

Беҙ ҡыҙҙар менән күмәкләшеп сауҙа үҙәгендә кафела ултыра инек. Бер нисә малай беҙҙең өҫтәл эргәһенә килеп ултырҙы. Икеһе — игеҙәктәр, бигерәк инде елбәҙәктәр. Ҡыланышып, беҙҙең эргәнән әллә нисә үттеләр. Йөрөй торғас, беҙҙең менән танышырға булдылар. Улар менән бергә Арсен тигәндәре лә килеп торҙо. Ҡап-ҡара күҙҙәрен оҙон керпектәре тағы ла ҙурыраҡ күрһәтә. Йылмайып ебәргән ине, ғашиҡ булдым да ҡуйҙым.
Шул көндө улар беҙҙе ишек алдында ҡар бәрешеп уйнарға саҡырҙы. Туҡталыш эргәһендә лә оҙаҡ ҡына торҙоҡ.
Теге ике игеҙәге лә матурҙар, әлбиттә, тик быныһы күп һөйләмәй торғандарҙан булып сыҡты. Ә миңә инде тап аҙ һүҙле малайҙар оҡшай. Буйға оҙон күренһә лә, уға ла минең һымаҡ 12 йәш булып сыҡты. Батырсылыҡ күрһәтеп, телефонының номерын һорағайным, йылмайҙы, телеграмдан табырһың тип, нигын әйтте.
Ҡайтыу менән сәләм яҙҙым. Йылмайыу смайлигы ебәргәйне, донъям тағы ла матурайҙы. Һә тигәнсе өйгә эшемде эшләп, әсәйемә ярҙам итеп тә өлгөрҙөм.
Кискә тыныс йоҡо теләп яҙҙым. Яуап бирҙе. Тимәк, мин дә уға оҡшайым, күрәһең, тип уйлап алдым. Статустарын ҡарағайным, спорт менән шөғөлләнә икән.
Хыялдарға бирелеп йоҡлап киттем. Иртәнсәк мәктәпкә осоп барҙым. Ҡыҙҙарҙан нисек итеп теге егеттәр тураһында һорарға белмәй тора инем, шул мәлдә Алина миңә: "Бына, ҡара әле, Арсен миңә яҙған", — тип телеграмын асып күрһәтте.
Бөтөн хыялдарым сәлперәмә килгәндәй булды. Бер ни ҙә һиҙмәгән Алина ары китте, ә мин ауыр уйҙар менән тороп ҡалдым. Алинаға — 14 йәш. Их, Арсен белмәй ахыры. Әйтергәме икән әллә?.. Беҙҙән ҙур бит.
Дәрестә телефон ҡулланырға ярамағас, дәрес бөткәнсә саҡ түҙҙем. Яҙҙым. Арсен кисәге кеүек йылмайыҡ менән яуап бирҙе. «Хәлем яҡшы, һинеке нисек?” — тип кенә яҙһа ла миңә шундай ҙур шатлыҡ булды. Мин инде теҙеп хәлемде яҙҙым да күңелде тырнап торған һорауҙы бирҙем: «Алинаға сәскә бүләк иткәнһең икән?» Уҡыны. Тик яуап бирмәне.
Дәрестәр бөтөп, өйгә эште эшләгәс, Алинаға шылтыратып, тышта йөрөп килергә тәҡдим иттем. "Беҙҙе малайҙар теге урынға саҡырҙы" — тине Алина, ҡыуанып. Мин дә, матур күлдәгемде кейеп, иренемде Алинаныҡы һымаҡ буяп алдым. Ашҡынып килдем, тик күрһәтмәнем инде.
Күмәкләшеп кафеға барҙыҡ. Былай шым ғына күренһә лә, нимәлер шаярта, аралаша әле ул бөгөн. Тышҡа сығырға булғас, ул миңә курткамды гардеробтан алып бирҙе. Әммә Алинаға ҡулын бирҙе. Нисек инде ул миңә лә иғтибар күрһәтә һәм Алинаға ҡулын бирә. Илай яҙҙым. Шуны ҡалғандар күрмәһен тип, сәбәп табып, ҡайтып киттем.
Алинаға асыуым килде килеүен. Тик, унда ла ғәйеп юҡ инде. Ул бит минең оҡшатҡанды белмәй.
Алинаға нисә йәш икәнен мотлаҡ әйтергә кәрәк тигән уй килде башҡа. Һәм тағы быға яҙҙым: “Алинаға — 14 йәш, беләһеңме?”... Уҡыны. Күпмелер ваҡыт яҙмай торғас: "Беләм, миңә үҙемдән ҙурыраҡ ҡыҙҙар оҡшай. Улар аҡыллыраҡ булып күренә", — тип яҙҙы.
Уф! Ни эшләп шулай икән был тормош? Ни өсөн ул Алинаны оҡшатты икән? Ул, әлбиттә, минән ҡыйыуыраҡ, матурыраҡ...
Өмөтөм өҙөлдө. Нисек итеп ул Арсенды оноторға икән? Ҡыҙҙар, малайҙар, кәңәш бирегеҙ әле миңә!