

Һигеҙенсе синыфта уҡығанымда бер ҡыҙға бик ныҡ ғашиҡ булдым. Ул йәй етһә, ҡаланан өләсәләренә беҙҙең ауылға ҡайта ине. Үҙе килеп тороп алсаҡ, аҡыллы, сибәр. Ҡала ҡыҙҙары кеүек һауалы ла тотмай үҙен. Тик минең генә ҡыйыулыҡ юҡ! Һүҙ ҙә ҡуша алмайым уға! Ошо “мәмәйлегем” өсөн үҙемде әрләһәм дә бер нисек тә холҡомдо үҙгәртә алмайым.
Йәйге каникул бына-бына тамамлана тигәндә, бер көндө ҡыҙҙы урамда тап иттем. Бик серле йылмайып, янымдан аҡҡоштай йөҙөп, шым ғына үтеп китте... Янып барған йөрәгемде уттай дөрләтеп! Уның шулай һөйләшмәй йөрөүе мине тамам тилертә. Үҙемдең ҡыйыуһыҙлығымдан, “бешмәгән” булыуымдан бик ныҡ оялам.
Һыы!.. Егет кеше шулай булмай ҙа инде... Ҡыҙҙар кеүек ни!.. – тип, үҙемде туҡтауһыҙ әрләйем. Оноторға тырышам... Ҡала ҡыҙы мине тиң итмәҫ шул. Мин бит — ябай ауыл малайы, — тигән уйҙар ҙа килә. Эххх!.. Булмай икән, уйҙан сыҡмай ҙа ҡуя был ҡыҙ.
Шулай бер нисә йылым мөхәббәт утында янып, һә тигәнсә үтте лә китте. Ҡала ҡыҙы, йәйен ауылда үткәреп, көҙгөһөн ҡалаһына ҡайта торҙо. Ә мин, ҡыйыуһыҙлығым арҡаһында, уға бер һүҙ ҙә әйтә алмай, һөйөүҙән һарыға һабыштым.
11-се синыфты тамамлағас, ҡалаға, юғары уҡыу йортона уҡырға килдем. Мөхәббәтем бында ла миңә тынғы бирмәҫкә булған: беҙ бер уҡыу йортона уҡырға ингәнбеҙ икән. Уның менән осрашҡас та йылмайышып күрештек. Тик был юлы ла уға асыла алманым. Йөрәгемде яндырып, һөйгәнем күҙ асып йомғансы студенттар араһына инеп тә юғалды.
Уларҙың факультеты алыҫтағы бүтән корпуста уҡый икән, шуға һаман башҡа күрешә алғаныбыҙ юҡ. Ә мин гел көтәм, ҡапыл ҡаршыға килеп сығыр һымаҡ.
Етмәһә, хәҙер гел генә төшөмә инеп йонсота: матур итеп йылмайып, күҙемә туп-тура ҡарап тик йөрөй. Ә минең йәнем көйә. Уға ла, үҙемә лә. Уны уйлап, башҡа ҡыҙҙарға ла ҡарамайым, уйымдан да сыҡмай, онота ла алмайым... Яратыу, мөхәббәт әллә шулай буламы икән?
ЕГЕТ (исемемде яҙырға оялам)