-10 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәңгелек сер
7 Декабрь 2024, 10:45

Волейболда туп та аттым, Бер егеткә күҙ ҙә аттым!

Күрше Ҡаҙлы ауылында мәктәптәр араһында волейбол буйынса ярыш үтте. Беҙҙең мәктәп ҙур булмағанлыҡтан, ҡыҙҙар командаһы ғына йыйылды. Синыфташым Гөлфиә: “Күрше ауыл егеттәре матур ғына ул” — ти торғайны гел, унда киске уйындарға ла сыҡҡылап ала ине. Шул көнө лә автобус менән барып төшкәндән алып егеттәр күҙләй башланы. Һәр кемебеҙ үҙ урыныбыҙҙа. Мин — командабыҙҙың капитаны. Үҙебеҙ менән таныштырып, тас та тос туп осора башланыҡ. — Иииий, ҡарале. Анау егеттең исеме — Женя.

Волейболда туп та аттым, Бер егеткә күҙ ҙә аттым!
Волейболда туп та аттым, Бер егеткә күҙ ҙә аттым!

Күрше Ҡаҙлы ауылында мәктәптәр араһында волейбол буйынса ярыш үтте. Беҙҙең мәктәп ҙур булмағанлыҡтан, ҡыҙҙар командаһы ғына йыйылды.

Синыфташым Гөлфиә: “Күрше ауыл егеттәре матур ғына ул” — ти торғайны гел, унда киске уйындарға ла сыҡҡылап ала ине. Шул көнө лә автобус менән

барып төшкәндән алып егеттәр күҙләй башланы.

Һәр кемебеҙ үҙ урыныбыҙҙа. Мин — командабыҙҙың капитаны. Үҙебеҙ менән таныштырып, тас та тос туп осора башланыҡ.

— Иииий, ҡарале. Анау егеттең исеме — Женя. Уның әсәһе башҡорт, атаһы урыҫ. Хәтәр матур ғына, ивет? — тип, буялған оҙон керпектәрен кепесләтеп, осоп китә яҙҙы Гөлфиә. Үҙе аҡ йөҙлө, ҡарараҡ сәсле, тештәре ынйылай емелдәгән егет тә Гөлфиә яғына күҙ ташлай.

— Кит, ул урыҫ та инде... —тием. Үҙем, русса ике ауыҙ һүҙ ҡуша алмай, ҡаушап төшөрөмдө беләм, шунлыҡтан ундай танышыуҙарҙан тартынам.

— Әсәһе башҡорт, тинем бит. Үҙе лә башҡортса матур итеп һөйләшә. Әйҙә, һин дә үҙеңә оҡшағанын һайла.

Волейбол һуҡҡан егеттәр араһында киң яурынлы, ҡуйы ҡара сәсле бер егет күҙгә салынды.

Башҡалар, ҡысҡырып, ен һымаҡ уйнаһа, был егет оҫталығын тауышы менән түгел, эше менән күрһәтте. Уйын буйы уны күҙләйем, тик һиҙҙермәй генә.

Башҡалар аңғарып ҡалмаҫлыҡ ҡына, ҡуйы өлтөгөм аша күҙ йүгертәм.

Ике туған апайым был мәктәптә уҡытыусы булып эшләй ине. Ояла-ояла булһа ла, унан был егеттең исемен һорарға булдым. Күҙҙәре китте ялтырап, хас та хәйләкәр төлкө ул апайым.

— Оҡшап ҡалдымы? — тине лә: Илнуууур! — тип ҡапыл ҡысҡырып ебәрҙе.

Торған урындан ырғып киттем. Мин оҡшатҡан егет иһә боролдо ла беҙҙең яҡҡа ыңғайланы. Йөрәк китте өлпөлдәп, ер тишегенә инерҙәй булдым. Уңайһыҙланып башымды эйеп, китәм тиһәм, апайым ҡултыҡлап алды, ебәрмәй.

— Илмир, бөгөн дәрестән һуң репетиция була, ҡайтып китмәгеҙ, яраймы?

— Ярай, — тип, егет миңә яғымлы ғына бер ҡараш ташланы ла, боролоп, иптәштәренә ыңғайланы. Мин апайымды семтейем. Ул сай-сой итеп ҡалды ла хәйләкәр йылмайҙы:

— Спортсмен, активист, яҡшы билдәләргә генә уҡый, аҡыллы ғына, тәртипле генә егет ул...

— Һы-ы, миңә нимәгә ул. Тик уны анау синыфташ ҡыҙым һорағайны, — тип шылдырып маташам.

— Әәә, һин уны оҡшатҡан тиһәм әле, — тип, алдағанды шунда уҡ һиҙһә лә һыр бирмәне апайым.

Бына хәҙер беҙҙең сират етте уйнарға. Әле генә, ах та ух килеп, туп һуҡҡан егеттәр, оҙон ултыр ғысты тултырып, теҙелеп ултырҙы.

Атайым физкультура уҡытыусыһы булғас, миңә талаптар ҙур ине, шунлыҡтандыр волейбол да ҡаушап ҡалғандарҙан булманым.

Беҙ беренселекте алмаһаҡ та, артта ла тороп ҡалманыҡ. Шулай ярыш та тамамланды. Беҙ ҡайтып киттек.

Аҙна буйы Гөлфиә менән шул ярышты һөйләнек, кемгә ниндәй егет оҡшағаны тураһында серләштек.

Ул Женя тип, мин Илнур тип яна инек.

Бер аҙна үткәс, ялдарҙан һуң Гөлфиәм дүшәмбе көнө тәүге дәрестә үк ҡыуанысын белдерҙе.

— Мин шәмбе унда дискотекаға барҙым. Теге Женя мине оҙатты, ул шундай матур һәм шаян, башҡорт телендә һинән, минән дә былайыраҡ

ләпелдәй, — тип, шатлығы эсенә һыймай, туҡтамай, үҙенең сәйәхәтен һөйләне.

Түҙмәй, тамам сабырлығым бөтөп, өйгә ҡайтҡас, Илнурҙың өй телефонына үҙем шылтыратыр ға булдым. Һорамағыҙ ҙа, ҡайҙан таптың, тип.

Таптым инде. Ике тапҡыр гудок барҙы ла теге яҡтан берәү трубканы алды...

РӘЛИӘ апайығыҙ.

(Дауамы бар).

Автор:
Читайте нас: