-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
28 Апрель 2017, 15:31

11-СЕ СИНЫФ УҠЫУСЫҺЫ МИНИСТРҘАРҒА АҠЫЛ ӨЙРӘТТЕ!

Ул беҙҙә ваҡиғаларға бәйле туризмды үҫтерергә тәҡдим итә. Бының өсөн Өфөлә генә түгел, ғөмүмән, бөтөн Башҡортостанда төрлө ҙур рок-фес­тивалдәр кеүек саралар уҙғарырға өндәй. Шулай уҡ этнотуризмды ла оноторға ярамай, ти ул.

Ҡариҙелдең 1-се мәктәбендә уҡыған унынсы синыф уҡыусыһы Марсель Хәбибов Башҡортостан министрҙарына нисек респуб­лика­быҙҙа туризм йүнәлешен үҫтерергә икәнлеген өйрәтте! Был ваҡиға Рөстәм Хәмитов ҡатнашҡан “Стратегия – 2030” проек­ты хаҡында фекер алышыуҙар барышында булды.
20 ғинуар көнө Өфөләге “Конгресс-холл”да республикабыҙ Хөкүмәте вәкилдәре, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, муниципаль райондарҙың башлыҡтары һәм “Сколково” Мәскәү идара итеү мәктәбе, федераль һәм республика кимәлендәге үҫеш институттары, банктар вәкилдәре, вуз һәм йәмәғәт ойошмаларының етәкселәре йыйылды һәм Башҡортос­тандың яҡын киләсәктә ниндәй юҫыҡта үҫешергә тейешлеген хәл итеү тураһында һөйләште.
Сәхнәнән сығыш яһаусы төрлө шәхес һәм түрәләр араһында Марсель Хәбибов ныҡ айырылып тора ине, сөнки ул – ни бары мәктәптә белем алыусы уҡыусы ғына! Әммә сығышы, үҙен нисек ышаныслы тотоуы, һөйләгән темаһын төплө белеүе, яңы ҡараш һәм идеялары менән башҡаларға ҡарағанда иғтибарҙы нығыраҡ йәлеп итте. Марсель, республикабыҙҙың туристик кластерын үҫтереүгә ҡараштарын еткереп, байтаҡ проблема­ларҙың хәл ителеү юлдарын да күрһәтте.
Ул беҙҙә ваҡиғаларға бәйле туризмды үҫтерергә тәҡдим итә. Бының өсөн Өфөлә генә түгел, ғөмүмән, бөтөн Башҡортостанда төрлө ҙур рок-фес­тивалдәр кеүек саралар уҙғарырға өндәй. Шулай уҡ этнотуризмды ла оноторға ярамай, ти ул. Мәҫәлән, беҙҙәге бик күп ташландыҡ ауылдарҙан, туристар килеп ял итерҙәй, уникаль башҡорт һәм урыҫ ауылдарын эшләргә мөмкин. Ни өсөн беҙ сүлдәге бәҙәүиҙәргә барабыҙ, ә беҙгә бер кем дә килмәй һуң? Сөнки беҙҙә тейешлесә мәғлүмәт еткереү ҡоролмаған, сервис һәм кәрәкле инфраструктура булдырылмаған, ти ул. Быларҙы төҙәтер өсөн мобиль ҡушымталар, юлдар, мөмкинлектәр булдырырға кәрәк!
Марселдең сығышын Рөстәм Хәмитов та хупланы, шул уҡ ваҡытта бөгөнгө ҡаҙаныштарҙың да әһәмиәтен билдәләп үтте: “Быйылғы Яңы йыл байрамдарында беҙгә 110 мең кеше ял итергә килде. Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ! Былтыр – ни бары 44 мең генә ине. Был, һис шикһеҙ, алға китеш. Беҙ Ҡаҙанды ҡыуып еттек һәм был – бик яҡшы күр­һәткес...” – тине ул.
“Был кәңәшмәгә Марсель нисек килеп эләккән?” – тип баш ватһағыҙ, шуны әйтәбеҙ: ул төрлө эҙләнеүҙәр менән электән үк мауыға. Уның тәүге уңышы тип, Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы И. Ғарифуллин менән Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры С. Новиков ҡатнашҡан мәктәп конференцияһындағы сығышын атарға мөмкиндер. Ул саҡта уҡыусылар, Сергей Новиковтың лекцияһынан һуң, эшҡыуарлыҡ йүнәлешенә арналған проекттарын күрһәтә. Марсель Ҡариҙел районында туризмды үҫтереүгә арналған проект тәҡдим итә. Уның сығышын тыңлағандан һуң министр тәүҙә егеткә район советында һүҙ тоторға тәҡдим итә. Бында иһә уҡыусы, темаһын киңәйтеңкерәп, тотош Башҡортостандағы туризм йүнәлешен күтәреп сыға. Шулай итеп, ул министрға ысынлап та эшлекле кәңәштәре менән оҡшап ҡала һәм республика кимәлендәге “Конгресс-холл”дағы “Стратегия – 2030” проекты буйынса фекер алышыуҙарҙа ҡатнашырға саҡырыу ала.
Марселдең үҙенә килгәндә, егет тик “бишле” билдәләренә өлгәшә. Бик күп китаптар уҡый, шуға һөйләшкәндә мәҡәл-әйтемдәрҙе лә ҡыҫтырып ебәрә. Спорт менән шөғөлләнергә ярата.
– Төрлө фәндәрҙе, бөгөнгө тормоштоң үҙенсәлектәрен өйрәнеп, мин тирә-яҡ донъяны таныйым, белем даирәмде киңәйтәм. Миңә теге-йәки был өлкәләге эштәрҙең ҡоролошо ҡыҙыҡ. Мәҫәлән, иҡтисадтағы, ғөмүмән, дәүләттәге процесстарҙың барышы ҡыҙыҡ­һын­дыра. Улар нисек беҙгә, һәр бер кешегә йоғонто яһай... Шулай уҡ мин кешеләрҙең тормошон ябайыраҡ, уңайлыраҡ эшләгем килә, – ти ул.

Читайте нас: