+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәңгелек сер
6 Ғинуар , 15:10

Хыялыма хыянат итәйемме?

Һаумыһығыҙ... Хатымды нисегерәк башларға ла белмәйем. Минең хәтәр бер проблема бар. Уны нисек хәл итергә икәнлеген бәлки берәйһе кәңәш итер тигән өмөт менән генә һеҙгә яҙырға булдым инде.

Хыялыма хыянат итәйемме?
Хыялыма хыянат итәйемме?

Минең проблемам шулай: мин – ғүмерем буйына осоусы булырға, һауа диңгеҙен байҡарға хыялландым. Хатта бәләкәй сағымда, биш йәштәр тирәһе булғандыр, ҡулдарыма ҡалай тимерҙән ҡанатарға оҡшаш нәмә тағып өй башынан да һикер тәнем булды. Ярай әле, аяҡтар нисектер иҫән ҡалған. Унан һуң, яланға сығып, көслө ел ваҡытында ҙур полиэтиленды парашют кеүек итеп тотоп “осоп” йөрөнөм. Ә ауылыбыҙ эргәһендә урынлашҡан аэропорттан самолеттар осҡанда мин, гүйә, улар менән бергә һауаға күтәрелә инем! Шул хәтлем осоусы булғым килә, хатта уны аңлатып та бирә алмайым.

Миңә әлеге самолеттар араһында иң оҡшағаны ул күп функциялы истребитель Су-35. Әлеге көндә был самолет кеүек донъяла бер машина ла оса алмай. Ул һауала эшләгән юғары пилотаж фигуралары сит планета аппараттарына ғына хастыр... Күҙ алдығыҙға ғына килтерегеҙ: ун ете ярым тонна ауырлыҡтағы аппарат, баштүбән килеш, вертикаль штопорға үҙ теләге менән инеп, шунан бер ниндәй ҡурҡынысһыҙ еңел генә кире ябай осоу режимына сығып китә ала! Донъялағы башҡа берәү бындай осраҡта мотлаҡ ҡолап төшәсәк. Ә “Су”шка өсөн был ни бары “мөмкинлектәренең бер өлөшө” генә. Су-35 һауала осмай – ул бейей. Мин ошо аппараттың пилоты булғым килә! Бының өсөн барыһын да тигәндәй эшләнем: алгебра, геометрия, физика, химия фәндәренән тик “бишле”гә уҡыйым, физкультуранан нормативтарҙы гел арттырып биреп килдем. Хатта “ГТО”-ның алтын миҙалы менән бүләкләндем...

Тик минең атай менән әсәй генә осоусы булырға теләүемә ҡаршы!!!

Атай – минән тарихсы яһағыһы килә, сөнки ул Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлаған. Уның һүҙҙәре буйынса башҡорт халҡының тарихы шул хәтлем ҙур һәм бай, уны өйрәнергә лә өйрәнергә әле. Бигерәк тә Салауат Юлаевтың яуҙаштары тураһындағы архив документтары әлегә хәтлем тейешле иғтибар күрмәгән. Улар араһында, йәнәһе, беҙҙең әллә ҡасанғы олатайыбыҙ ҙа булырға тейеш, имеш. Ә миңә уларҙы соҡоноу ни бысағыма кәрәк?! Кем теләй – шул өйрәнһен. Шулай тиһәм, атай ҡыҙа ла китә.

Ә әсәй бар көсө менән мине башҡорт филологияһына тығырға теләй. Сөнки уның ҡаты инаныуы буйынса халыҡты милләт итеүсе төп сәбәп ул – тел. Әгәр телебеҙ бөтһә – башҡорттар ҙа бөтәсәк. Эйе, мин барыһын да аңлайым. Башҡорт теле минең туған телем. Аллаға шөкөр, минең шундай яғымлы һәм моңло телем булғанына, тик мин уны үҙ иркемдән тыш өйрәнә башлаһам барлыҡ ихтирамым һәм һөйөүем урынына тик нәфрәт кенә ятып ҡаласаҡтаһа! Ошо бөйөк телем арҡаһында иң юғары хыялымды  тормошҡа ашыра алмаһам, телгә мин ниндәй күҙлек аша ҡарарға тейеш буласаҡмын? Атай менән әсәйҙән бит баш тартып булмай...

Ни эшләргә лә белмәйем. Нисек уларға үҙемдең хыялымдың әһәмиәтен аңлатырға. Юҡ, хыялһыҙ ҙа йәшәп була, әлбиттә. Тик ни мәғәнә?

Ғәлим, Ҡариҙел районы.

Автор:
Читайте нас: