-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәңгелек сер
7 Февраль , 11:02

Йәшелгүҙ мине әсир итте

Мин йәшелгүҙ менән яҡыныраҡ аралашҡым килә. Тик миндә ике кеше йәшәгән кеүек. Береһе, юҡ, ярамай, уның егете бар бит, был егетлек булмай ти! Икенсеһе, яратҡас, яратам тип әйт, бәлки, ул да мине оҡшатып йөрөйҙөр, ти. Ә мин һаман “быҙау” булып йөрөйөм. Ә һеҙ, дуҫтар, миңә ниндәй кәңәш бирерһегеҙ?

Йәшелгүҙ мине әсир итте
Йәшелгүҙ мине әсир итте

Үҙебеҙҙең ауылда — башланғыс синыфтарҙы, артабан күрше ауылда 9-сы синыфты тамамлағас, беҙҙең ауыл балалары ошо урта мәктәпкә күсә. Мин барған 10-сы синыфта Гүзәлиә исемле матур ҡыҙ уҡый. Мин үҙемде батыр егет тип әйтә алмайым. Ауылда минән “быҙау” тип көләләр. Мөхәббәт ул — ҡыҙҙарға ғына хас тойғо тип, көлөп йөрөй торғас, Гүзәлиәнең йәшел күҙҙәрен күреү менән, көтмәгәндә уға ғашиҡ булдым. Уны күрһәм, бер эҫе, бер һыуыҡ булып китә, битем яна.

Нисек башланды был хәл?

Былтыр сентябрь айында яңы синыфташтарым менән уҡыу йылын башланым, барлығы — ете малай һәм 15 ҡыҙ. Яңы ҙур мәктәптә уҡыу бөтөнләй икенселәй икән. Беренсе көн уҡытыусыбыҙ китапханаға китап алырға ебәргән ине. Сиратта торған саҡта минән алда торған ике ҡыҙ иғтибарымды йәлеп итте. Китаптарына көстәре етмәй, өҫтәүенә, береһенең тоҡсайы йыртылды. Минең ярҙам итке килә лә ул, тик оялам. Ҡыҙҙар менән һөйләшә белмәйем. Исем-шәрифем, фотом тормаған сәхифәм аша ғына интернетта мин “батыр” ул. Ә миңә бит инде — 16 йәш! Мин уйланып торғанды күреп ме, ҡыҙҙарҙың береһе миңә йымайҙы ла яғымлы тауыш менән: “Зинһар, ярҙам итегеҙ әле!” — тип өндәште. Беҙҙең ҡараштар осрашты... Мине ток һуҡҡандай булды. Йәшел күҙенең ҡарашы минең йөрәктен ҡап уртаһына Амурҙың уғындай ҡаҙалды. Бер нәмә лә әйтә алмай, тик торам. Шул саҡ 11-се синыфта уҡыған беҙҙең ауыл малайы, минең дуҫым, әйҙә, Гүзәлиә, әйберҙәренде өйөңә хәтлем үҙем күтәреп алып барам, тине. Ә миңә ауылдашым үҙенең китаптарын тотторҙо ла интернатҡа алып барырға ҡушты. Улар, өсәүләшеп, көлөшә-шаяра, мәктәптән Гүзәлиәнең өйөнә табан юл тотто. Ә мин, ауыҙымды асып, тороп ҡалдым. Ысынлап та “быҙау”мынмы икән ни?

Бәхет теләйем! Әллә үҙеңдең бәхетең өсөн көрәшергә кәрәкме?

Шулай итеп, бер йыл үтеп тә китте. Гүзәлиә менән ауылдашым бер-береһен ярата кеүек. Мин уларҙын араһына төшмәнем. Шулай ҙа ҡыҙға икенсе сәхифәмдән генә, мин һине яратам, тип яҙҙым, тик ул мине “ҡара исемлеккә” ҡуйҙы.

Беҙ хәҙер — 11-се синыфта. Мин спорт менән ныҡлап шөғөлләнә башланым. Киләсәктә физкультура һәм спорт юлы менән барырға уйлайым. Гүзәлиәнең егете армияға китте.

Мин йәшелгүҙ менән яҡыныраҡ аралашҡым килә. Тик миндә ике кеше йәшәгән кеүек. Береһе, юҡ, ярамай, уның егете бар бит, был егетлек булмай ти! Икенсеһе, яратҡас, яратам тип әйт, бәлки, ул да мине оҡшатып йөрөйҙөр, ти. Ә мин һаман “быҙау” булып йөрөйөм. Ә һеҙ, дуҫтар, миңә ниндәй кәңәш бирерһегеҙ?

АЗАМАТ (исемемде үҙгәртеп яҙҙым).

Автор:
Читайте нас: