Шул һеҙҙең кеүек сағымда Ләйсән исемле бер ҡыҙға ғашиҡ булдым. Ул минән ике йәшкә өлкән ине. Үҙе матур, үҙе аҡыллы. Буйға ла минең кеүек ине. Шуға күрәлер, мин беҙҙең аралағы йәш айырмаһын һиҙмәнем.
Матур итеп дуҫлаша башланыҡ. Мәктәптән һуң осрашып, киноға бара, паркта йә магазиндар буйлап йөрөй инек.
Миңә — 12, уға 14 йәш тулған мәл. Бер заман урам буйлап етәкләшеп китеп барабыҙ. Бер 16 йәшлек егет килеп сыҡты ла, минең ҡыҙыма мыҫҡыллы ҡарап: «Ә һин был малайға минең менән үбешкәнеңде әйттеңме», — тине. Ҡыҙыҡайым илап ебәрҙе. Миңә ҡарап: «Миңә уны этеп ебәрҙеләр ҙә, шунан файҙаланып, ул мине ҡапыл үпте», — тине.
Әлбиттә, мин был яңылыҡҡа ҡыуанманым. Тик, һыр бирмәй, ҡыҙымды етәкләп, артабан атланым. Шулай ҙа күңелдә ут ҡайнаны һәм шул ҡыҙыулыҡ менән йөрөгән ҡыҙымды артабан ташланым.
Был осраҡтан һуң мин мәктәбемде алыштырҙым, тормош дауам итте. Матур ғаилә ҡороп, балалар атаһы булдым.
Бына бер көн ҡыҙымды икенсе синыфҡа мәктәпкә алып килдем. Беҙҙең синыфҡа яңы уҡыусы килгән, тине бер нисә ата-әсәй. Шул мәл, беҙҙең янға килеп, таныш ҡарашлы бер ҡатын һаулыҡ һорашты һәм улы менән таныштырҙы. Иң ғәжәбе шул: уның исеме минеке кеүек ине.
Мин инде был зәңгәр күҙҙәрҙә үҙемдең беренсе мөхәббәтемде таныным. Үҙемдең ҡыҙымдың исемен әйтеп, уның менән таныштырҙым. Минең ҡыҙым иһә уның исемен йөрөтә ине.
Шул мәл, кеше һүҙенә ҡарап, бала саҡ мөхәббәтемде ташлаһам да бер-беребеҙҙе онота алмағаныбыҙҙы аңланым.
Дуҫтарым, бер ваҡытта ла кеше һүҙенән ҡурҡып, эскерһеҙ тойғоларҙан баш тартмағыҙ.
Мансур ағайығыҙ.