Ҡайһы саҡ ҡыҙҙарҙы бөтөнләй аңлап булмай. Гөлнара менән нисек танышҡанды кешегә һөйләһәм, ышанмайҙар. Улай булмай, әкиәт һөйләйһең тип көләләр. Ә һеҙ ышаныр инегеҙме?
Беҙ Таһир менән — ҡала малайҙары. Йыл да йәй етһә, ауылға каникул мәлендә ял итергә барабыҙ. Эх, күңелле саҡ! Шулай итеп, үткән йыл йәй Таһир менән эҫе көндөн береһендә һыу төшөргә барҙыҡ.
Яр буйында беҙҙең йәштәр тирәһендәге ҡыҙҙар ултыра ине. Беҙ уларға иғтибар итмәй генә һыуға сумдыҡ. Эҫе көндө йылғала йөҙөү шул хәтлем рәхәт. Тышта ла күп йөрөмәйбеҙ, шуға тәнебеҙ артыҡ ҡояшҡа ла янмаған. Теге ҡыҙҙар иһә, Ҡояшҡа ныҡ янған, әйтерһең дә, ҡап-ҡара көнсығыш ҡыҙҙары ярҙан беҙҙе күҙәтә. Уларға ҡарап, һиндостанданмы, әллә Эфиопиянан килгәнме былар тип ҡысҡырып көлдөк. Был ҡыҙҙарҙың береһенә оҡшаманы, ул ҡыҙып китте лә беҙгә таш сәпләй (бәрә) башланы. Таһир тиҙ генә икенсе ярға йөҙөп китте. Мин тәрәнгә сумдым...
Һыуҙан килеп сығыуыма башыма ҙур таш шап итеп килеп эләкмәһенме! Күҙҙән осҡондар сәсрәне, баш әйләнде. Ағым көслө, Таһир алыҫ.
Ҡапыл хәл бөттө лә ҡуйҙы. Бата башланым. Шул саҡ кемдер мине эләктереп алды ла ярға тартып сығарҙы. Күҙҙе асып ебәрһәм, баяғы өс ҡыҙҙын береһе булып сыҡты. Ғәфү итә күр инде мине, улар ғәйепле түгел, мин яңылыш эләктерҙем, тип әхирәттәрен яҡлай һалды.
Өйҙәгеләргә, яңылыш ҡоланым, тип әйттем. Бер аҙна тирәһе өйҙә генә яттым, үҙем генә һыу төшөргә киттем. Яр буйына килһәм, теге өсәү тағы яр буйында ултыра. Икеүһе мине күреү менән һыпыртты. Мине ҡотҡарған ҡыҙыҡайына тороп ҡалды һәм әкрен генә минең янға килде. “Миңә үпкәләмә, мин яңылыш, улай булырын белмәгән инем”, тип башланы һүҙен ул. Мин шул мәл уның күҙенә ҡараным һәм тәнем буйлап әллә нимә зымбырлап үтеп киткәндәй булды. Шундай матур, шоморт ҡара күҙле һылыу ҡыҙ баҫып тора ине ҡаршымда. Ҡаушап ҡына “Ярай инде. Үтте-бөттө”, — тип мыңғырланым да йәһәт кенә һыуға сумдым.
Һыу аҫтынан килеп сығып, күҙҙәремде асһам, теге ҡыҙ янымда йөҙөп йөрөй. “Ҡала малайы беҙҙең йылғала батып ҡуймаһын, ҡараштырайым әле үҙен”, — тип шаяртып та ебәрҙе.
Миңә нисектер рәхәт булып китте. Ауыл йәштәрен күбеһен белмәйем. Клубҡа сыҡмайым. Төндә урамда йөрөмәйем. Таһир менән интернет уйындарын уйнайбыҙ. Ҡыҫҡаһы виртуаль донъяла “йәшәйбеҙ”. Ә әле бөтөнләй икенселәй. Ул һәм мин. Йылға. Рәхәт.
Бына шулай. Ауыл ҡыҙы Гөлнара менән танышып, аҙаҡ дуҫлашып та киттем. Таһир инде хәҙер кистәрен интернетта яңғыҙы ғына
ултыра. Һинд киноларын яратмайым, ти ул.
ФАИЛ.