+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
19 Ғинуар 2018, 19:02

2018 ниндәй йыл?!

2018 йыл Башҡортостанда Ғаилә йылы тип иғлан ителде. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, Башҡортостанда ярты миллиондан ашыу балалы ғаилә бар, уларға ярҙам итеү өсөн республика ҡаҙнаһынан йыл һайын 10 миллиард һумға яҡын аҡса йүнәлтелә.

Әлеге ҡарар ишле ғаиләләргә дәүләт ярҙамы сараларын көсәйтеү йәһәтенән Рәсәй Президенты иғлан иткән Балалыҡ ун йыллығының бурыстарына тулыһынса тап килә.
Рәсәйҙә иһә 2018 йыл Ирекмән (Волонтер) йылы тип иғлан ителде. Рөстәм Хәмитовтың һүҙҙәренсә, ошо ике йүнәлеш – ирекмәнлек һәм ғаилә сәйәсәте – бер-береһен тулыландырырға тейеш. Шулай уҡ, июнь һанында хәбәр итеүебеҙсә, 2018 йылдан Рәсәйҙә Балалыҡ ун йыллығы башлана.

Читайте нас: