+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәңгелек сер
5 Ғинуар , 16:35

Минең кеүектәр тағы бармы?

Әкәмәт донъя. Ниңә улайҙыр, белмәйем... Шуға артабан “лох” булып йәшәргә генә килә. “Лох” тигәнгә килгәндә, мине синыфташтарым шулай һанай. Йәнәһе лә, улар менән бергә урамдар буйлап һәптәнләп, йома һәм шәмбе кистәрен һыра эсеп үткәрмәгәс – өй тауығымын, әсәйемдең итәгенә йәбешкәнмен...

Минең кеүектәр тағы бармы?
Минең кеүектәр тағы бармы?

Әкәмәт донъя. Ниңә улайҙыр, белмәйем... Шуға артабан “лох” булып йәшәргә генә килә.

“Лох” тигәнгә килгәндә, мине синыфташтарым шулай һанай. Йәнәһе лә, улар менән бергә урамдар буйлап һәптәнләп, йома һәм шәмбе кистәрен һыра эсеп үткәрмәгәс – өй тауығымын, әсәйемдең итәгенә йәбешкәнмен... Шуға – лох. Мөмкинлектәре булһа әллә ҡасан “лох”лығым арҡаһында иҙгесләп туҡмап та китерҙәр ине, тик ағайҙарымдан ҡурҡалар. Уларҙың һәр береһе бер үҙе генә лә бөтөн синыфташтарымды бер ыңғайы үтә сыға ала. Ә мин, кинйә малай булғас, нисектер, икенсе тәрбиә алғанмынмы... Юҡ, физик көс буйынса береһенән дә ҡалышмайым, әммә кешегә ҡул күтәрергә яратмайым. Йәлләйем мин уларҙы. Кем генә булмаһын, йөҙөндә ауыртыу, ҡурҡыу йәки кәмһенеү ишараттары күрһәм йәлләйем дә ҡуям.

Ҡыҙҙар ҙа мине “лох” тип һанай. Быныһы, бәлки, асыуҙарынандыр. Улар менән йөрөмәгәнгә. Арттарынан башҡалар кеүек һөйрәлеп инәлмәгәнгә, кәнфит-сәскәләр ташымағанға. Ә миңә ни бары уларҙың береһе лә оҡшамай. Тышҡы ҡиәфәттәре лә, эске донъялары ла. Ғөмүмән, мин донъяла ысын, саф мөхәббәт барлығына ышанам һәм шундай һөйгән йәремде эҙләйем. Ә синыфташ ҡыҙҙарымдың барыһы ла тип әйтерлек үҙ файҙаларын ғына күреүсе, егеттәрҙең елкәһенә менеп ултырырға ғына тороусылар. Шул сәбәпле 8 март байрамына ла уларға бүләк биргем килмәй, ә мине һаран тип уйлайҙар.

Берҙе мине, хатта, мыҫҡыл итеп тә маташтылар: Яңы йыл һылтауы менән аулаҡ өйгә йыйылып, йәнәһе, байрам итеп ултырабыҙ. Арабыҙҙа тирә-яҡта еңел холоҡло тип даны таралған бер ҡыҙ ҙа бар ине. Шул ҡыҙыҡай менән мине бер бүлмәгә бикләп ҡуйҙылар. Ә уныһы оятһыҙ рәүештә бәйләнә башланы. Һуң,  уның бер ере лә оҡшамағас ҡалайтайым мин?! Әйткәнде аңламаған бәндәнең сикәһенә ярты көскә сәпелдәткәйнем, йыға һуҡтым да ҡуйҙым! Эй, сарылданы бахырҡай... Аҙаҡ егеттәрҙән туҡматырыр китте, тик иң әтәсләнгән берәүһе иҫәңгерәп йығылғас башҡаларының ҡоттары осто. Мин уға ла ул хәтлем үк ныҡ һуҡманым... Уңышлы тейгәндер инде. Шунан башлап бындай “байрам”дарға йөрөмәйем.

Ысынын әйткәндә, һыра эсеүҙең бер ҡыҙығы юҡ кеүек. Уның башты әйләндереүенә ҡарағанда астрономия буйынса китаптарҙа һүрәтләнгән бөйөк күренештәр ҡыҙығыраҡтаһа! Күҙ алдығыҙға ғына килтерегеҙ: беҙҙең ҡояшта активлыҡ башланһа, йыһанға йөҙәрсә километр оҙонлоғондағы утлы плазма бөркөлә! Ул – протуберанец тип атала! Йәки йәки Марс планетаһындағы Олимп тауының бейеклеге 26 километр!!! Беҙҙәге ин бейек Джомолунгмаға ҡарағанда дүрт тапҡырға күберәк! Ә йыһандағы “ҡара тишектәр” тураһында ғалимдар һаман да баш вата, сөнки уның массаһы һәм гравитация көсө шул хәтлем ҙур, хатта уның эсенән бер ниндәй яҡтылыҡ та, радиотулҡын да сығып китә алмай. Шул сәбәпле бындай урындарҙы өйрәнеү үтә ҡатмарлы икән.

Үәт! Нисек кенә булмаһын, артабан йәшәргә кәрәк. Минең кеүектәр тағы бармы икән?

САФА.

Автор:
Читайте нас: