Мәҫәлән, ҡар фонарҙары эшләргә мөмкин. Бының өсөн һеҙгә ҡар һәм светодиод таҫма кәрәк буласаҡ. Тәүҙә епшек ҡарҙан шарҙар тәгәрәтегеҙ, шунан уларҙы пирамида йыйған кеүек йыя башлағыҙ, уртала буш арауыҡ ҡалдырығыҙ. Унда яҡтыртҡысты һалығыҙ һәм шунан пирамиданы төҙөп бөтөгөҙ. Бындай фонарҙар бигерәк тә кискеһен тылсымлы күренә.
Ҡар бабай әүәләйбеҙ. Епшек, йәбешкәк ҡар — бик яҡшы төҙөлөш материалы! Унан Ҡар бабай эшләгәндә биҙәү өсөн шарф, кишер, төймә, башлыҡ кеүек әйберҙәр алығыҙ. Ә уға күңелһеҙ булмаһын өсөн, эргәһенә ғаиләһен эшләп ҡуйһағыҙ ҙа була. Аҙаҡ инде улар менән иҫтәлеккә фотоға төшөгөҙ һәм беҙгә лә ебәрегеҙ!
Әйткәндәй, 18 һыуығай (ғинуар) – Ҡар бабайҙың тыуған көнө. Был ғәҙәти булмаған ҡышҡы байрамды мотлаҡ байрам итегеҙ!
Ҡыш – ижад ваҡыты! Ҡышҡы скульптураларҙы ҡарҙан йәки боҙҙан эшләгеҙ. Бының өсөн архитектор булырға кәрәкмәй, иң мөһиме, теләк һәм фантазия ғына кәрәк. Көрәк ярҙамында ҡар өйөп, ҡәлғә эшләп ҡарағыҙ.
Әгәр ҡатмарлыраҡ нәмә эшләргә теләһәгеҙ, бәләкәй генә скульптура эшләп ҡарағыҙ. Килеп сыҡҡан эштәрҙе муйынсаҡтар менән биҙәгеҙ. Хатта гуашь һәм бумала менән скульптураны төрлө төҫтәргә буярға мөмкин.
Мәргәнлек буйынса ярыш ойоштороғоҙ. Ағасҡа эленгән йәки бағана башына ҡуйылған сәпкә, мәҫәлән, пластик тәрилкә йәки түңәрәк ҡатырғаға 3 метр алыҫлыҡтан ҡар бәрәбеҙ, кем төҙөрәк бәрә, кемдеке күберәк тейә, шул еңеүсе! Шул мәргән!
Ҡышҡыһын да, футболсылар командаһы йыйып, ысын матч үткәрергә мөмкин.
Тау батшаһы уйынын күп балалар уйнарға ярата! Тәүҙә бейек тау яһарға, артабан тау батшаһын һанашмаҡ ярҙамында һайларға кәрәк. Батша, тау түбәһенә ултырып, үҙенең «тәхетен» һаҡлай. Ҡалған уйынсылар, тауға үрләп, «батшалыҡты» баҫып алырға тырыша. Кем батшаны ҡолатып төшөрә, шул үҙе батша булып тау башына менеп ултыра.
Уйын алдынан хәүефһеҙлек тураһында хәстәрлек күрергә онотмағыҙ, дуҫтар! Бер-берегеҙгә аяҡ менән типмәгеҙ, таяҡ йәки ҡылыс менән һуҡмағыҙ. Шулай уҡ тау тирәләй ҡоймалар, машиналар, ағастар булмаған ерҙә уйнағыҙ.