-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәңгелек сер
2 Март , 14:05

Уны күрер өсөн генә уҡырға йөрөйөм

Ябай ауыл малайымын. Быйыл 15 йәш тулды. 9-сы синыфтан һуң ике ауыл аша район үҙәгенә йөрөп уҡырға тура килде. Былай яңы синыфыбыҙ бик татыу ғына, әллә төрлөбөҙ төрлө урындан килгәнгә, тиҙ арала дуҫлашып киттек. Үҙебеҙҙең ауылда ҡыҙҙар әллә ни аралашыусан булмағас, бындағыларҙың оялып тормай, егеттәргә үҙҙәре үк шаяртып һүҙ ҡушыуы миңә ҡыҙыҡ кеүек тойолдо.

Уны күрер өсөн генә уҡырға йөрөйөм
Уны күрер өсөн генә уҡырға йөрөйөм

Сәләм, “Аманат” журналы редакцияһы! Бында ғәҙәттә ҡыҙҙар үҙҙәренең серҙәре менән бүлешә, егеттәрҙең хаттары рубрикала бик һирәк кенә осрап ҡуя. Мин һеҙгә үҙемдең хәлем тураһында яҙғым килә.

Ябай ауыл малайымын. Быйыл 15 йәш тулды. 9-сы синыфтан һуң ике ауыл аша район үҙәгенә йөрөп уҡырға тура килде. Былай яңы синыфыбыҙ бик татыу ғына, әллә төрлөбөҙ төрлө урындан килгәнгә, тиҙ арала дуҫлашып киттек. Үҙебеҙҙең ауылда ҡыҙҙар әллә ни аралашыусан булмағас, бындағыларҙың оялып тормай, егеттәргә үҙҙәре үк шаяртып һүҙ ҡушыуы миңә ҡыҙыҡ кеүек тойолдо.

Синыфташ ҡыҙҙар араһынан бер һылыу ғынаһына күҙем төштө бит, әй! Ул шул тиклем һөйкөмлө, үҙе аҡыллы, шаян ғына. Уны күрер өсөн генә уҡырға йөрөйөм һымаҡ, күрмәй торһам эсем боша, уҡыуымдың рәте китә. Һылыу миңә иғтибар иткән кеүек: йылмайып һүҙ ҡуша, “Бәйләнештә” сайтында ла дуҫлашып алдыҡ. Унда-бында һирәкләп бер-беребеҙгә ҡыҙыҡлы картинкалар, көләмәстәр ебәрәбеҙ.

Тик мин уға хистәремде белдерергә ҡурҡам. Аңламаҫ, кире ҡағыр, минең менән башҡа һөйләшмәҫ, тип шөрләйем мин. “Френдзонала” ҡалғым килмәй. Әгәр өндәшмәһәм, икенсе егет уны үҙенә ҡаратыр тип тә уйлайым. Нимә эшләргә миңә?

Азамат. Е. районы.

Автор:
Читайте нас: