған бер хәл­де һөй­ләмәйенсә түҙеп йөрөй ал­майым ин­де! Ни булһа ла, ҡаты бәрел­мәүегеҙҙе һорайым, бәлки кемегеҙҙер берәй кәңәш менән дә ярҙам итер.

Кем минең һөйөүемә лайыҡ икән ҡурҡаҡмы, әллә ҡылыйгүҙме?Кем минең һөйөүемә лайыҡ икән ҡурҡаҡмы, әллә ҡылыйгүҙме?
Кем минең һөйөүемә лайыҡ икән ҡурҡаҡмы, әллә ҡылыйгүҙме?

Ҡыҫҡаһы былай: ул беҙҙең мәктәп­кә беренсе сирек тамамланғас күсеп кил­де. Синыфыбыҙ тупһаһын ашат­лаған­да, моғайын, бар­лыҡ әхирәт­тәрем дә Илнарҙың* бөҙрәләнеп торған ҡуйы сәсенә ғашиҡ булған­дыр. Ул тый­наҡ ҡына ине. Уҡытыусыбыҙҙың әйт­кәнең тыңлап, үҙенә күрһәтел­гән урынға шым ғына барып ул­тырҙы. Шул саҡ йөрәгем тәңгәлен­дә ниҙер талпынып-талпынып ҡуйған­дай тойол­до һәм дәрес ҡайғыһы тамам кит­те. Ә уҡытыусы, үс ит­кән­дәй, тап шул көн­дө мине таҡтаға саҡырҙы ла үт­кән тема буйынса һорашырға тотон­до. Юҡ, мин былай тырышам ул, әммә барыбер уңыш­тарым ур­таса ғына. Тап үт­кән тема буйынса баһаларым насарыраҡ ине. Күрәһең, апай шуларҙы төҙәт­терергә уй­лаған­дыр. Тик барыһы ла икенселәй килеп сыҡты. Мин тағы, ыҡ-мыҡ итеп тороп, “өс­лө” ал­дым.

Тәнәфескә сыҡҡас әхирәт­тәрем менән йы­йылы­шып Илнар хаҡын­да фекерҙәребеҙҙе ур­таҡлашып алырға бул­дыҡ. Ул минән башҡа тағы бер нисә ҡыҙға оҡшаған икән! Мин шун­да уҡ башҡаларға хәбәр итеп ҡуйҙым: был – минең табыш, кем ауыҙын аса – теш­тәрен һанап сығарам! Быны ишет­кәс тә иң яҡын әхирәтем­дең ниңәлер кәйефе ҡырыл­ды. Хәҙер мин аңлайым: ул да Илнар­ға күҙ һалған булған, әммә тыумыш­тан шым булғас, ауыҙ асып һүҙ әйтмәгән.

Минең “һунар” баш­лан­ды... Иң тәүҙә, уның эргәһенә күсенеп барып ул­тыр­ҙым. Дәрестә, ул-был­ды бел­мәгән булып, тегенең менән һөй­ләшәм. Саҡ ҡына ярҙам итһә лә ин­де шат­ланған булам. Синыфыбыҙҙағы ваҡиғалар бары­шын, кем-кемлеге икән­леген һөй­ләп бирҙем. Һүҙ аралаш үҙем­дең дуҫлашып йөрөгән егетем дә юҡлығы хаҡын­да һүҙ ҡыҫтырҙым. Был ҡыҙыҡһынған­дай бул­ды, шикел­ле. Шулай итеп, айға яҡын ваҡыт та үтеп ките. Ә ул ваҡыт эсен­дә ошо егеткә күҙ һалғандары өсөн мин ике синыфташым­дың сәсен бөр­төкләп өл­гөр­ҙөм.

Шунан беҙҙең мәктәптә дискотека ойош­торҙолар. Мин Илнарҙы “аҡ бейеү­гә” саҡырҙым. Ул ризалаш­ты! Бөтөн әхирәт­тәрем­дең дә тана­уына сирт­кәнем­дән ләззәт­ләнеп, бар донъям­ды онотоп ҡына уның ҡосағын­да йөҙөп йөрөп ята инем, егетем ҡапыл буш­лыҡҡа осто ла кит­те! Нимә булғанын да аңламаным, хыял донъяһынан үҙ аңыма ҡайтҡан­да күҙ ал­дым­да шун­дай күренеш: беҙҙән бер синыфҡа түбән, ҡылы­йгүҙ генә, әммә яман һуғыш суҡмары Рәмис Илнарҙы, иҙән­гә һуҙып һалып тороп, дөмбәҫләп ята. Етмәһә, Рәмис Илнарҙан ғына түгел, минән дә бер башҡа тәпәш! Икеһен ике яҡҡа атып бәрҙем дә ҡысҡырып ебәргәй­нем, Рәмис тыныс­лан­ды былай, ә Илнар хас ҡурҡаҡтарса  Рәмис ал­дын­да аҡланырға тотон­до: был ҡыҙыҡай (мин инде) – үҙе килеп бейеүгә саҡырҙы, мин теләмәгәй­нем һ.б.

Шулай хәл­дәр. Миңә оҡшағаны – ҡурҡаҡ. Мине оҡшатҡаны – тәпәш, ҡылы­йгүҙ, йәш­кә бәләкәс, әммә батыр... Хәҙер йөрө ин­де ҡайһыныһын һай­лай ал­май. Нимә эш­ләйем икән? Кәңәш бирегеҙ әле!

* Исем­дәр үҙгәр­тел­де

ГӨЛНАЗ.

Автор:
Читайте нас