+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәңгелек сер
9 Август , 13:40

Фотоһын мәктәптә урланым

Әрме сафтарынан ҡайтҡан ауыл егеттәренең фотоларын беҙҙең мәктәптә элгәндәр ине. Ҡыҙҙар кемгә ниндәй фото оҡшай тип шаяра ине. Мин бер матур фотоны төртөп күрһәттем дә ысҡындырып алып сумкама һалып алдым. Йылдар үткәс, ул минең һөйгән тормош иптәшем булыр тип уйламаған да инем...

Фотоһын мәктәптә урланым
Фотоһын мәктәптә урланым

Мәңгелек сер

Фотоһын мәктәптә урланым

         Әрме сафтарынан ҡайтҡан ауыл егеттәренең фотоларын беҙҙең мәктәптә элгәндәр ине. Ҡыҙҙар кемгә ниндәй фото оҡшай тип шаяра ине. Мин бер матур фотоны төртөп күрһәттем дә ысҡындырып алып сумкама һалып алдым. Ул күрше урамда йәшәгән Рөстәм булып сыҡҡан икән. Улырҙың баҡсаһында раузалар ҡыуағы үҫә ине. Шул хәтлем матур, һоҡланғыс ине улар. Мәктәптән ҡайтышлай тотоп ҡарайым тип баһыу аша ҡулымды һуҙған инем тәҙрә аша шул Рөстәм ҡарап тора икән. Мине күреп бармаҡ яныны. Мин ҡурҡышымдан өйөмә табан йүгерҙем. Раузаларҙы өҙөргә уйым да юҡ ине. Тик уның фотоһы минең көндәлегемдә ята бирҙе.

         Мин мәктәптә тик бишлегә генә уҡыным. Синыфташ ҡыҙҙарым күңел асырға мәҙәниәт йортона саҡырһалар ҙа йөрөмәй инем. Шулай итеп бер мәл мин дә клубка барырға булдым. Яҙ мәле ине. Беҙҙең урамдарҙа батҡаҡ. Шуға мәҙәниәт йортона резинка итек менән барып инер алдынан туфлиҙар кейә торған инек. Алдан әйтелгән концерт булманы. Әртистәрҙең машинаһы боҙолоп ҡалған тинеләр. Шуға клуб мөдире дискотека ойошторҙо. Мин заманса көйгә бейергә яратманым. Эскәмйәгә барҙым да ултырҙым. Минең яныма Рөстәм оҙон кулдәгемдең итәгенә килеп ултырҙы. Тор тиһәм, йылмайып ҡына һүҙ башларға булды был. Мин ҡурҡышымдан нимә эшләргә белмәй киттем. Әхирәттәрем дә янда түгел ине. Рөстәм миңә һин ныҡ сибәрһең тине шунда, ә мин нисек был “тоҙаҡтан” касырға тип кенә уйланым ул мәлдә. Мин уғы ҡоро ғына яуап бирҙем һәм мәлен көткәндәй ул нимәгәлер торған сағында торҙом да йүгерҙем. Хатта итегемде лә онотоп өй янына елдерҙем. Аҙаҡ ҡыҙҙар аяҡ кейемемде алып килеп киттеләр. Минән көлдөләр... Рөстәмде күргән һайын ҡаса башланым. Ә ул мине күрем тип нимә генә эшләмәне. Бер мәл өйҙән килеп сыҡһам өй алдында бер ҙур гөлләмә раузалар ята ине. “Әлиәгә! Донъялағы иң матур ҡыҙға” тигән яҙыуы ла бар ине. Мин аңланым, был Рөстәмдән. Уларҙың баҡсаһында үҫкән раузалар ҡыуағынан гөлләмә бит был. Әсәһе нимә тип әйтер икән тип ҡурҡып та ҡуйҙым. Ҡыҙҙарға был турала бәйән иткән инем улар минең өсөн һөйөнделәр.

         Көндәр-төндәр үтте. Ҡыҙҙар мине урамға саҡырҙылар. Ауыл осона барып әйләнәйек тиһәк Рөстәм килеп сыҡты... Ҡыҙҙар алдан һөйләшкән кеүек юҡ булдылар. Беҙ икәүҙән икәү генә ҡалдыҡ. Минән өлкән булғас унан ҡурҡыу ҙа бар ине. Ләкин йылы, яғымлы һүҙҙәре күңелемә бал булып ятты. Шулай итеп осраша ла башланыҡ. Мин мәктәпте тамамлап Өфөгә уҡырға керҙем. Рөстәм ауылда ҡалды. Ләкин яйын тапҡанда минең янға даими килеп йөрөнө. Беренсе курсты тамамлағанда май байрамдарына ауылға ҡайтып китергә булдым. Рөстәм миңә тәҡдим яһаны. Мин ризалаштым, ләкин уҡып бөтәйем тинем. Шунан һуң мин баш ҡалаға юлландым. Ул мәл кәсә телефондары булманы. Шуға хат аша аралашыу ғәҙәти ине. Июнь айында сессияны биреп йәйге каникулға ҡайтырға сыҡтым. Район үҙәгенә килеп етһәм мине кейәүгә сығыуым менән ҡотлай башланылар. Мин шаҡ ҡаттым. Нисек инде минһеҙ мине кейәүгә биргәндәр ул тип. Ауылға килеп инһәм өйөбеҙҙә гөрләтеп туйға әҙерлек бара. Шунда миңә нисек булғанын аңлаттылар. Рөстәм мин Өфөгә китеү менән беҙгә яусылар ебәргән. Әлиә ризалығын май айында ҡайтҡан да биреп китте тип ата-әсәйемдең ризалығын алған.

         Шулай итеп 18 йәшемде мин Рөстәмгә кейәүгә сыҡтым. Хәҙер инде сирек быуат бергә торабыҙ. Өс бала тәрбиәләйбеҙ. Мин бәхетле әсәй. Минең бына тигән тормош иптәшем бар. Фатирыбыҙ ҙа, машинабыҙ ҙа бар. Иң мөһиме бөтәбеҙҙә һаубыҙ, Аллаға шөкөр. Ҡыҙҙар, әллә ҡайҙа ынтылмағыҙ. Һеҙгә насип булған икенсе яртығыҙ бәлки янығыҙҙа ғына йөрөйҙер.

 

Әлиә апайығыҙ. Өфө ҡалаһы.

Автор:Аманат
Читайте нас: