-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
7 Май 2018, 19:47

“Бирешмә!” проекты буйынса хәйриә концерты буласаҡ

“Тамыр” балалар-үҫмерҙәр телеканалының “Бирешмә!” тигән беренсе үҫмерҙәр телесериалын йәш тамашасылар ихлас ҡабул итте. Күп тә үтмәй, “Бирешмә!” проектына ярашлы хәйриә концертын ойоштороу идеяһы ла тыуҙы...

Ә бит был бер ҙә юҡтан ғына килеп сыҡманы: Ғафури районынан балалар церебраль фалижы менән ауырыусы Руслан исемле малайҙың тарихына бәйле. Сериалдың төп геройҙары был малайға дауалауға аҡса йыйырға ҡарар итә. Идеяны “Башҡортостан” дәүләт концерт залы коллективы ла күтәреп алған.
Фильмдың һәр серияһында теп геройҙар башҡарыуында бер нисә йыр яңғырай. Ошо исемдәге вокал төркөмө лә барлыҡҡа килеп, “Йәшлек-шоу” конкурсында, “Юлдаш плюс” радиоһында барған хит-парадта еңеүсе булды.
Концертта “Тамыр”ҙың дуҫтары ла сығыш яһай: Илшат Абдуллин (“Бүреләр” төркөмө), Илнур Рамазанов, RNT, “Тамыр” балалар йыр ансамбле.
– Беҙ дуҫлыҡ һәм изгелектең ҙур байрамын әҙерләйбеҙ. Балаларыбыҙҙың кеше ҡайғыһына битараф булмауын, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булып үҫеүҙәрен теләйбеҙ, – ти “Тамыр” каналы директоры Гөлназ Ҡолһарина. – Был ғаилә байрамы. Тамашасыларҙы сағыу концерт, йырҙар, бүләктәр, тәмлекәстәр көтә.
– Ауыр сирҙән яфаланыусы Руслан исемле яңы дуҫыбыҙға беҙ ҙә: “Бирешмә!” – тип әйтәбеҙ, – тиҙәр төп ролде башҡарыусы Данир, Гәлсәр, Хәйҙәр һәм Гөлгөнә.
Концерт “Башҡортостан” дәүләт концерт залында 16 майҙа киске сәғәт 7-лә башлана.



Сериал тураһында ҡыҫҡаса:

Үҙ хыялын тормошҡа ашырырға тырышҡан үҫмерҙәр тураһындағы тарих бер тамашасыны ла битараф ҡалдырманы. Ата-әсәләр йырсы булырға теләүсе балаларының музыка колледжына барыуын теләмәй. Уларҙы киләсәктә нефтсе, юрист, иҡтисадсы итеп күргеләре килә. Үҫмерҙәр хыялдарын тормошҡа ашырырға ҡарар итә – уникаль альбом яҙҙырып, ата-әсәләрен ышандырырға. Тик өлкәндәр донъяһында барыһы ла анһат түгел шул...
Читайте нас: