-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәңгелек сер
14 Февраль , 14:24

Раузалы мөхәббәт

Алдан әйтелгән концерт булманы. Әртистәрҙең машинаһы боҙолған, тинеләр. Шуға клуб мөдире дискотека ойошторҙо. Мин заманса көйгә бейергә яратманым. Эскәмйәгә барҙым да ултырҙым. Бер ваҡыт Рөстәм оҙон кулдәгемдең итәгенә килеп ултырҙы. Тор тиһәм, йылмайып ҡына һүҙ башларға булды был. Мин ҡурҡышымдан нимә эшләргә белмәй киттем. Әхирәттәрем дә янда юҡ. Рөстәм миңә, һин ныҡ сибәрһең, тине шунда, ә мин нисек был “тоҙаҡтан” ҡасырға, тип кенә уйланым ул мәлдә. Мин уға ҡоро ғына яуап бирҙем һәм, мәлен көткәндәй, ул нимәгәлер торған сағында сыҡтым да йүгерҙем. Хатта итегемде лә кейергә онотоп, өй янына елдерҙем.

Раузалы мөхәббәт
Раузалы мөхәббәт

Мин уҡыусы саҡта армиянан ҡайтҡан ауыл егеттәренең фотоларын беҙҙең мәктәптә элеп ҡуйҙылар. Ҡыҙҙар кемгә ниндәй фото оҡшай, тип шаяра ине. Мин бер матур фотоны төртөп күрһәттем дә, ысҡындырып алып, уны сумкама һалып алдым. Ул күрше урамда йәшәгән Рөстәмдең фотоһы булып сыҡҡан икән.

Уларҙың баҡсаһында үҫкән раузалар шул хәтлем матур, һоҡланғыс ине. Мәктәптән ҡайтышлай, бер ваҡыт шуларҙы тотоп ҡарайым тип, баһыу аша ҡулымды һуҙған инем, тәҙрә аша шул Рөстәм ҡарап тора икән. Мине күреп, бармаҡ янаны. Мин ҡурҡышымдан өйөмә табан йүгерҙем. Ә Рөстәмдең фотоһы минең көндәлегемдә ята бирҙе.

Мин мәктәптә тик бишлегә генә уҡыным. Хатта синыфташ ҡыҙҙарым күңел асырға мәҙәниәт йортона ла йөрөмәй инем. Шулай ҙа бер мәл мин дә клубка барырға булдым. Яҙ, беҙҙең урамдарҙа батҡаҡ мәле. Шуға мәҙәниәт йортона резинка итек менән барып, инер алдынан туфли кейҙем.

Алдан әйтелгән концерт булманы. Әртистәрҙең машинаһы боҙолған, тинеләр. Шуға клуб мөдире дискотека ойошторҙо. Мин заманса көйгә бейергә яратманым. Эскәмйәгә барҙым да ултырҙым. Бер ваҡыт Рөстәм оҙон кулдәгемдең итәгенә килеп ултырҙы. Тор тиһәм, йылмайып ҡына һүҙ башларға булды был. Мин ҡурҡышымдан нимә эшләргә белмәй киттем. Әхирәттәрем дә янда юҡ. Рөстәм миңә, һин ныҡ сибәрһең, тине шунда, ә мин нисек был “тоҙаҡтан” ҡасырға, тип кенә уйланым ул мәлдә. Мин уға ҡоро ғына яуап бирҙем һәм, мәлен көткәндәй, ул нимәгәлер торған сағында сыҡтым да йүгерҙем. Хатта итегемде лә кейергә онотоп, өй янына елдерҙем. Аҙаҡ ҡыҙҙар аяҡ кейемемде алып килеп киттеләр. Минән көлдөләр...

Рөстәмде күргән һайын ҡаса башланым. Ә ул мине күрер өсөн нимә генә эшләмәне. Бер мәл өйҙән килеп сыҡһам, өй алдында бер ҙур гөлләмә раузалар ята ине. “Әлиәгә! Донъялағы иң матур ҡыҙға” тигән яҙыуы ла бар. Мин аңланым, был Рөстәмдән. Уларҙың баҡсаһында үҫкән рауза ҡыуағынан гөлләмә бит был. Әсәһе нимә тип әйтер икән, тип ҡурҡып та ҡуйҙым. Ҡыҙҙарға был турала әйткәс, улар минең өсөн һөйөндө.

Күпмелер ваҡыт үткәс, ҡыҙҙар мине урамға саҡырҙы. Ауыл осона барып әйләнәйек тиһәк, унда Рөстәм килеп сыҡты... Ҡыҙҙар, алдан һөйләшкән кеүек, юҡ булды ла ҡуйҙы. Беҙ икәүҙән икәү генә ҡалдыҡ.

Минән өлкән булғас, унан ҡурҡыу ҙа бар ине, ләкин йылы, яғымлы һүҙҙәре күңелемә бал булып ятты. Шулай итеп, осраша башланыҡ.

Мин, мәктәпте тамамлап, Өфөгә уҡырға керҙем. Рөстәм ауылда ҡалды, ләкин минең янға йыш килеп йөрөнө. Ул мәлдә кеҫә телефондары булманы, шуға хат яҙыша инек.

Беренсе курсты тамамлар алдынан май байрамына ауылға ҡайтҡанда Рөстәм миңә тәҡдим яһаны. Мин ризалаштым, ләкин уҡып бөтәйем, тинем. Шунан һуң мин баш ҡалаға юлландым.

Июнь айында, сессияны тамамлап, йәйге каникулға ҡайтырға сыҡтым. Район үҙәгенә килеп етһәм, мине кейәүгә сығыуым менән ҡотлай башланылар. Шаҡ ҡаттым: нисек инде мине минһеҙ кейәүгә биргәндәр? Ауылға килеп инһәм, өйөбөҙҙә гөрләтеп туйға әҙерлек бара. Шунда миңә был хәлдең нисек килеп сыҡҡанын аңлаттылар. Рөстәм мин Өфөгә китеү менән беҙгә яусылар ебәргән. Әлиә ризалығын май айында ҡайтҡан да биреп китте тип ата-әсәйемдең ризалығын алған.

Шулай итеп, 18 йәшемдә мин Рөстәмгә кейәүгә сыҡтым. Хәҙер инде сирек быуат бергә торабыҙ. Өс бала тәрбиәләйбеҙ. Мин – бәхетле әсәй. Минең бына тигән тормош иптәшем бар. Фатирыбыҙ ҙа, машинабыҙ ҙа бар. Иң мөһиме бөтөнөбөҙҙә һаубыҙ, Аллаға шөкөр. Ә мәктәптә “урлап” алған уның һалдат фотоһын һаман һаҡлайым.

Ҡыҙҙар, һөйөүегеҙҙе күктән эҙләмәгеҙ, һеҙгә насип булған икенсе яртығыҙ, бәлки, янығыҙҙа ғына йөрөйҙөр?!

ӘЛИӘ апайығыҙ. Өфө ҡалаһы.

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: