-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәңгелек сер
3 Март , 14:10

Көнбағыш кәңәше

Туранан-тура “Яратам!” тип әйтеү ҙә кәрәкмәҫ. “Былай ғына” тип, сәскә йәки берәй матур сувенир бүләк ит, иғтибарлы булыуыңды ул күрһен. Ҡатын-ҡыҙ ҡолағы менән ярата тигәндәре менән тулыһынса килешеп бөтмәйем, улар иғтибар иткәнде, ҡурсалағанды бик яҡшы тоя һәм ярата. Тамсы тама, тама ташты тишә, ул да һиңә иғтибар итер...

Көнбағыш кәңәше
Көнбағыш кәңәше

Азамат! Беҙҙә “Ятып ҡалғансы атып ҡал!” тигән бик тапҡыр әйтем бар. Ана шул принцип буйынса эшләп ҡара әле. Хистәрең тәрән, ысын булһа, ҡасан да белдерергә кәрәк буласаҡ. Ул һиңә социаль селтәрҙәрҙә яҙғас, тимәк өмөт бар! Шуны иҫеңдә тот: ҡыҙҙар “френдзонала” ҡалдырырға теләгән егеттәргә бер ҡасан да үҙҙәре хат яҙмай. Әлеге дуҫтарса аралашыуҙы туҡтатма, уңайы сыҡҡанда ысынбарлыҡта ла йышыраҡ һөйләшергә тырыш. Әммә туранан-тура “Яратам!” тип әйтеү ҙә кәрәкмәҫ. “Былай ғына” тип, сәскә йәки берәй матур сувенир бүләк ит, иғтибарлы булыуыңды ул күрһен. Ҡатын-ҡыҙ ҡолағы менән ярата тигәндәре менән тулыһынса килешеп бөтмәйем, улар иғтибар иткәнде, ҡурсалағанды бик яҡшы тоя һәм ярата. Тамсы тама, тама ташты тишә, ул да һиңә иғтибар итер (хәйер, аңлауым буйынса, ул былай ҙа битараф түгел).

Уңыштар һиңә!

 

Һағыш

Илар инем – күҙ йәштәрем сыҡмай,

Улар минең йөрәктә туңған.

Йырлар инем – йәнем моңһоҙ ҡурай,

Алҡымыма төйөр тығылған.

 

Зинһар, осоп килсе яндарыма,

Мин бит һине үлеп һағынам.

Китер инем – тирә-яғым ҡоршау...

Хыялымда ҡанат ҡағынам.

 

Китер инем – ишектәрҙә йоҙаҡ,

Ҡапҡаларға сынйыр һалынған.

Әммә ишет минең ауазымды:

“Берҙән-берең һине һағынған!”

Һағышыма инде сыҙай алмай,

Айлы күккә төбәп ҡарашты,

Минең йәнем осто һиңә табан,

Осто! Томандарҙа аҙашты.

 

Моңһоу ай.

Автор:
Читайте нас: