Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов та Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауҙа ҡатнашты.
Республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, һайлауға ул ейәндәре менән килгән. Премьер-министр фекеренсә, йәш быуын бөгөн илебеҙҙәге ошондай мөһим ижтимағи ваҡиғала ҡатнашырға тейеш.