– Алло! – тигән яғымлы ғына ҡатын тауышы ишетелде.
– Һаумыһығыҙ, миңә Илнур кәрәк ине.
– Әәә. Ул өйҙә юҡ шул. Ҡайтҡас, әйтермен. Ә кем һорай уны?
– Мин Раушания, – уйға тәүге килгән исемде әйтәм. Ә ниңә алданым, үҙем дә аңламаным. Был шылтыратыу өсөн үҙемде ике көн әрләнем. Ул шундай аҡыллы ғына, һылыу, уңған егет. Етмәһә йөрөгән ҡыҙы ла бар, тип әйтте Гөлфиә.
Синыфташы Зарина, ти, эстән көнләшеү тойғоһо тишә мине. Иииих....Нишләп беҙҙә лә шундай егеттәр юҡ икән ауылда?. Беҙҙекеләр иҫәрләнеп, алйотлана ғына белә.
Өс көн үткәс, ҡыйыулана төшкәс, тағы шылтыратырға булдым. Оятҡа ҡалғас ҡалайым да.
– Һаумыһығыҙ, Илнур өйҙәме?
– Мин тыңлайым.
– Был һинме? Мин теге көн шылтыратҡан инем.
– Эйе, әсәйем әйткәйне шул.
– Һинең менән танышҡым килгәйне.
– Әйҙә һуң, – тип яуаплай ул.
Үҙен күрмәһәм дә йөҙөндә йылмайыу һиҙәм.
– Мин – Раушания.
– Һин Раушания түгел дә инде.
– Ҡайҙан белдең? – тип үҙемде һатып, ҡойолоп төштөм.
– Белдем инде. Исемеңде тик оноттом. Һин волейбол уйнарға килдең беҙгә.
Үәт ояяяяят... Ҡара йөҙлө булһам да, йөҙөм ҡып-ҡыҙыл помидор шикелле яна ине.
Сәғәттән ашыу һөйләшкәндән һуң, һаубуллашып, трубканы һалдыҡ.
***
Һуңғы ҡыңғырау ине ул көнө. Ун берҙәрҙе һәр мәктәптә оло юлға оҙатып, барлыҡ ҡунаҡтар таралышҡас, күрше ауылға ҡунаҡҡа барҙым. Апайым янына барғанда мәктәп янында ҡаршыға осраны.
Батырлығымды йыйып ҡаршыһына сыҡтым да:
– Сәләм, мин Фәридә, тинем.
Ҡаушап ҡалып, күҙҙәрен ҙур асып ҡараны ла:
– Әәә, таныным, эйе, – тип яуапланы ла, – мин ҡабаланам, ғәфү ит, тип, йүгерҙе ҡайҙалыр.
Нишләп кенә үҙемде астым икән, тип үкендем. Башҡа бер ҙә тәүге булып яҙмаҫҡа һәм шылтыратмаҫҡа тип үҙемә һүҙ бирҙем һәм һүҙемдә торҙом.
Үҙемсә уның турала һығымта яһап ҡуйҙым. Мин уға тиң түгел, уға башҡа ҡыҙҙар оҡшай, тимәк.
Һөймәгәнгә — һөйкәлмә, һөйөүсе булыр әле, тигән булып, үҙемде йыуатып, уны оноторға тырыштым.
***
Өс йыл үткәс, мин дә ун берҙе тамамланым. Ҙур ҡалаға уҡырға индем. Күрше ауылға апайға ла һирәк йөрөй башланым. Шулай ҙа бер көн алып ҡайтты еҙнәй. Әйҙә лә әйҙә тип, клубҡа ла алып сыҡтылар. Бейеп йөрөгәндә теге Илнур килеп инде. Һалҡын яҙ ине. Ул ҡара бәлтә, ҡара бирсәткә кейгән, муйынында аҡ шарф таҡҡан ине. Таныһам да һыр бирмәҫкә тырыштым. Яйлап эргәгә килеп баҫты.
Бейей башланы. Әҙерәк үпкә тойғоһо булғас, артым менән боролоп торам. Теге алдыма килеп баҫты, ҡулымдан тотоп алды. Йөрәк дарҫлап тибә. Нисек инде?! Буй етмәҫлек егет миңә күҙ һалды. Ышана алмайым. Шул кис мине ул оҙатып ҡуйҙы. Таңға тиклем һөйләшеүҙәр, осрашыуҙар, барыһы ла алда ғына ине.
Барыһы ла башлана ғына ине...
РӘЛИӘ апайығыҙ.