-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәңгелек сер
30 Октябрь , 13:49

Төштә генә булһа ла осраштыҡ...

Тәүге мөхәббәт... Эххх! Белгән булһам икән!.. Тәүге мөхәббәтем минең ғүмерлек һыҙланыуым, уйҙарым, күңел әрнеүе булырын...

Төштә генә булһа ла осраштыҡ...

Тәүге мөхәббәт... Эххх! Белгән булһам икән!.. Тәүге мөхәббәтем минең ғүмерлек һыҙланыуым, уйҙарым, күңел әрнеүе булырын...

Мәктәптә уҡығанда бер ҡыҙ артынан йүгерҙем. Йүгерҙем тип, ул ҡыҙға үлеп ғашиҡ булғайным. Унан башҡа бер ҡыҙҙы ла, бер ҡасан да ярата алмаҫмын кеүек тойолдо. Мәктәпте уҡып бөтөп, мин әрме сафына юлландым, ә яратҡан ҡыҙым юғары уҡыу йортона инде. Хаттар алыштыҡ. Ҡайнар мөхәббәт хаттары. Бер йылдан һуң ҡапыл һөйгәнемдең хаттары килеүҙән туҡтаны. Уның сәбәбен мин һуңлап ҡына белдем. Уныһын яҙып тормайым. Йөрәк яраларымды яңынан яңыртҡым килмәй. Һөйгән ҡыҙым менән артабан аралашыу мөмкин түгел ине. Күңел төшөнкөлөгөнә бирелеп, ҡайғырып йөрөгәндә йыраҡ яҡтарға уҡырға сығып китергә булдым. Камчатка университетында дәртләнеп уҡый башланым. Спортсымын. Уҡыу ҙа шәп бара. Һынатмайым. Яңы кешеләр менән аралашыу йөрәк яраларын бер аҙ баҫты һымаҡ.

Ул замандарға хәҙер инде күп кенә йылдар үтеп китте. Тик тәүге мөхәббәтемде яратҡан кеүек башҡа ҡыҙҙы һөйә алманым. Ләкин ҡайғырырға түгел. Йәшәләһе ғүмер алда әле! Яңыраҡ тәүге мөхәббәтем төшкә керҙе. Һағынышып, ҡосаҡлаштыҡ... Имеш, беҙҙең аралар һыуынмаған әле. Йәнәһе, ул мине һаман да ярата икән... Был турала ишеткәс, мин дә тотлоға-тотлоға үҙемдең дә йылдар буйы уны онота алмағанлығымды белдерҙем. Күңелгә рәхәт булып китте. Был осрашыу ләззәте - барыһы ла өндә кеүек булды. Йәл... Шул саҡ йоҡонан уянып киттем...

 

Айбулат М.

Петропавловск-Камчатский.

Автор:Аманат
Читайте нас: