-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәңгелек сер
18 Ноябрь , 15:51

Ғашиҡ булдыңмы әллә?!

Уның тураһындағы уйҙар күңелде ҡытыҡлай. Тәүлек әйләнәһенә телефон ҡосаҡлап ғүмерең үтә. Кәйеф йә күтәренке, йә болоҡһоу. Уҡыу ҡайғыһы ла юҡ. Ә бер генә яуапһыҙ смс-хәбәр фажиғәгә тиң.

Ғашиҡ  булдыңмы  әллә?!
Ғашиҡ булдыңмы әллә?!

Ошондай хәлгә юлыҡҡаның булдымы? Әһә, ҡотлайым! Һин — ғашиҡ йән!
Нимә кейергә? Уға оҡшар өсөн үҙеңде нисек тоторға? Комплименттар яһарғамы? Дуҫыңа был турала һөйләргәме? Әгәр һөйләһәң, аҙағы ни менән бөтөр? Үбешергә яраймы? Әгәр уға оҡшамаһа? Әгәр ҙә минең үҙемә оҡшамаһа? Башта – мең төрлө һорау. Күңел иләҫ-миләҫ килә. Үҙең менән ни булғанын да аңлатып булмай...
Ғашиҡ булыуҙың тышҡы билдәләре:
– “һауала осоп йөрөү”, иғтибарһыҙлыҡ;
– һәр ваҡыт һөйгән кешең янында булырға ынтылыу;
– мауығыуҙарҙың ҡапыл үҙгәреп китеүе (һөйгәнеңә оҡшаған нәмәләр менән ҡыҙыҡһына башлау);
– тышҡы ҡиәфәттең ҡапыл үҙгәреп китеүе, матур күренергә, матур кейенергә тырышыу;
– телефондан бер минутҡа айырылмау, туҡтауһыҙ смс-хәбәрҙәр яҙыу;
– кәйефтең йыш үҙгәреп тороуы.
Ғашиҡ булыуҙың эске билдәләрен үҫмер үҙе генә тоя:
– һөйгәнең янында оялыу һәм ҡыйыуһыҙлыҡ;
– ул булмағанда һағышҡа батыу;
– бер нәмәгә ҡарамай, уның иғтибарын йәлеп итеү теләге;
– ул һәр ваҡыт уйҙа;
– көнләшеү тойғоһо.
Ғашиҡ булыу – өлкәнәйеүгә табан бер аҙым тигән һүҙ. Был хистәр тулҡыны үҙенән-үҙе ҡайҙалыр юҡҡа сыҡмай. Шуның өсөн “ғашиҡ булыу” этабын “борон-борон заманда” уҡ башынан үткәргән атай-әсәйеңде, ололарҙы тыңла. Улар һиңә һәр ваҡыт ярҙам итер.
Ғашиҡ үҫмерҙәргә кәңәштәр:
– ғашиҡ булған кешең ысынлап та камиллыҡтың үҙеме, әллә һин нимәнелер күреп еткермәйһеңме?
– ата-әсәйең менән һәр төрлө бәхәскә инмә. Алтын урталыҡты һаҡла. Кешегә бөтә кисерештәреңде, һоҡланыуҙарыңды туҡтауһыҙ һөйләп тә барма;
– Һәр ваҡыт баланс эҙлә. Шәхси мөнәсәбәтеңде үҫтергәндә тормошоңдоң башҡа яҡтарына зыян килмәһен. Бүлмәңде һәр саҡ йыйыштыр. Дуҫтарың менән дә осрашып-­аралашырға онотма. Ниндәй генә хәлгә тарыһаң да, уҡыуыңды бер ваҡытта ла ташлама.
– Уҡыуҙа, мәктәп тормошонда уңыштарың күберәк булған һайын, атай-әсәйеңдең һәм уҡытыусыларҙың һиңә ҡарата дәғүәләре лә кәмейәсәк. Артабанғы мөнәсәбәттәр ныҡлы белем һәм яҡшы эш нигеҙҙәрендә төҙөлһөн.
– тәбиғәттән шулай бирелгән: ғашиҡ булған кеше һәр ваҡыт донъяла иң һәйбәте булып күренә. Хыялға бирелеп, хистәр һаҙлығына “батып” ҡуйма. Яратҡан шөғөлдәреңә һәм дә үҙеңдең үҫешеңә ваҡыт бүл.

Әсмәбикә апайығыҙ.

Автор:
Читайте нас: