-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәңгелек сер
4 Ғинуар , 15:05

Бары ла алда әле!

Мин үҙемде бик бәхетле кеше тип һанай инем. Үҙем өҙөлөп һөйәм, Ул мине ныҡ-ныҡ ярата, тип уйлай инем...

Бары ла алда әле!
Бары ла алда әле!

Мәктәп йылдарынан таныш беҙ Уның менән. Ул – аҡыллы, һәр ерҙә өлгөр, ярыштарҙа алдынғылыҡты бирмәҫ шәп егет. Мин... Мин дә артта ҡалғандарҙан түгел, әммә ҡапыл ғына күҙгә салынып та бармайым. Унан ҡалһа, мәктәптә иң хыялый, иң нескә күңелле ҡыҙ мин булғанмындыр. Мөхәббәт тураһында яҙған шиғырҙарымды уҡытыусылар дәрестәрҙә башҡа синыфтарға да уҡыр ине, гәзит-журнал биттәрендә лә баҫылып торҙо. Әлбиттә, күңел йылыма тулы шиғырҙар тик Уның өсөн ине...

Матур ғына дуҫлашып киттек беҙ. Уҡытыусылар ҙа, хатта ата-әсәйҙәр ҙә беҙҙең хистәрҙе күрә, белә ине. Буласаҡ кәләш менән кейәү тип күрҙеләр беҙҙе. Мин дә шулай уйлай инем. Уға ҡарайым да, йәш, шаян сағын әлегеләй иҫтә ҡалдырырға тырышам. Йылдар үткәс, уның йөҙөн, һынын балаларыбыҙҙа күрермен, тип хыялланам...

Мәктәпте тамамлағас, ул бик алыҫҡа уҡырға китте. Йылына ике тапҡыр ғына ауылға ҡайтып йөрөнө. Оҙон-оҙон хаттар, телефондан хәбәрләшеүҙәр алыҫ араларҙы биҡ аҙға ғына яҡынайтып торҙо. Уны һағыныуымдан иҙәндә тәгәрәп йөрөп илай торғайным...

Тоғро көттөм мин осрашыуҙарҙы. Ятаҡта бергә йәшәгән ҡыҙҙар паркта йөрөп килергә саҡырһа, сыҡмайым. Алдыма фотоһын ҡуйып ҡуям да, уға табаҡ-табаҡ хаттар яҙам...

Каникул мәлдәрендәге осршыуҙар – оло байрам ине минең өсөн. Сабырһыҙланып һәр осрашыуҙы көтәм.

Клубта, ул мине генә бейеүгә саҡыра. Беҙҙең ҡапҡа тышында оҙаҡ һөйләшеп ултырманыҡ, мине йәһәтләп өйгә оҙата ла, үҙе ҡайтып китә...

Шулай каникулдан һуң ҡалаға юл тотҡас, бер апай менән юлдаш булырға тура килде. Һөйләшеп киттек. Ҡарашы был апайҙың шул тиклем үткер, һәр һөйләгәнемде йотоп барғандай. Шулай һынамсыл ғына ҡарап ултырғас, былай тип ҡуйҙы: “Һин егетеңә шул тиклем тоғроһоң, ул да һиңә ҡарата шулай эскерһеҙ, саф тип уйлайһыңмы? Һуҡыр булма, һылыуым. Тирә-яғыңа күҙ асып ҡарарға өйрән. Ул егет һинең генә башыңды әйләндермәйҙер”.

Оло, эскерһеҙ һөйөүгә ныҡ ышана инем. Шулай ҙа был апайҙың әйткән һүҙҙәре күңелемдә ниндәйҙер эҙ ҡалдырҙы.

Һөйгәнемдең әйткән һүҙҙәренә “ҡолаҡ һала” башланым. Быға тиклем һәр әйткәне доға кеүек ине бит минең өсөн! Хәҙер килеп, ул мине бер ни тиклем һынаған, тикшергән, үҙен минән өҫтөнөрәк ҡуйғандай тойола башланы.

...Бер көн кис ҡыҙҙар менән паркта йөрөп килергә булдым. Ятаҡтан алыҫ та китеп өлгөрмәнек, һөйгәнем шылтыратты. Әхирәттәрем менән булғас, һөйләшеп барыуы уңайһыҙ, һуңғараҡ һөйләшербеҙ, тип, телефонды һалдым. Ул тағы ла шылтырата башланы. Имеш, мин ниндәйҙер егеткә китеп барам, имеш, алдайым, көтә алмайым...

Ҡыҙҙар менән матур итеп аралашыу кәйефе төшкән ине инде минең. Уға булған хистәремдең дә бер ҡырыйы һынды шул кис.

Һөйгәнемдең шулай һәр һүҙенә, һәр ҡылығына иғтибар биреп, күңелемдә ҡайнаған хистәрҙе аңларға тырышып, ярты йыл үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалғанмын. Бына ҡышҡы каникулдар. Һәм... ниңәлер мине һағайтҡан осрашыу...

Клубта күрештек. Һөйләшер һүҙҙәр таба алмай аҙапландыҡ. Арала – һалҡынлыҡ. Элек күҙенә күтәрелеп ҡарарға оялған мин, иҫем дә китмәне. Ә ул киреһенсә, ҡарашымды күтәрә алмай кеүек.

Элек ул олпат, ғорур, һоҡланғыс күренә ине миңә. Хәҙер килеп, тик минең янда ғына уның шулай булыуын аңланым. Әллә минең ҡайнар һөйөүем шулай күрһәткән миңә... Мин уны күктәргә, йондоҙҙарға күтәреп яратҡанмын булып сығам түгелме?!

Үҙен шул тиклем уңайһыҙ тотҡас, өшөнөм, тигән булып, ҡайтырға йыйындым. Өйгә тиклем мине оҙатты, тик элекке кеүек билемдән һығып ҡосаҡларға баҙнат итмәне. Минең үҙгәреүемде икебеҙ ҙә тойһаҡ та, был турала һүҙ башлаусы булманы.

Иртәгәһен күрше ҡыҙға инһәм, уға икенсе ауылда йәшәгән әхирәте килгән. “Һинең менән һөйләшергә кәрәк”, ти миңә: “Ул бит һине оҙатып ҡуя ла, минең янға килә ине. Алдап йөрөй икебеҙҙе лә”.

Аптыраманым да, ҡайғырманым да, тик ниңәлер шул ҡыҙҙы ныҡ йәлләп ҡуйҙым. Барыһын да белә тороп, уның ҡосағында йылыныуы – иҫәрлек, минеңсә.

Ошонан һуң үҙем өсөн барыһын да асыҡлап, нөктә ҡуйҙым. Ни булғанын да аңлай алмай аҙапланды ул, минең шулай ҡырҡа үҙгәреүемде көтмәгәндер инде. Ҡапҡа төбөнә килеп тапанған саҡтары күп булды. Осрашыуҙар эҙләне. Шылтыратты. Бары тик бер генә күрешеү үтенде...

Тик мин элекке һантый, хыялый ҡыҙ түгел инде. Тәү сиратта үҙеңде ихтирам итергә, үҙ ҡарашыңды өҫтөнөрәк ҡуя белергә кәрәклеген аңланым. Башҡаса үҙемде икенсе берәүҙең мөхәббәт ҡорбаны итмәм.

Мин беләм: ысын, саф, бөйөк мөхәббәтем алда әле. Көтөргә генә кәрәк!

Ынйы. Туймазы ҡалаһы.

Автор:
Читайте нас: