Һаумы, “Мәңгелек сер!” Һеҙгә бала саҡтағы тәүге мөхәббәт хәтирәләре тураһында яҙырға йөрьәт итәм. Беҙҙең күршеләргә ҡаланан туғандарының балалары ҡунаҡҡа ҡайта торғайны, барыһы ла егеттәр ине, ә беҙ, күмәк ҡыҙҙар, улар килһә, ҡыҙыҡлы мажараларға тарыйбыҙ.
Шул ҡунаҡ егеттәрҙең береһе миңә ғашиҡ булып йөрөнө, мин дә уға битараф булманым. Үҙем унан оялып ҡасып йөрөһәм дә, ауылға ул килә, тигән хәбәрҙе ишетеп ҡалыу менән өйҙө ялтыратып, таҙартып йыуып ҡуям. Эй уны һағынып көтә инем, килһә, шатлығымдан барлыҡ өй эштәрен “үҙем дә үҙем” тип йүгереп йөрөп эшләйем: уға күренер өсөн һыу ташырға ла сығам. Ауыҙым йырылып, ата-әсәйҙе аптыратып, гел йылмаям да йылмаям: мөхәббәтем күршелә генә йөрөгәс, ҡыуанысым эсемә һыймай.
Бергә шаярып, уйнап, йәйге каникулдарҙы күңелле уҙғара торғайныҡ... Кис етһә, ҡунаҡ егеттәре ҡапҡабыҙ төбөнә килеп һыҙғыралар, ә беҙ иғтибар итмәгән булабыҙ йәнәһе. Кәртә башына ултырып та беҙҙе күҙәтә торғайнылар. Уларҙа көнө буйы музыка яңғырай: әллә шул рәүешле беҙҙең иғтибарҙы йәлеп иттеләрме икән... Эх, иҫләһәң, ҡыҙыҡ мажаралар күп инде. Әлеге мин оҡшатҡан егет кисен килеп һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә һыҙғырып, тышҡа саҡыра торғайны ла ул, тик ата-әсәйем уҫалыраҡ булғастары, сығырға рөхсәт итмәйҙәр ине...
Хәҙер инде һәр кемдең үҙ ғаиләһе, донъяһы бар. Шулай ҙа теге мин ғашиҡ булып йөрөгән егет мине күрһә, янымдан машинаһы менән пипелдәтеп уҙып китә. Мин уны бала саҡтағы эскерһеҙ мөхәббәтең сәләме итеп ҡабул итәм дә йылмайып ҡуям...
Исемем СЕР булып ҡалһын.