-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәңгелек сер
28 Ғинуар , 09:25

Уның шылтыратыуын көтәм...

Бер мәктәптә уҡыйбыҙ. Тик ул параллель синыфта. Тәүҙә мин уға битараф булдым. Ул миңә бар ни, юҡ ни ине, ләкин ошо Яңы йыл кисәһенән һуң битарафлыҡ юғалды, гел уны күргем килә.

Уның шылтыратыуын көтәм...
Уның шылтыратыуын көтәм...

Ул кистә дискотеканан һуң урамға сыҡ­тыҡ. Әхирәтем егете менән һәм, уларға эйә­реп, Дамир ҙа килеп еткән. Дуҫы – әхирәтемде, ә ул мине косаҡлап алды ла тыҡрыҡ буйлап киттек. Мин тәүҙә ысҡыныр­ға маташтым, ләкин өшөүҙән уға һыйынырға мәжбүр булдым.
Икенсе кистә әхирәтем менән беҙ тағы клубҡа сыҡтыҡ, әммә егеттәр сыҡманы.
Бер аҙнанан һуң уға ғашиҡ булғанымды һиҙҙем. Хис-тойғоларымды смс-хәбәр итеп ебәрҙем. “Онот, мин һинең менән йөрөмә­йем бит” – тигән яуап килде. Быны уҡығас иланым һәм бүтән клубҡа сыҡмаҫҡа тигән ҡарарға килдем.
Ике көн үткәс, ул миңә үҙе шылтыратты. Шунан башлап дуҫтарса ғына әңгәмәләшә башланыҡ.
Бер кисте әхирәтем менән тағы урамға сыҡтыҡ. Егеттәр беҙҙе тағы оҙатып ҡуйҙы. Дамир иһә мине оҙаҡ ҡуйынынан ысҡындырмай торҙо. Шул минуттарҙа минән дә бәхетлерәк кеше юҡ кеүек тойолдо. Беҙҙең аралар яҡынайған һымаҡ булды...
Икенсе көндө ул мин ҡайтып киткәс кенә сыҡҡан һәм әхирәтемә: “Бер көн оҙатҡанға ымһынып йөрөмәһен!” – тигән. Быны ишетеү миңә бигерәк ауыр булды.
Шулай Яңы йыл ҡаршылау көнө лә килеп етте. Урамға саҡырҙы. Сыҡҡым килһә лә, сыҡманым. Бер көн тағы оҙатыр ҙа, икенсе көн тағы арттан һөйләр, тип ҡурҡам. Тиҙерәк онотор өсөн “бүтән шылтыратма” тинем. Ысынлап та шылтыратмай хәҙер, әммә үҙем һаман шылтыратыуын көтәм.
Әсәйемә быны һөйләр инем, ул мине аңламай, әхирәтемә ышанмайым. “Мәңгелек сер”ҙе уҡыған дуҫтарым, бәлки, һеҙҙең арағыҙҙан миңә кәңәш биреүселәр булыр?

Алина.
Өфө ҡалаһы.

Автор:
Читайте нас: