+20 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Мәңгелек сер
17 Марта , 07:45

Бер тапҡыр алдаһалар, ышаныс бөтә...

Уны осратҡанда миңә — 15, уға 16 йәш ине. Беҙҙең мөхәббәт тарихы дискотекала башланып китте. Бер-беребеҙгә һөйөүебеҙ уттай ҡыҙыу булды. Киләсәк тураһында хыялланып, тормошобоҙҙо кинолағы һымаҡ күҙ алдына килтереп, сәғәттәр буйы һөйләшеп, йә булмаһа кино ҡарап ултырабыҙ. Икәүебеҙҙән башҡа беҙгә бер кем дә кәрәкмәй. Беҙҙе оноттоғоҙ тип, дуҫтарыбыҙҙың да үпкәләгән саҡтары булды.

Бер тапҡыр алдаһалар, ышаныс бөтә...Бер тапҡыр алдаһалар, ышаныс бөтә...
Бер тапҡыр алдаһалар, ышаныс бөтә...

Үтә ҡыҙыу тиҙ уңа тигән боронғолар. Һөҙөмтәлә, барыһы ла беҙ уйлағандан күпкә тиҙерәк тамамланып ҡуйҙы. Эш былай булды. Егетем, мәктәпте тамамлап, институтта уҡыуын дауам итергә, ҡалаға сығып китте. Бер-беребеҙгә тоғро ҡалырға, һәр ваҡыт бәйләнештә булырға һүҙ бирештек.
Әммә гел һинеңсә генә булмай икән. Егетемдең ҡалала тиҙ арала яңы ҡыҙ табыуын дуҫтары аша ишетеп, йөрәгем уртаға ярылғандай булды. Әле һаман ышана алмайым: нисек инде уй-хыялдары менән бүлешкән, хистәрен белдергән, һөйөүҙә ант иткән яҡын кешең шулай тиҙ генә хыянат юлына баҫа ала?
Был ваҡиға мине бик тетрәндерҙе. Көнө-төнө илап, хәлдән тайҙым. Эстә ниндәйҙер ҙур бушлыҡ тойҙом. Тормошом да сағыу төҫтәрен юғалтты. Ныҡ уйланып, ашауҙан яҙҙым. Бик тиҙ кәүҙә ауырлығымды юғалта башлағас, әсәйем бик ныҡ борсолоп китте. Һөҙөмтәлә, нервыларыма өҙлөк булып, дауаханаға эләктем. Ауыр кисерештәр менән саҡ уҡыуымды тамамланым.
Ун беренсе синыфты тамамлап, юғары уҡыу йортона уҡырға инергә көс таптым. Уйым­да ла, йөрәгемдә лә һаман да шул егетем генә булғас, бер кем менән дә танышҡым да, аралашҡым да килмәне. Мөхәббәт ул – һинең йәнеңде һыҙлатып торған алдаҡ, тормошҡа ашмаған хыял тип кенә уйланым. Бөтөн көсөмдө, уйҙарымды уҡыуға йүнәлтергә тырыштым. Тик уҡыу менән генә мәшғүл булғас, уңыштарым да бик яҡшы барҙы. Артымдан егеттәр йүгерҙе ул, тик йөрәгемдә генә уларға урын булманы.
Ҡулыма диплом алдым. Эшкә урынлашыр алдынан, атай-әсәй янына ялға ҡайттым. Беҙҙең ун беренсе синыфты тамамлауға биш йыл үтеп киткән икән. Синыфташтар бергә йыйылған. Мине лә саҡырҙылар.
Бер мәл залға һөйгәнем килеп инде! Йөрәгем жыу итте! Күҙҙәребеҙ осрашты. Ул да, мине күреп, тура яныма уҡ үтте. Йәнә 15 йәшемә әйләнеп ҡайтҡандай, күңелемдә наҙлы хистәр дауылы ҡайнаны.
–...Мин һине онота алмайым. Беренсе һәм ысын һөйөүем булдың! Ышанһаң ышан... Ысыны шулай... Яңынан бергә булайыҡ!.. – тип бышылданы.
"Ҡаршымда мин белгән егет түгел, ә һине һөйәм тип, үҙе икенсе ҡыҙҙар артынан йүгергән инде ят кеше. Үҫмер сағымдағы кеүек һөйөү утында башҡаса янмаҫмын. Аралар алыҫлашҡан..." – Һағайтып, ошондай уйҙар йөрәкте тырнаһа ла үҙемде баштан-аяҡ мөхәббәт утында янған үҫмер ҡыҙ кеүек тойҙом.
Шулай ҙа мин хәҙер бер ҡатлы йүләр ҡыҙ түгел. Аҡыл менән йөрәк араһында барған туҡтауһыҙ бәхәстәрҙе генә ауыҙлыҡлай алыр­мын. Сөнки мин уға ышанманым. Һө­йөүе көслө, һүҙҙәре ысын булһа, бер ваҡыт мине ышандыра алыр, бәлки?!

Гөлсәсәк.
Дүртөйлө районы.

Автор:
Читайте нас