Тәүге тапҡыр ун дүрт йәшемдә ғашиҡ булдым. Бәлки, был балалыҡ мауығыуы ла булғандыр.
Артабан бер нисә йыл эсендә ниндәй ваҡиғалар буласағын ул ваҡытта уйыма ла килтермәгәнмен. Май аҙағы ине, һуңғы дәресте ҡалдырып түгелеп илап мәктәптән ҡайтырға сыҡтым. Ныҡ ҡына ҡыйырһытҡайнылар. Мәктәп ихатаһында физкультура дәресе бара. Бер өйөр малай-шалай, түңәрәкләп тороп, бер егеттең турникта нисә тапҡыр күтәрелгәнен һанай...Ҡырҡ туғыҙ, илле...Теге егет ҡалып ҡапыл турниктан һикереп төштө лә, яныма йүгереп килде: «Ҡыҙыҡай, нимәшләп илайһың?” – тип һораны - Аптырауҙан, нимә әйтергә белмәй, уға ҡарап тик торам. Ҡаршымда әкиәти батырҙай баһадир кәүҙәле, иҫ киткес сибәр егет баҫып тора ине. Әллә ниңә Унан оялдымсы? Көсөмдән килһә, ҡош, йә күбәләк булып осоп күҙҙән юғалыр инем дә.. Бер һүҙ ҙә өндәшмәй, бар көсөмдө йыйып, йүгереп китеп барҙым.
Йәйге каникулдар тиҙ үтте. Яңы уҡыу йылы башланды. Дәрестәр бөтөү менән өйгә ҡайтырға ашыҡманым. Осратмаммы икән тиеп, уны ҡырҙан ғына күҙәтеп йөрөйөм. Уға ун алты йәш икәнен, спорт менән шөғөлләнгәнен белдем. Яратыуымды һиҙенгән әллә, теге мәлдәге илаҡ ҡыҙыҡайҙы танып, осрағанда Ул да миңә йылмая, донъя гөл-сәскәгә күмелгәндәй була ошо мәлдәрҙә.
Тағы ла яҙ етте. Мин һаман да, дәрестән һуң, Уны тағы бер күрергә өмөт итеп, мәктәп урамындағы әүһәләйҙә ултырам. Осрашҡанда Ул баш ҡағып һаулаша, йылмайя, ә мин оялышымдан сөгөлдөрҙәй ҡыҙарып, уны күрмәмеш булып ҡараштарымды икенсе юҫыҡҡа йүнәлтәм.
Мөхәббәт утында ғазапланыуымды белеп әхирәттәрем: «Тиҙҙән онотасаҡһың, барыһы ла үтә,» тип йыуатҡан булдылар. Аҡылым менән шулай икәнен аңлаһам да йөрәгемде буйһондора алманым.
Шыҡһыҙ эсе ел-ямғырҙары менән тағы ла көҙ етте. Уҡыуҙар башланды. Ә Ул ҡапыл юҡҡа сыҡты. Аралашмағас ҡайҙа киткәнен дә белә алманым. Көн дә, бына-бына, Уның һыны пәйҙә булыр тип өмөтләндем. Уны һағыныуым шул тиклем көслө ине, әйтерһең донъяның бар йәме бөттө: Һағыштан ашауымдың, йоҡомдоң йүне ҡалманы. Тора-бара ботонләй ашамаҫҡа, тип үҙемә һүҙ бирҙем. Барыһынан да баш тарттым. Шул тиклем үҙемә йомолған инем инде. Ашамай башлағас, хатта, бер-нисә тапҡыр иҫемде юғалтып ҡолап та яттым. Йәнем дә, тәнем дә яйлап үлер хәлгә етә башланы. Бер күрергә зарығып Уның буй-һынын, күҙҙәрен эҙләнем... Ләкин, барыһы ла бушҡа ғына ине.
…Беҙҙе ауыр ҡайғыларға һалып һөйөклө өләсәйем үлеп китте. Әрнеү-ғазаптарымдың иге-сиге булманы. Ошо мәлдә томанланған зиһенем ҡапыл асылғандай итте: яҡындарыңды юғалтыу ҡайғыһын бер нәмә менән дә сағыштырып булмағанын, ул мең мәртәбә ауырыраҡ икәнлеген аңланым. Әлеге торошом аҡылһыҙ ҡыҙыҡайҙың алйотланып йөрөүе кеүек тойолдо. Күңел әрнеткән ваҡиғаларҙан һуң ҡапыл етдиләнеп киткәндәй булдым, тормошҡа ҡарашым үҙгәрҙе. Тик барыһын да һуңлап аңлауым ғына тынғы бирмәй.
Хәҙер мин уҡыуға ныҡлап тотондом. Теләгем – психолог булыу. Кешеләрҙең күңелен дауалаясаҡмын. Бейеү түңәрәгендә шөғөлләнәм, ҡыҙҙарға һомғол буйлы булыу мотлаҡ тип уйлайым. Ауыл сәхнәһенән төшмәйем.
Яңыраҡ Уны осраттым. Дискотекала. Уҙе минең яныма килде.
– Ә һин сибәрһең, бейеүең миңә бик ныҡ оҡшаны! – Нисә йыл буйы меңдәр араһынан эҙләгән һын минең ҡаршымда тора! Шул уҡ күҙҙәр... Ә иҫ киткес моңло тауышы…
Йөрәгем күкрәгемдән сығырҙай булып ярһығанын мин үҙем генә белә инем. Ул үҙе минең ҡаршымда баҫып тора! Үҙ күҙҙәремә үҙем ышанмай ҡатып ҡалдым. Өнөммө был, әллә төшөммө...
– Бейергә саҡырырға буламы?..
Ул кисте мин күктең етенсе ҡатында әкиәттәге бер матур ҡош булып осоп йөрөгәнемде генә хәтерләйем.
Дүрт йыл эсендә кисергән кисерештәремдең барыһын да яҙып бөтмәнем әле. Уны өҙөлөп яратыуым, бер күрергә зарығып көтөүҙәрем мине көслө булырға, ауырлыҡтарға бирешмәҫкә өйрәтте. Хәҙер мин үҙемдең эске һәм тышҡы матурлығыма иғтибарҙы күберәк бүләм... Уның өсөн...
Икебеҙ ҙә студенттар: мин – буласаҡ психолог, ул – физкультура институтын тамамлай. Самбо буйынса спорт мастерлығына кандидат. Ә мин бейеү мәктәбендә кистәрен дәрестәр бирәм. Осрашыу мәлдәребеҙ ғүмерҙең иң илаһи минуттары кеүек... Мәңге шулай булһын!..
Гүзәл. Өфө ҡалаһы.