+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәңгелек сер
11 Август , 12:40

Һыу буйында беҙгә таш сәпләнеләр

Ҡайһы саҡ ҡыҙҙарҙы бөтөнләй аңлап булмай. Гөлнара менән танышҡанды кешегә һөйләһәм, ышанмайҙар. Улай булмай, әкиәт һөйләйһен тип көләләр. Ә һеҙ ышаныр инегеҙме?

Һыу буйында беҙгә таш сәпләнеләр
Һыу буйында беҙгә таш сәпләнеләр

Мәңгелек сер

Һыу буйында беҙгә таш сәпләнеләр

Ҡайһы саҡ ҡыҙҙарҙы бөтөнләй аңлап булмай. Гөлнара менән танышҡанды кешегә һөйләһәм, ышанмайҙар. Улай булмай, әкиәт һөйләйһен тип көләләр. Ә һеҙ ышаныр инегеҙме?

Беҙ Таһир менән ҡала малайҙары. Йыл да йәй етһә ауылға каникул мәлендә ял итергә барабыҙ. Эх, күңелле саҡ! Шулай итеп үткән йыл йәй Таһир менән эҫе көндөн береһендә һыу төшөргә барҙыҡ. Яр буйында беҙҙең йәштәр тирәһендәге ҡыҙҙар ултыра ине. Беҙ уларға иғтибар итмәй генә һыуға сумдыҡ. Эҫе көндө йылғала йөҙөү шул хәтлем рәхәт. Артыҡ тышта ла йөрөмәйбеҙ. Шуға тән артыҡ ҡояшҡа ла янмаған. Теге ҡыҙҙар ҡояшҡа янған ҡап-ҡара өс күмеркәй кеүек кенә ярҙан беҙҙе күҙәтә бирҙе. Таһир менән ҡыҙҙарға ҡарап һиндостанданмы әллә Эфиопиянан килгәнме былар тип йылмайҙыҡ. Шул мәл ҡыҙҙарҙын береһе ҡыҙып китте лә беҙгә таш сәпләй башланы. Таһир икенсе ярға йөҙөп китте. Мин тәрәнгә сумдым... Һыуҙан килеп сығыуыма башыма ҙур таш шап итеп килеп эләкмәһенме! Күҙҙән осҡондар сәсрәне, баш әйләнде. Ағым көслө, Таһир алыҫ. Ҡапыл хәл бөттө лә ҡуйҙы. Шул саҡ кемдер мине эләктереп алды ла ярға табан тартып сығарҙы. Күҙҙәрҙе асып ебәрһәм баяғы өс ҡыҙҙын береһе булып сыҡҡан. Ғәфү итә күр инде минең әхирәттәремде, улар шаяртып ҡына, уйнап ҡына таш сәпләнеләр, тине. Һәм тиҙ генә минең кейемдән башыма повязка эшләй һалды. Башымды үҙенең алдына һылды ла һыуыҡ ҡына устарын маңлайыма һәм күҙҙәремә һалды. Теге ярҙан Таһир ҙа йөҙөп килеп етте. Ҡайҙа теге хулиганкалар? тип ажғырып та ебәрҙе. Был ҡыҙ улар ғәйепле түгел, мин яңылыш эләктерҙем, тип әхирәттәрен яҡлай һалды.

Әйткән, эшләгән, бөткән тигәндәй был көн онотолор тип уйланым. Өйҙәгеләргә яңылыш ҡоланым тип әйттем. Бер ҡыҙыҡай башыма таш менән бәрҙе тиһәм нимә менән бөткәнен берәү ҙә белмәй... Бер аҙна тирәһе өйҙә генә яттым. Ҡояш ҡыҙҙырғандан ҡыҙҙыра ине. Үҙем генә һыу төшөргә киттем. Яр буйына килһәм теге өсәү тағы ла ултыра. Икеүһе мине күреү менән выжт итем ҡалды. Мине ҡотҡарған ҡыҙыҡай әкрен генә минең янға килде. “Миңә үпкәләмә, мин яңылыш, улай булырын белмәгән инем”, тип башланы һүҙен ул. Мин шул мәл уның күҙҙәренә ҡараным һәм тәнем буйлап әллә нимә зымбырлап үтеп киткәндәй булды. Шундай матур, шоморт ҡара күҙле һылыу ҡыҙ баҫып тора ине. “Ярай инде. Булған хәл бит. Үтте-бөттө”, тинем мин һәм һыуға сумдым. Һыу аҫтынан килем сығып күҙҙәремде асһам теге ҡыҙ янымда йөҙөп йөрөй. “Ҡала малайы беҙҙең йылғала батып ҡуймаһын, ҡараштырайым әле үҙен”, тип шаяртым та ебәрҙе. Миңә нимектер рәхәт булып китте. Ауыл йәштәрен күбеһен белмәйем. Клубҡа сыҡмайым. Төндә урамда йөрөмәйем. Таһир менән интеренет уйындарын уйнайбыҙ. Ҡыҫҡаһы виртуаль донъяла “осабыҙ”. Ә әле бөтөнләй икенселәй. Ул һәм мин. Йылға. Рәхәт. “Минең ҡотҡарыусының исеме кем була?” “Гөлнара...”

Бына шулай. Ауыл ҡыҙы Гөлнара менән танышып, аҙаҡ дуҫлашып та киттем. Таһир инде хәҙер кистәрен интернетта яңғыҙы ғына ултыра. Һинд киноларын яратмайым, ти ул.

Фаил. Өфө.

Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: