Был тарих район үҙәгендәге мәктәптә туғыҙынсы синыфта уҡып йөрөгәндә булды. Октябрҙә үткәрелгән “Мостай Кәрим уҡыуҙары” аҙналығында, конкурстарҙы йомғаҡлап, халыҡ шағирының әҫәрҙәренә инсценировка эшләргә тейеш инек. Беҙ синыф менән “Бөжәк апай” әҫәрен ҡуйҙыҡ, ә бына һигеҙенселәр “Айгөл иле”н башҡарҙы.
Шунда мин уға тәүге тапҡыр иғтибар иттем һәм үлеп ғашиҡ булдым. Уны яратып йөрөгән егет ролендә уйнаған малайҙы туҡмарҙай булдым. Хатта мин үҙемдең сәхнәлә тәртипһеҙ уҡыусы Тимербайҙы уйнауым өсөн ныҡ оялдым. Конкурстың еңеүселәрен билдәләргә ваҡыт еткәндә минең бары тик бер генә теләгем булды: Айгөлдө уйнаған ошо ҡыҙ ғына еңһә ине. Шул ваҡыт жюри ағзалары булған уҡытыусыларға ныҡ асыуландым, сөнки беренсе урынға ул һылыуҙы түгел, ә мине сығарҙылар.
Аҙаҡтан, тышҡа сыҡҡас, ситтә берәүҙең илаған тауышын ишетеп, шул яҡҡа барһам, унда баяғы Айгөлдө уйнаған ҡыҙ күҙ йәшен түгә ине. Уны йыуатырға тырыштым. Ул тынысланғас, аралаша башланыҡ. Баҡтиһәң, ул беҙҙең мәктәпкә һигеҙенсе синыфҡа быйыл ғына килгән икән. Шуға ла быға тиклем күҙемә салынмаған. Шуныһы ҡыҙыҡ: үҙенең исеме лә Айгөл булып сыҡты.
Шунда уҡ уртаҡ тел табып, күңелле итеп аралаша-аралаша бара торғас, өйөнә лә килеп еттек. Шул ваҡытта үҙемә шул тиклем ныҡ асыуым килде: нишләп мин беренсе урын алдым, мин бит уның күҙ йәштәрен түктерҙем. Бүтән бер ҡасан да уны илатмаясаҡмын, тип, үҙ-үҙемә анттар биреп ҡайттым. Шул көндән алып беҙ көн һайын осраша башланыҡ, уҡыуҙа ла бер-беребеҙгә ярҙам итештек.
Әммә беҙҙең ҡайнар мөхәббәтебеҙҙе һүндерерлек һыуыҡ февраль айы килеп еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ. Ул йылды Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәп Биишеваның “Кәмһетелгәндәр” әҫәренән бер өҙөктө сәхнәләштерергә булдылар. Үткән конкурста беренсе урынды алыуымды иҫәпкә алып, мине лә уйнарға саҡырҙылар. Әммә имтихандарға әҙерләнеүем сәбәпле, баш тарттым, өлгөрә алмаҫмын, тип уйланым. Айгөл дә мине репетицияларға саҡырҙы, тик минең бер генә яуабым булды: һине премьерала күреп, тағы ла нығыраҡ ғашиҡ булырмын, тинем.
Бына ул көн килеп тә етте. Тиҙ генә киосктан гөлләмә алып, мәктәптең тамаша залына йүгерҙем. Килеүемә спектакль башланып ҡына тора ине.
Тамаша бик матур булды, тик яҙмышымды үҙгәртте, сөнки Айгөлөмдө бөтөнләй икенсе сүрәттә күреп, ни эшләргә лә белмәнем. Ул, уҫал үгәй әсә – Сәрбиямалды уйнап, етем ҡыҙҙарҙы шул тиклем илатты. Тотоп килгән гөлләмәм менән уның битенә һуҡҡым килде. Спектакль аҙағында Айгөлөмдө күрә алмаҫтай булдым, ә Емеште шул тиклем йәлләнем һәм һөйгәнемә тигән гөлләмәне кәмһетелгәнгә бирҙем. Айгөл минең был ҡылығымды аңламаны, ә мин аңлатырға теләмәнем.
Шулай итеп, был ҡыҙҙың Айгөлө ғашиҡ итһә, Сәрбиямалы һөйөүемде үлтерҙе. Хатамды аҙаҡ аңланым да ул, әммә һуң ине. Айгөл үҙен аңлаған кешеһен тиҙ тапты, ысын талант эйәһе икәнен иҫбатлап, хатта ул әртислеккә лә еңел генә уҡырға инде.
Йәштәр, үҫмерҙәр, һеҙгә минең бер теләгем шул: мөхәббәтегеҙҙе һаҡлағыҙ, донъяла уйын менән ысынбарлыҡты бутамағыҙ.
Илнур ағайығыҙ.