+2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәңгелек сер
4 Июнь , 16:34

Һәр кемдең үҙ яртыһы була

“Фидан кәләш ала”, – тигән хәбәр йөрәгемде ваҡ ҡына ярсыҡтарға телгеләп үтте. Сөнки ҡасандыр Интернет тип аталған “Үрмәксе ауындағы” егеткә  ышанғанымды һуң аңланым. Һауалағы бөркөткә ышанып, ҡулдағы сәпсегемде ысҡындырҙым. Ә хәҙер ниндәй генә егеттәр менән осрашып ҡараһам да, Фидан кеүектәрҙе осрата алмайым. Шуға күрә мөхәббәтте, дуҫтар эҙләмәйҙәр, ә осраталар!

Һәр кемдең үҙ яртыһы була
Һәр кемдең үҙ яртыһы була

Мәңгелек сер

Һәр кемдең үҙ яртыһы була

Һәр кеше үҙ яртыһы менән тыуа, тиҙәр. Ысынлап та торомошоң мәғәнәле нурҙар сәсеп торһон өсөн ир менән ҡатын бер бөтөн булырға тейеш. Ләкин һөйгәнеңде осратыр алдынан күп кенә яҙмыш һынауҙарын үтергә тура килә. “Яуапһыҙ мөхәббәт”, “яратам, әммә характеры насар”, “ҡыҙғанам, йыш ҡына бер-беребеҙҙе аңламайбыҙ”, йә иһә “тәртибе юҡ, башҡа ҡыҙҙар күрһә, күҙе китә аҡайып” тигән хәбәр ишетергә тура килә. Дөрөҫ юлдан ғына атлағы килә лә, тик ҡайһы саҡ барыһы ла һинеңсә генә килеп сыҡмай.

Ҡыҙҙар һәм егеттәр йәш саҡтарында мөхәббәттәрен эҙләп, йыш ҡына яңылыша. Минең уйлауымса, һинең кешең,  һиңә яҙған икән, үҙе осраҡлы рәүештә килеп сығырға тейеш. Күптәребеҙ интернет аша эҙләп ваҡытын бушҡа уҙғара. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы интернетта ғына ултырып һөйгәнеңде осратып булмай. Интернетта эҙләп ултырып ҡартайып бөтәләр бит. Уйлауымса был, бәлки ҡыйыулыҡ етмәүҙән, оялсанлыҡтандыр ҙа. Шуға күрә уҙ йәрегеҙҙе эҙләйһегеҙ икән күберәк театрҙарға, концерттарға, байрамдарға,  төрлө мәҙәни сараларға, дуҫтарығыҙ менән күберәк осрашырға кәрәктер. Ғөмүмән әйткәндә ысынбарлыҡ торомошта осратырға мөмкин ул мөхәббәтте тип уйлайым.

Һүҙемде үҙемдең мөхәббәт тарихым менән тамамлап ҡуйғым килә. Фидан менән бәләкәйҙән дуҫлашып үҫтек. Күршем булғанға бер туғандар кеүек үҫһәк тә, үҫә төшкәс беҙҙең дуҫлыҡ мөхәббәткә әүерелде. Бер-беребеҙһеҙ йәшәй алмайбыҙ тип кенә йөрөгәндә Интернет селтәре сайтынан Айнур исемле егеткә тап булдым. Башта Фидандан йәшереп кенә яҙышып йөрөнөм, аҙаҡ барыһын да һөйләп бирҙем. Шулай итеп Фидан менән дуҫлыҡ өҙөлдө, мөхәббәт үлде.

Мин инде күрмәгән кешемде яратыуҙан, йондоҙҙар араһында йөҙҙөм. Оҙаҡ ҡына аралашҡандан һуң ғаиләһе барлығын әйтте. Шулай итеп аралашыуымды туҡтаттым. Ә Фидан менән аралашмауыма йылдар үтте. Барыһы ла онотолдо. “Фидан кәләш ала”, – тигән хәбәр йөрәгемде ваҡ ҡына ярсыҡтарға телгеләп үтте. Сөнки ҡасандыр Интернет тип аталған “Үрмәксе ауындағы” егеткә  ышанғанымды һуң аңланым. Һауалағы бөркөткә ышанып, ҡулдағы сәпсегемде ысҡындырҙым. Ә хәҙер ниндәй генә егеттәр менән осрашып ҡараһам да, Фидан кеүектәрҙе осрата алмайым. Шуға күрә мөхәббәтте, дуҫтар эҙләмәйҙәр, ә осраталар!

Фәриҙә. 24 йәш.

Автор:Аманат
Читайте нас: